31 авг. 2012 г.

Хаттарҙан юлдар

...Ауылыбыҙҙа мәсет асылыуға күп ваҡыт үтмәһә лә, ул һүҙҙең ысын мәғәнәһендә иман йортона әүерелде. Оло йәштәге кешеләр, еңгәйҙәребеҙ унда ихлас йөрөй. Үҫмерҙәр, йәштәр ҙә килә. Тик йәш быуындың тағы ла күберәк йөрөүен теләге килә. Изге Рамаҙан айында мәсеттә төрлө саралар үткәрелде, намаҙ-аяттар уҡып, вәғәздәр тыңлап, ҡәҙер төнөн ҡаршыланыҡ. Шәхси эшҡыуарҙар Илүзә һәм Илшат Исҡужиндар ҙа беҙгә ҙур ярҙам күрһәтте. Әлбиттә, ауылдағы бар иманлы саралар Әмин ауылының имам-хатибы М.Р. Йосопов, мәзин Ф.М. Юнысовтың тырышлығы менән үтә. Уларға арымай-талмай ярҙам иткән Фәйзулла Үтәбаев, Фәнил Ишҡыуатов, Ришат Йосопов, Ғәрифә Юнысова, Вәкилә Йосопова, Миңзәлә Исҡужиналарға ла рәхмәт әйтергә кәрәк.
Зәйтүнә Күлдебаева.
Әмин-Күнзавод ауылы.

* * *
...Бер төркөм йәш йырсыларҙың, Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының йәштәр бүлеге етәкселегендә, экстремизм һәм терроризмға ҡаршы йүнәлтелгән концертын һәр кем йылы ҡабул итте.  Миңә уларҙың сығышын Ҡарамалы ауылында ҡарарға насип булды. Тамашаны көслө алҡыштар менән оҙатып, халыҡ үҙенә әллә күпме дәрт-дарман алды. Тимәк, йәштәрҙең сығышы кешеләрҙең күңеленә үтеп инеп, рух осҡонон тоҡандырҙы. Дини мәғлүмәттәр биргәндә, халыҡ йырҙары яңғырағанда, ҡурай һыҙҙырғанда, әйтерһең дә, халҡыбыҙ бер-береһенә зиннәтле әйберҙәрен, саҙаҡалар биреп ҡыуанды.
Арабыҙҙа дин тотҡан йәштәребеҙҙең артыуын иҫәпкә алып, уларҙың мәнфәғәтен күҙәтеү зарур. Динебеҙҙе лә, милләтебеҙҙе лә һаҡлау – һәр кемебеҙҙең изге бурысы ул.
Бибинур Ғиззәтуллина.
Сибай ҡалаһы.

* * *
...Йәй мәле етһә, тыуған яҡты, ауылды һағынып, ял итергә ашҡынып ҡайтабыҙ. Оҙон юлда төрлө өлкәләрҙе, ҙур ҡалаларҙы үтеп, эҫелә һыуһап, киоск, магазиндарҙан минераль һыу, татлы һуттар алабыҙ. Туҡталыштарҙа ниндәй генә һыуҙар эсергә тура килмәй! Юҡ инде! Беҙҙең Дауыт ҡоҙоғоноң һыуына етмәй! Шундай уйҙар менән юлда саҡрымдарҙы, сәғәт-минуттарҙы һанап киләбеҙ.
Эйе, бер ерҙә лә юҡ бындай шифалы һыу. Беҙҙең Ишмөхәмәт ауылында ғына барҙыр ул. Алыҫ, оҙон юлдан арып-талып, ҡайтышлай туҡталып, бер ус һыу эсһәң, бөтә арыу-талыуҙарың юҡҡа сыға. Дауыт ҡоҙоғо кешеләргә бәхет, шатлыҡ килтерә ул. Шуға күрә кейәүгә сығып, яңы тормош башлаған йәш киленсәктәр һыу юлын унан башлай. Мин дә ҡайтҡан һайын көйәнтә-биҙрәләремде алып, бала сағымды иҫләп, һағынып Дауыт ҡоҙоғона төшәм.
Һыуҙарың мул, өҫтәлеп артып торһон, бер ваҡытта ла кәмемәһен ауылыма дәрт, көс, ҡеүәт биреп торған Дауыт ҡоҙоғо!
Гүзәл ӘХМӘРОВА.
Нефтеюганск ҡалаһы.   

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.