16 авг. 2012 г.

Яңылыҡтар


Янғын һүндерелде

Уҙған аҙнала Семеновск ауылы аръяғында сыҡҡан янғын, бер нисә көн буйы ҡоторғандан һуң, һүндерелде. Ут Ишмөхәмәт һәм Байыш ауылдарына ла яҡынайғайны. Был афәтте туҡтатырға 114-се янғын һүндереү часынан тыш, райондың белем биреү учреждениелары, “Водоканал” ЯСЙ-һы, Баймаҡ ит комбинаты һәм башҡа хеҙмәт коллективтары ла ҙур ярҙам күрһәтте, йәмғеһе 120-нән ашыу кеше һәм 18 берәмек техника йәлеп ителде. Был мөһим саранан халыҡ та ситтә ҡалманы. Семеновск, Ишмырҙа ауылдарында йәшәүселәр үҙ теләктәре менән ут һүндерешергә сыҡты. Шәхси эшҡыуар Валерий Кувшинов янғынға ҡаршы көрәшеүселәрҙе аҙыҡ-түлек менән тәьмин итте, һыу ташыуҙы ла ойошторҙо. “Марс” ЯСЙ-һы директоры Сергей Логинов та халыҡты күтәреп сығып, “ҡыҙыл әтәс”тең артабан үрләүенә юл ҡуйманы.
Бөгөн янғын сыҡҡан урын контролдә тотола, даими дежурлыҡ ойошторолған.

Умартасылар ярыша

Беҙҙең районда умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәр бик күп. Кем үҙ һөнәренең оҫтаһы? Шуны асыҡлау маҡсатында 25 августа Ҡуянтау ауылы эргәһендәге “Аҡъял” ипподромы биләмәһендә район умартасылары араһында конкурс ойоштороласаҡ.

Юлдар төҙөкләнә

Баймаҡ ДРСУ-һы районда юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса эштәрҙе әүҙем алып бара. Күптән түгел улар Күгиҙел һәм Өмөтбай ауылдарына илткән юлдарға ҡырсынташ түшәне. Бөгөн иһә Сибай – Ишмөхәмәт трассаһында 1,340 километрға асфальт йәйеүҙе тамамланы. Әле унда юл тамғалары ҡуйыла. 

Башҡорт дискотекаһы

Йәштәрҙең, студенттарҙың йәйге каникулын фәһемле итеп уҙғарыу маҡсатында муниципаль район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса секторы төрлө саралар йыш уҙғара. Ошо көндәрҙә ҡаланың үҙәк майҙанында башҡорт дискотекаһын ойоштороу планлаштырыла.
Лилиә ТАКАЕВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.