31 авг. 2012 г.

Абау!

Бәлә аяҡ аҫтында,
йәки Граждандар һуғышы ваҡытындағы снаряд юҡ ителде


Граждандар һуғышы, илдәге ҡан ҡойош, ағай-эне талашҡан буталсыҡ йылдар тураһында һәр кем яҡшы беләлер. Ҡыҙылдармы, аҡтармы – барыһы ла халыҡты зар илатҡан, талаған. Кешеләрҙең бар теләге – ниндәй погон тағыуына ҡарамаҫтан, һалдаттарҙың күҙенә күренмәй, ҡасып ҡалыу булған. Күптәр ололарҙың ауыл эсендә, тирә-яҡта нисек атышыуҙарын, ҡурҡыныс шартлау тауыштары яңғырауы тураһындағы хәтирәләрен иҫләйҙер, моғайын.
 

Ана шул бер быуат элек тиерлек  булған ваҡиғалар беҙҙең хәҙерге йәшәйешебеҙгә лә хәүеф-хәтәр тыуҙырыуы ихтимал тип кем генә уйлаһын! Барыһы ла үҙенең шәхси ҡаҙыуҙарын алып барған (халыҡ телендә уларҙы “черные копатели” тип йөрөтәләр) Белорет районы кешеһенән башлана. Ул беҙең Баймаҡ яҡтарында нимә эшләп, нимә эҙләп йөрөгәндер – билдәһеҙ. Шулай ҙа был кеше ерҙә ятҡан снарядҡа барып юлыға. Беҙҙең районда уҡ хоҡуҡ һаҡсыларына шылтыратыуҙан шөрләй, буғай, ҡайтҡас хәбәр итә. Ул: “Түбә һәм Күсей ауылдары араһында хәрби снаряд ята”, – тип әйтеп, телефонын һүндереп тә ҡуя.
 
Мәғлүмәтте алыу менән Баймаҡ эске эштәр бүлеге начальнигы урынбаҫары майор Ф.Ә. Моратов, өлкән тәфтишсе Ю.Р. Шаһимуллина, эксперт-криминалист Х.Ш. Тойғонов, енәйәттәрҙе эҙәрлекләү бүлегенең оперуполномоченныйы Р.Р. Шайнуров, полицейский-кинолог А.Р. Исхаҡов һәм “Шико” ҡушаматлы өйрәтелгән эттән торған төркөм телефондан әйтелгән урынға ашыға. Тик мәғлүмәт аныҡ булмағас, эҙләү эштәре оҙаҡҡа һуҙыла. Урмандың һәр мөйөшө ҡарала. Дүрт-биш сәғәт туҡтауһыҙ эҙләнеү эштәренән һуң “Шико” снарядты таба. Әйтергә кәрәк, был эт шартлатҡыстарҙың ятҡан урынын билдәләргә махсус рәүештә өйрәтелгән.
Хоҡуҡ һаҡсылары тутыҡҡан, сереп барған снарядтың ни тиклем хәүефле булыуын яҡшы аңлай. Шуға күрә тиҙ арала был урын уратып алына. Снарядты юҡ итеү өсөн Өфөнән саперҙар саҡыртыла. Баш ҡаланан ебәрелгән махсус омонсылар төркөмө шартлатҡысты юҡ итә.
 
Снаряд шартлаған урынды ҡарап барыһының да иҫе-аҡылы китә. Сөнки уның радиусы 3 метрға барып етә! Сыбыҡ-сабыҡ аҫтында ҡалып, ергә күмелеп барған ҡурҡыныс шартлатҡысҡа нисек кеше йәки мал барып сыҡмаған. Күрәһең, Хоҙай үҙе аралағандыр. Сөнки уның өҫтөнә баҫҡан йән эйәһе ит турағысҡа барып эләккәндәй булыр ине.
 
Снарядтың үҙ заманында атылыуы, әммә шартламауы асыҡланды. Сөнки уның гильзаһы булмай сыға. Нисәмә йылдар элек атылған снаряд бер быуатҡа яҡын ваҡытҡа тиклем хәүеф-хәтәр тыуҙырып, яныбыҙҙа ғына ята бирә.
 
Шуға күрә уны табып, битараф ҡалмай, хоҡуҡ һаҡсыларына мөрәжәғәт иткән кешегә, айырыуса оператив эш иткән Баймаҡ полицейскийҙарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә.
 
Хәҙерге ваҡытта снаряд табылған ерҙә эҙләү эштәре алып барыла. Сөнки был урында барған һуғыштан башҡа төрлө ҡоралдың ҡалыуы ла ихтимал. Һаҡланғанды – һаҡлармын, тип юҡҡа әйтелмәгән бит.
 
Ә инде беҙгә – ер кешеләренә, бәлә аяҡ аҫтында ғына булыуы тураһында онотмай йәшәргә кәрәктер.
 
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Фотола: бына ул ҡурҡыныс снаряд.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.