16 авг. 2012 г.

Хәүефһеҙлек өсөн


“Трактор” айлығы бара

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2012 йылдың 6 июлендә ҡабул иткән 896-сы ҡарарына ярашлы, 23 июлдән 24 авгусҡа тиклем “Трактор” айлығы үтә. Уның маҡсаты – үҙйөрөшлө машиналар һәм тағылмаларҙы ҡулланғанда хоҡуҡ боҙоуҙарҙы билдәләү, уларға юл ҡуймау.


“Трактор” операцияһы барышында район-ҡалала йөҙҙән ашыу трактор, үҙйөрөшлө машиналар һәм уларҙың тағылмалары тикшерелде. 48 транспорт хужаһы административ яуаплылыҡҡа тарттырылды, 6500 һум күләмендә штраф һалынды. Күптәрҙең Гостехнадзор инспекцияһында тейешле теркәлеү үтмәйенсә һәм үҙйөрөшлө машиналарҙа техосмотрһыҙ йөрөүе асыҡланды. Бәғзе берәүҙәр тракторсы-машинист таныҡлығы булмаһа ла, руль артына ултырыуы борсоуға һала.

Төҙөк булмаған техниканы ҡулланыу кешеләрҙең һаулығына, ғүмеренә хәүеф менән янауы, тирә-яҡ мөхитте бысратыуы хаҡында онотмағыҙ. Шулай уҡ янғын һүндереү сараларының һәр саҡ ҡул аҫтында булыуы мотлаҡ. 

Гостехнадзор инспекцияһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.