21 авг. 2012 г.

Кадрҙар сәйәсәте

Ауылға йәш белгестәр ҡайта


Агросәнәғәт комплексы тармағы һуңғы тиҫтә йылдарҙа ҙур һынау кисерә. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, районда ауыл хужалығы йүнәлешен үҫтереү, ауыл хужалығы, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса ҙур эштәр башҡарыла.
 

Һуңғы осорҙа предприятиеларға йәш белгестәрҙең эшкә ҡайтыуы ҙур ҡыуаныс тыуҙыра. Әлбиттә, элекке кеүек күпләп ауыл хужалығы тармағын һайламаһалар ҙа, төрлө уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙың байтағы ауыл ерлеген үҙ итә, яҙмышын тыуған ере менән бәйләргә ынтыла.
 
Быйыл Баймаҡ ҡалаһы һәм районынан 38 йәш белгес БДАУ-ны, 23-сө – Баймаҡ ауыл хужалығы техникумын, 6-һы Троицк дәүләт академияһын тамамлаған. Шуларҙың бишәүһе райондың ауыл хужалығы предприятиеларына эшкә ҡайтҡан. Әйтәйек, Баймаҡ ҡыҙы Гөлфиә Байрамғолова “Урал аръяғы” МТС-ына – иҡтисадсы, Айнур Вәлишин – “Байҡара” агрофирмаһына – баш ветврач, Айнур Мусин – “Йылайыр” ЯСЙ-һына – баш агроном, Рафаэль Ғәҙелшин – “Йылайыр” ЯСЙ-һына – инженер, Фәнис Сапаров Баймаҡ тоҡомсолоҡ предприятиеһына белгес булып эшкә урынлашҡан. Ленин исемендәге, “Уңыш”, Салауат исемендәге, “Алғаҙы” хужалыҡтары ла йәш кадрҙар мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүлә. Шулай ҙа “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһе был тәңгәлдә иң уңышлы эшләгән предприятиеларҙан һанала. Әйтергә кәрәк, унда баш белгестәрҙең барыһы ла йәштәр. Вилүр Шәмсетдинов – баш агроном, Булат Ғәббәсов – баш зоотехник, Азамат Мусин баш ветврач булып бик уңышлы эшләй. Шуныһы һөйөнөслө, предприятие етәкселеге йәш кадрҙарҙың социаль мәсьәләләрен хәл итеүгә етди иғтибар бүлә. Был тәңгәлдә хужалыҡ директоры М.Б. Салиховтың маҡсатлы эшен айырым билдәләп үтмәү мөмкин түгел.
 
Ауыл хужалығы бүлегенең кадрҙар буйынса баш белгесе З.М. Тимербулатов әйтеүенсә, йәштәрҙең ауылға эшкә ҡайтыуында белгестәргә дәүләт ярҙамы  күрһәтеү ҙә ҙур роль уйнай. 2009 – 2011 йылдарҙа бөтәһе 16 йәш кеше 60-100-шәр мең һум күләмендә дәүләт ярҙамы алған. Бынан тыш, йәштәргә өс йыл дауамында, эш хаҡынан тыш, 4–7-шәр мең һум күләмендә ай һайын дәртләндереү премияһы бирелә.
 
Күреүебеҙсә, ауылға йәштәр-ҙең эшкә ҡайтыуы ҙур ҡыуаныс һәм ул иртәнге көнгә ышаныс тыуҙыра. Ауыл хужалығы тармағын яңы көс, яңы идеялар менән генә күтәреп буласағын һәр кемебеҙ яҡшы белә. Шул саҡта ғына ауыл йәшәр, киләсәге өмөтлө булыр.
 
Азамат Мөхәмәтшин.
 
Автор фотоһында: Гөлфиә Байрамғолованың эшенән предприятие етәкселеге ҡәнәғәт.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.