16 авг. 2012 г.

Йылы һүҙ – йән аҙығы


Беренсе бәхет – һаулыҡ, икенсеһе – эш...


Тормош юлдары ҡатмарлы. Ул әҙәм балаһын һыуҙан алып утҡа һала, ғүмереңдең иң ләззәтле, кинәнеп йәшәгән мәлдәрендә аяуһыҙлығы менән һеңгәҙәтә һуға ла кире әпләп-бәпләп, матур ваҡиғалары, ҡыуаныс-шатлыҡтары менән артабан йәшәргә көс-дәрт бирә. Тик ошо юлдағы төрлө хәлдәр генә йөрәк түренә онотолмаҫ тамға булып уйылып ҡала...
“Эшебеҙ ауыр булыуға ҡарамаҫтан, йәшлек менәнме, гел йырлашып-бейешеп, күңелле йәшәнек, һуғыш киноларында күрһәткән боронғо машиналарға тейәлешеп йырлап ҡайтабыҙ, хатта өй тәңгәленә килеп  туҡтағанда ла йырҙы өҙөү юҡ, өйгә ингәнсе йырлап инеп китәһең. Еңеүҙән һуң халыҡ ас-яланғас булһа ла, күңеле күтәренке булды шул”.


Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Ғәбиҙә инәй Йәғәфәроваға ла тормоштоң төрлө мәлдәрен кисерергә насип була. “Тормошом менән ҡәнәғәтмен, һағыштарым да бар, әлбиттә. Ирем Ҡаһарман Хөснөтдин улы (ул сығышы менән Мәләүез районыныҡы) менән 53 йыл бергә татыу ғүмер иттек, уның мәрхүм булыуына 12 йыл тулды хәҙер. Ун туғыҙ йәшемдә Ҡаһарманға кейәүгә сыҡтым, биш бала тәрбиәләп үҫтерҙек”, – тип иҫтәлектәргә бирелә Ғәбиҙә инәй. 

Ул Йылайыр районы Ишбулды ауылында Сафура менән Сафиулла Алғушаевтар ғаиләһендә етенсе бала булып донъяға килә. “Беҙҙең ғаиләлә 24 бала булды, шуның ун бере атайымдың тәүге ҡатынынан ине. Атайыбыҙ 33 йыл буйы ике ҡатын менән торҙо, әйтергә кәрәк, әсәйемдәр бик татыу йәшәне. Бик көслө, баһадир кеше ине атайым. Уның бер үҙе биш атты биш арбаға егеп бесән ташығанын хәтерләйем. Бер әсәнән булған ике ағайым – Хәмзә менән Ғибатулла һуғышта ҡалды”, – тип хәтирәләрен яңырта инәй.

Ғәбиҙә инәй башланғыс белемде Ишбулды ауылы мәктәбендә ала, етенсене Ҡашҡарға йөрөп тамамлай. Заманы шулай булған инде: 12 йәшенән колхоз эшенә егелә: ырҙын табағында эшләй, бесәнгә йөрөй. “Эшебеҙ ауыр булыуға ҡарамаҫтан, йәшлек менәнме, гел йырлашып-бейешеп, күңелле йәшәнек, һуғыш киноларында күрһәткән боронғо машиналарға тейәлешеп йырлап ҡайтабыҙ, хатта өй тәңгәленә килеп туҡтағанда ла йырҙы өҙөү юҡ, өйгә ингәнсе йырлап инеп китәһең. Еңеүҙән һуң халыҡ ас-яланғас булһа ла, күңеле күтәренке булды шул, – ти ул. – Кейәүгә сыҡҡас, тәүҙә Күмертау ҡалаһында йәшәнек, шунда ике ҡыҙым Лена менән Гөлдәр тыуҙы. Аҙаҡ Баймаҡ районының Крепостной Йылайыр ауылына күсеп килдек. Унда леспромхоздың “Ерәнеш” тигән участкаһында опильщица, йәғни бысҡы онтағын түгеүсе булып эшләнем, ирем таҡта ярыусы булды. Ошо ваҡытта улыбыҙ Ғәзинур тыуҙы”.

1963 йылда Йәғәфәровтар ғаиләһе Баймаҡҡа күсеп килә. Ғәбиҙә инәй райпоға эшкә инә һәм шул системала 34 йыл эшләп хаҡлы ялға сыға. Ҡаһарман олатай мәрхүм тәүҙә почта ташый, райпола йөк тейәүсе була, аҙаҡтан хаҡлы ялға сыҡҡансы йылылыҡ селтәрендә эшләй. Баймаҡ ҡалаһында тағы ла ике ҡыҙ – Рәсимә менән Илүзә тыуа. 

“Тәүҙә райпоның пекарняһында икмәк бешереүсе, аҙаҡ һыра һатыусы булып эшләһәм, һуңғы 22 йыл “Имамов” магазинында йыйыштырыусы булып эшләнем. Юҡҡа ғына Ғәбиҙә инәй, беренсе бәхет – һаулыҡ, икенсе бәхет – эш, тимәйҙер. Эшләгән саҡтарын, коллегаларын тик йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә ала. “Һатыусылар Рәмзиә Сәғитова, Бикә Сирғәлина, Валентина Денисова һ.б. бик татыу эшләнек”, – ти ул. – Эшебеҙҙе заманында баһаланылар: Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары, миҙал да бирҙеләр. Әле лә онотмайҙар – хәл-әхүәлде белешеп торалар, байрамдарға саҡыралар”. 

Әлеге көндә хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, Ғәбиҙә инәй баҡса үҫтерә, ҡош-ҡорт көтә. Тормошоноң мәғәнәһе булған балаларының ҡайтып йөрөр ере булһын, ата нигеҙен ҡоротмайым, ти ул. Хәҙер инде балаларының ғына түгел, ейән-ейәнсәрҙәренең ҡыуаныс-шатлыҡтары менән йәшәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оҙаҡ йылдар сауҙа системаһында уңышлы эшләгән һәм Өфө ҡалаһында йәшәгән ҡыҙы Гөлдәр бер нисә йыл элек вафат булып ҡалған. Хәҙер уның ике улы ла үҙ ояһын ҡорған инде. Ҡыҙы Лена Хабаровскиҙа йәшәй, тормош иптәше Николай менән бер ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтергәндәр, үҙҙәре өләсәй һәм олатай хәҙер. Улы Ғәзинур Яңауыл ҡалаһында йәшәй. Рәсимәһе Сибай ҡалаһында тора, кейәүе Зөфәр менән Регина исемле ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Регина быйыл Р.Нуриев исемендәге хореография колледжын тамамлап, Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә төшкән. Иң бәләкәйҙәре Илүзә – Башҡортостандың халыҡ артисы. Ул 22 йыл инде Башҡортостан Республикаһының Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең алмаштырғыһыҙ бейеүсеһе. Тормош иптәше Фидрат менән Фидан исемле ул тәрбиәләйҙәр. Ул да әсәһе юлын һайлаған – Р.Нуриев исемендәге хореография колледжында уҡый. “Донъялар тыныс торһон, һәр бала ғаиләлә ата-әсә наҙын күреп үҫһен. Һәр кемдең күңеле туҡ, рухы ныҡ булһын”, – тип теләй инәй. 

Балаларының һәр береһен уҡытып, эшендә өлгөлө хеҙмәт күрһәтеп хаҡлы ялға сыҡҡан хеҙмәт ветеранына – донъяға шөкөр итеп йәшәгән Ғәбиҙә инәйгә ошо арала 75 йәш тула. Уны ошо матур юбилейы уңайынан ҡотлап, иҫәнлек-һаулыҡ, балаларының игелеген күреп, бәхетле ҡартлыҡ кисереп, ҡыуаныс-шатлыҡта ғына йәшәүен теләйһе килә.

Сәлимә Кейекбирҙина. 
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.