31 авг. 2012 г.

Афарин!

Баймаҡ умартасыларына – иң юғары баһа!


Гәзитебеҙҙә хәбәр ителеүенсә, 25-26 августа Өфөлә “Башҡортостан – Рәсәйҙең баллы төбәге” исемле фестиваль үткәйне. Ошо сара сиктәрендә Башҡортостан умартасыларының XII һәм “Йәш умартасы” VI республика конкурстары ойошторолдо. Был ярыштарҙа Икенсе Этҡол ауылынан танылған умартасы Азат Ниәтшин һәм Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбенән 9-сы класс уҡыусыһы Юнир Кайниев район намыҫын яҡлап сығыш яһаны һәм ҙур еңеүҙәр яулап ҡайтты. Фестивалгә муниципаль район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы М.Ғ. Кайниев та барҙы.

– ”Башҡортостан – Рәсәйҙең баллы төбәге” исемле фестиваль үткәреү республикала умартасылыҡ тармағының йылдан-йыл киңерәк үҫеш ала барыуы тураһында һөйләй, – тине сара тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашып Мөнир Ғәйнетдин улы. – Фестивалгә һәм конкурсҡа БР Президентының тамаша ҡылыуы ла уның мәртәбәһен бермә-бер күтәреп ебәрҙе. Сараны БР Ауыл хужалығы министрлығы һәм Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса Башҡортостан ғилми-тикшеренеү үҙәге ойошторҙо. Ул көндө ҙур бал йәрминкәһе үтте. Айырыуса Бөрйәндән килтерелгән солоҡ балы бик үтемле булды.

Башҡортостан умартасыларының конкурсында республиканың төрлө төбәктәренән – 40, “Йәш умартасы” бәйгеһендә 35 кеше көс һынашты. Көсөргәнешле ярыштарҙа Азат Ниәтшин, 100 мөмкинлектән 99 бал йыйып, иң юғары һөҙөмтәгә өлгәште һәм хаҡлы рәүештә “Башҡортостандың иң оҫта умартасыһы” булып танылды. Азат Сәйет улының бындай конкурстарҙа тәүге еңеүе генә түгел – ул һәр ваҡыт призлы урындарҙы яулай.
 
Умартасыларҙың республика конкурсы киләһе йыл беҙҙең районда үтәсәк. Был яуаплы сараға әҙерлек эштәрен башланыҡ та инде. Шуныһы һөйөнөслө, беҙҙең районда ла һуңғы йылдарҙа ҡортсолоҡ тармағы ныҡлы үҫеш ала. Әгәр ҙә бынан бер нисә йыл элек кенә районда бөтәһе 600-700 самаһы умарта күсе булһа, бөгөн инде 3 меңгә яҡын. Киләсәктә үҙебеҙҙә солоҡсолоҡ менән ныҡлап шөғөлләнеүҙе маҡсат итеп ҡуябыҙ. Әйтәйек, бөгөн бөрйәндәр умартасылыҡтың ошо ысулын күпләп ҡуллана һәм ота ла. Солоҡ балына баҙарҙа һорау шул тиклем ҙур – бына ошо фестивалдә уның 0,5 килограмын 1750 һумдан һаттылар. Ғөмүмән, солоҡсолоҡ бик табышлы шөғөл, беҙгә лә ул турала ныҡлап уйланырға кәрәк.
 
“Йәш умартасы” республика конкурсында 2-се урынды яулаған Юнир Кайниев менән редакцияла әңгәмәләштек. Юнир – бик шуҡ, әммә тырыш, алдынғы ҡарашлы егет. Умартасылыҡ менән быйыл ғына шөғөлләнә башлауына ҡарамаҫтан, ул ҡортсолоҡтоң бөтмәҫ-төкәнмәҫ серҙәрен ярайһы ғына  үҙләштерергә лә өлгөргән. Атаһы уға тәүҙә 2 умарта күсе бүләк итә, яңы кәсепкә рухландыра. Егет шуларҙы 6 ояға еткерә. Юнирға шулай уҡ Урғаҙа ауылынан һәләтле умартасы Варис Абдулов кәңәш-фекерҙәре менән ныҡ ярҙам итә. Әйткәндәй, йәш умартасы быйыл үҙенең көсө менән 2,5 фляга бал йыйып алыуға өлгәшкән һәм байтаҡ ҡына аҡса ла эшләгән.
 
Әйтергә кәрәк, яҡташтарыбыҙ был мәртәбәле конкурстан елле приздар тейәп ҡайтып төштө: Азат Ниәтшин һәм Юнир Кайниев БР Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамоталарына, маҡтаулы таҫмаларына лайыҡ булды. Бынан тыш Азат Сәйет улы – электр бал һурҙырғысы, ә Юнир компьютер планшеты менән бүләкләнде. Афарин!
 
Азамат Мөхәмәтшин.
Г. МИРЗИНАНЫҢ фотоһында: конкурс еңеүсеһе – Ю.Кайниев.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.