16 авг. 2012 г.

Кәңәшмәләр


Ураҡ темпын тиҙләтергә!

Район кәңәшмәһендә етәкселәргә шундай бурыс ҡуйылды

Кисә муниципаль район хакимиәтенең ултырыштар залында ауыл хужалығы предприятиелары, төрлө ведомстволар етәкселәре кәңәшмәгә йыйылды. Унда шулай уҡ ауыл хужалығы бүлеге, “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге, “Урал аръяғы” МТС-ы, “Күлтабан” МУП-ы етәкселәре һәм белгестәре ҡатнашты. Һөйләшеүҙә мал аҙығы әҙерләү, урып-йыйыу, малсылыҡ продукцияһы етештереү, янғынға ҡаршы көрәш мәсьәләләре көн үҙәгенә сығарылды.


– Мал аҙығы әҙерләү һәм урып-йыйыу эштәренең темпы бик түбән, – тине сығыш яһап хакимиәт башлығы урынбаҫары Р.Р. Әбүбәкиров. – Тап ошо күрһәткестәр буйынса беҙ республикала артта ҡалабыҙ. Бына өсөнсө ай инде йүнле мал аҙығы әҙерләй алмайбыҙ, ураҡ менән дә шул уҡ хәл. Күп нәмә үҙ ағышына ҡуйылған. Мәҫәлән, “Йылайыр” ЯСЙ-һында эш илке-һалҡы бара, ойоштороу мәсьәләләре менән йүнләп шөғөлләнмәйҙәр. “Байҡара” агрофирмаһында ла хәлдәр шәптән түгел. Башҡа хужалыҡтарҙа ла шундай уҡ күренеш күҙәтелә. Тик һанаулы бер нисә предприятиела ғына эштәр ойошҡанлы бара. Тимәк, мал аҙығы әҙерләүҙе, ураҡты тиҙләтеү, етерлек орлоҡ һәм фураж һалыу, ер эшкәртеү мөһим. Баҫыуҙарҙы һәм бесәнлектәрҙе янғындан һаҡлау саралары тураһында ла оноторға ярамай.

– Сәсеү майҙаны бөтәһе 106 мең гектар тәшкил итеп, шуның 41 мең гектары ҡоролоҡтан һәләк булды, – тип билдәләне баш агроном Р.Ғ. Рәхмәтуллин. – Ә сәселгән 68800 гектарҙағы иген культураларының 49234 гектарында ашлыҡ йыйып алырға мөмкин. Бөгөнгә иген культуралары 28 процент майҙанда һуғып алынған, уңыш – 7,1 центнер. Ленин исемендәге, “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһе, “Толпар”, “Күлтабан” хужалыҡтарында һәм предприятиеларында ураҡ ойошҡанлы бара. Ленин исемендәге, “Рассвет”, “Уңыш”, “Баймаҡ” ҒПБ-һы хужалыҡтарында орлоҡ һәм фураж һалыу менән тейешенсә шөғөлләнәләр. 

Район буйынса 1000 гектарҙа ер эшкәртелгән, ул “Йылайыр”, Ленин исемендәге, “Рассвет”, “Баймаҡ-Новатор”, “Баймаҡ” ҒПБ-һы хужалыҡтары, “Толпар” һәм “Күлтабан” предприятиелары өлөшөнә тура килә. 

Иң күп мал аҙығы Ленин исемендәге АХК-ла тупланған – шартлы һәр баш малға ҡарата 17 центнер. Шулай уҡ “Рассвет”, “Баймаҡ” ҒПБ-һы, “Уңыш”, “Союз” хужалыҡтарында ла ҡышҡа яҡшы әҙерләнәләр. Әммә башҡаларға ҡарата бындай фекерҙе әйтеп булмай. 

Артабан ауыл хужалығы бүлеге начальнигы М.Ғ. Кайниев малсылыҡ тармағының бөгөнгө һулышы менән таныштырҙы, ҡышҡа әҙерлек мәсьәләләрен барланы, проблемаларҙы һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Ошо көндәрҙә ауыл хужалығы бүлеге белгестәре тарафынан предприятиеларҙа малды төнөн көтөү, мал аҙығы тупланған бесәнлектәрҙе һаҡлау, улар тирәләй ерҙе һөрөп сығыу кеүек мәсьәләләрҙең үтәлешен тикшерҙек, – тине ул. – Проблемалар байтаҡ. “Аҡморон”, “Йылайыр”, “Октябрь”, “Таналыҡ” хужалыҡтарында был йәһәттән эшләп еткермәйҙәр. Өлгө итеп Ленин исемендәге һәм “Уңыш” АХК-ларын атап үтергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта малсылыҡ базаларын ремонтлауҙы һуҙырға ярамай, айырыуса “Октябрь”, “Союз”, “Байҡара” һәм “Мырҙаҡаев” хужалыҡтарына ҡыбырларға ваҡыт”.

– Ауыл хужалығындағы киҫкен хәл ҙур борсолоу тыуҙыра, – тине кәңәшмәлә сығыш яһап район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов. – Мал аҙығы әҙерләү, урып-йыйыу эштәре буйынса күрһәткестәр яҡшынан түгел. Башҡортостан Республикаһы етәкселеге тарафынан даими ярҙам күрһәтелеүенә ҡарамаҫтан, беҙҙең күп хужалыҡтар һаман да тармаҡты үҫтереү юлдарын эҙләргә лә, табырға ла ынтылмай. Былай дауам итергә тейеш түгел, аныҡ саралар күреү мөһим. Бер үк шарттарҙа ла бынамын итеп эшләргә мөмкин икәнлеген беҙ Ленин исемендәге АХК миҫалында асыҡ күрәбеҙ. 

Бөтә көстө мал аҙығы әҙерләү һәм ураҡ эштәренә йүнәлтеү, малсылыҡ продукцияһы етештереүҙе  кәметмәү, бесәнлектәрҙе янғындан һаҡлау, дежурлыҡ ойоштороу – бөгөнгө көндөң иң актуаль мәсьәләләре бына ошо. Производство эшенә илке-һалҡы ҡараусылар менән һөйләшеү ҡаты буласаҡ.

Һуңғы көндәрҙәге янғындар менән бәйле хәл бик киҫкен. Шуның өсөн мәсьәлә даими контролдә тотолорға тейеш.

Кәңәшмәлә бына шундай актуаль мәсьәләләр тикшерелде. Һис шикһеҙ, район етәкселеге, ауыл хужалығы секторы ҡуйған талаптар мотлаҡ үтәлергә тейеш. Сөнки бер балыҡ башын күпме сәйнәргә була?..

Азамат Мөхәмәтшин. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.