31 авг. 2012 г.

Рәсми бүлек

Социаль торлаҡ төҙөү өсөн

 Әлеге ваҡытта торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға һәм шәхси торлаҡ алыуға мохтаж ғаиләләр бихисап. Дәүләт тарафынан граждандарҙың был ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн төрлө саралар күрелә: социаль яҡланмаған граждандар өсөн махсус программалар эшләй, торлаҡ төҙөү, һатып алыу өсөн республика һәм федераль кимәлдә субсидиялар бирелә.

Дүшәмбелә муниципаль район хакимиәтенең ултырыштар залында ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашлығында үткән йыйылышта ла һүҙ тап ошо хаҡта барҙы. Улар алдында Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ төҙөлөшө фондының шәхси торлаҡ төҙөүгә ярҙам итеү бүлегенең әйҙәүсе инженеры А.Ғ. Ғилемханов сығыш яһаны. “Барығыҙға ла билдәле булыуынса, БР Торлаҡ төҙөлөшө фонды дәүләт унитар предприятиеһы тарафынан ошо тәңгәлдәге проблемаларҙы хәл итеү маҡсатында күп эшләнә. Ауыл биләмәләре башлыҡтары булараҡ һеҙ күберәк ветерандар, күп балалы ғаиләләр өсөн тәғәйенләнгән программалар, “2013 йылға тиклем ауылды социаль үҫтереү” маҡсатлы программа буйынса эшләйһегеҙҙер, моғайын. Бөгөн мин һеҙҙе социаль шәхси торлаҡ төҙөү буйынса ҡабул ителгән яңы программа менән таныштырмаҡсымын”, – тип башланы ул һүҙен. “Йорт комплекты” тип аталған был программа БР Торлаҡ төҙөлөшө фонды, БР Урман хужалығы министрлығы, БР муниципаль райондар ассоциацияһы тарафынан бойомға ашырыла. Уның шарттары буйынса торлаҡҡа мохтаж булараҡ иҫәптә торған, милкендә йәки ҡуртымға алынған шәхси төҙөлөш өсөн ер участкаһы булған граждандарға 5 йылға 5 процент менән 300 мең һум күләмендә аҡсалата займ бирелә. БР Урман хужалығы министрлығынан 1 кешегә 120 кубометр ағас бүленә. Займ алыусы төҙөлөш эштәрен үҙ көсө менән башҡара, ә бына ағас сығарыу, әҙер өй комплектын (бураһы, иҙән, түбә таҡтаһы һ.б.) әҙерләү эшен килешеү буйынса подряд ойошмаһы башҡара. Был программала 50 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар, 55 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡатнаша ала. Әйткәндәй, әлеге ваҡытта Башҡортостан буйынса программала ҡатнашыусыларға 180 йорт комплекты эшләнгән дә инде. Айҙар Ғизетдин улы беҙҙең район халҡын ошо программала ҡатнашырға саҡырҙы. Аҙаҡтан ауыл биләмәһе башлыҡтарының һорауҙарына яуап бирҙе.
 
Артабан муниципаль район Советы секретары Р.З. Ишбулатов сығыш яһаны, уның сығышы ауыл биләмәләре хакимиәттәренең эшен ойоштороу мәсьәләләренә арналды.
 
Йыйылыш һуңында муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов БР Президенты Р.З. Хәмитовтың беҙҙең районда уҙған аҙналағы эш сәфәре, хәл итәһе көнүҙәк проблемалар, киләсәккә пландар тураһында һөйләне.
 
Сәлимә Кейекбирҙина.  

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.