16 авг. 2012 г.

Фермерҙарға ярҙам


Конкурс иғлан ителә

“2012-2014 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында яңы эш башлаусы фермерҙарға ярҙам күрһәтеү” һәм “2012-2014 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү”  маҡсатлы программалары буйынса һайлап алыу конкурсын уҙғарыу тураһында информацион белдереүе


  1. Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министрлығы “2012-2014 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының яңы эш башлаусы фермерҙарға ярҙам күрһәтеү” һәм “2012-2014 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү” маҡсатлы программаларында ҡатнашыусы крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын һайлап алыу конкурсында ҡатнашырға теләүселәрҙән заявка ҡабул итеү тураһында хәбәр итә.
    2012 йылғы конкурста ҡатнашыу өсөн Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министрлығының 2012 йылдың 6 июнендә ҡабул ителгән 142-се ҡарары менән раҫланған шарттарға ярашлы, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары булараҡ теркәлеү үткән Рәсәй Федерацияһы гражданы булған шәхси эшҡыуарҙар саҡырыла.
  2.  Конкурста ҡатнашыу өсөн заявкалар ҡабул итеү урыны һәм ваҡыты:
    450008, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106, 233-сө кабинет. Телефон: 8 (347) 272-19-29. Эш сәғәте: иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 5-кә тиклем (төшкө аш: 1-ҙән-2-гә тиклем). Шәмбе, йәкшәмбе (байрам көндәре) – ял.
    Заявкалар 2012 йылдың 25 июленән 24 авгусына тиклем ҡабул ителә. 
  3. Конкурста ҡатнашыу өсөн үрҙә күрһәтелгән адрес буйынса һәр кем үҙе килеп, билдәләнгән өлгө буйынса заявка бирергә тейеш. Заявка ике данала тултырыла, икенсеһенә теркәлеү датаһы ҡуйылып, заявка биреүсегә кире ҡайтарыла.
  4. Заявкала төҙәтеүҙәр ҡабул ителмәй. Булған осраҡта ла ул заявка биреүсенең ҡултамғаһы менән нығытылырға (раҫланырға) тейеш. Заявка информацион белдереүҙә күрһәтелгән датанан һуң ҡабул ителмәй.
  5. Документтарҙа күрһәтелгән мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөнә заявка биреүсе үҙе яуап бирә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.