11 авг. 2012 г.

БОРСОУЛЫ ХӘЛ


     УТ БЕР НӘМӘНЕ ЛӘ АЯМАЙ


     Ике тәүлектән ашыу Семеновск янында Ирәндек битләүендә янғын ҡотора. Ут бер нәмәне лә аямай, үҙ юлындағы бар йәшеллекте ҡырып алға ынтыла. 

     Янғын сығыу сәбәптәре әле асыҡлана. Шулай ҙа, бер нәмә лә кеше ҡатнашлығынан тыш булмай. Көндөң эҫе тороуына ҡарамаҫтан, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күп осраҡта күҙәтмәйбеҙ, һаҡһыҙлыҡ күрһәтәбеҙ. Һөҙөмтәлә, уттан көл-күмергә әйләнгән ҡара ер генә ятып ҡала. Ә был урында ҡайтанан ҡасан йәшел үлән морон төртөр, ағас үҫентеләре тамыр ебәрер?
     Эҫе, ҡоро елдең иҫеүенә күҙ асып йомған арала әллә ҡайҙа барып еткән уттың юлын ҡыйырға тырышҡан янғын һүндереүселәр һәм ярҙамға килеүселәр: 114-се янғын һүндереү часынан тыш, ДОСААФ,  “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” ААЙ-һы, район элемтә үҙәге, “Баймаҡ урмансылығы”, 105-се һөнәрселек лицейы, шулай уҡ Ишмырҙа һәм Ишмөхәмәт ауылдарының ирекле янғын һағы коллективтары ҙур батырлыҡ күрһәтә. Янғындың тағы ла көсәйеп китеүенә юл ҡуймаҫ өсөн даими дежурлыҡ ойошторолған. Хәл контролдә тотола.
     Бөгөн республиканың Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән, Йылайыр, Хәйбулла, Белорет, Учалы, йәмғеһе 19 районында урман янғыны теркәлеү сәбәпле, ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән. “Башинформ” агентлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республика буйынса һуңғы ике тәүлектә генә 79 гектар майҙанды ут ялмап алған.
     Һыуҙан ҡала, уттан ҡалмай, ти халыҡ мәҡәле. Бындай афәттең ҡайтанан ҡабатланыуын теләмәһәк, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен бөгөн айырыуса күҙәтергә кәрәк.
     Лилиә ТАКАЕВА.
     Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.