31 авг. 2012 г.

Ауыл хужалығы

Ураҡты тиҙ Арала тамамлау – төп бурыс


Районда урып-йыйыу, мал аҙығы әҙерләү эштәре, малсылыҡ базаларын ҡышҡа хәстәрләү дауам итә. Ауыл хужалығы бүлегенән алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, кисәге көнгә район буйынса иген культуралары 35678 гектарҙа урып-һуғылған, был планға ҡарата 73 процент тәшкил итә. Гектар ҡеүәте уртаса – 6,8 центнер, тулайым йыйым 24089 тонна. Ужым арышы – 721, бойҙай – 19588, арпа – 10115, һоло – 4466, борсаҡ 788 гектарҙа йыйып алынған. 7936 тонна орлоҡ, 4280 тонна фураж һалынған. Ашлыҡтың уңышы “Толпар” (төшөм 12,1 центнер), Башҡортостан ғилми-тикшеренеү ауыл хужалығы институтының Ҡуянтауҙағы фәнни подразделениеһы (10,2 ц), “Байҡара” (9,5 ц), Ленин исемендәге (8,5 ц) хужалыҡтарҙа, МТС-та (8,5 ц) сағыштырмаса юғары. “Мырҙаҡаев” КФХ-һы, “Толпар” ЯСЙ-һы һәм БҒТАХИ-ның Ҡуянтауҙағы подразделениеһы иң беренселәрҙән булып ураҡ эштәрен тамамланы. Ленин исемендәге, “Баймаҡ” ҒПБ-һы, “Аҡморон”, “Октябрь” хужалыҡтарында ла был тәңгәлдә эштәр аҙағына яҡынлаша. Әммә башҡа хужалыҡтар эш темпын күтәрергә ашыҡмай әле.

– Һуңғы осорҙағы ямғырҙар ураҡ эштәрен, әлбиттә, тотҡарланы, әммә яуым-төшөм ужым культуралары сәсеүгә яҡшы нигеҙ бирҙе, – тип билдәләне райондың баш агрономы Р.Ғ. Рәхмәтуллин. – Бөгөн бөтә көс тиҙ арала ураҡ эштәрен тамамлауға йүнәлтелергә тейеш. Ә уның темпын яҡшынан тип әйтеп булмай. “Уңыш”, “Йылайыр”, “Таналыҡ”, “Богачевка” хужалыҡтарында ҙур майҙандарҙа урып-йыйыу эштәрен атҡараһы  бар. Техниканың туҙыуы, комбайн паркының үтә ярлы булыуы бәкәлгә һуға.  “Урал аръяғы” МТС-ына ҙур өмөт бағлайбыҙ. Әле ул үҙ баҫыуҙарындағы уңышты йыйып алыу менән мәшғүл. Эштәрен тамамлау менән, ундағы комбайндар хужалыҡтарға ебәреләсәк.
Мал аҙығы әҙерләү ҙә дауам итә. Ленин исемендәге, “Рассвет”, “Уңыш” хужалыҡтары, “Баймаҡ” ҒПБ-һы ҡышҡа ныҡлы мал аҙығы базаһы менән инәсәк. Ә бына башҡа хужалыҡтарҙа, айырыуса “Байҡара” агрофирмаһында, “Таналыҡ”, Салауат исемендәге АХК-ларҙа, хәл сағыштырмаса киҫкен тора. Тимәк, бөгөн, ураҡ эштәре менән бер рәттән, бесән, силос әҙерләү, күберәк һалам ташыу тураһында уйланырға кәрәк.
Киләһе уңыш тураһында ваҡытында хәстәрлек күреү мөһим. Бөгөнгә кәрәкле күләмдәге орлоҡ материалының яртыһы әҙерләнде лә инде. Фураж да һалына. Хужалыҡтарҙың киләһе сәсеү миҙгеленә етерлек орлоҡ тупларына өмөт ҙур.
Күптән түгел яуып үткән ямғырҙар тупраҡта 71 мм дым барлыҡҡа килтерҙе. Был бик яҡшы күрһәткес. Шуның өсөн беҙгә оҙаҡҡа һуҙмай, йәғни 10 сентябргә ҡәҙәр, ужым культуралары сәсеүҙе тамамларға кәрәк. Был страховка культураһының ниндәй әһәмиәткә эйә икәне һәр кемгә мәғлүмдер. Арышты беҙҙең ҡоролоҡтан интеккән Урал аръяғы  зонаһында сәсеү айырыуса отошло. Өлгө итеп Ленин исемендәге АХК-ны алайыҡ. Хужалыҡ был культуранан бер ваҡытта ла баш тартмай һәм унан яҡшы табыш алыу юлдарын белә. Быйыл улар арышты мал аҙығы, фураж, иген сифатында ла файҙаланды. Әлеге миҙгелдә хужалыҡта был культура 500 гектарҙы биләйәсәк. “Рассвет” АХК-һы, “Баймаҡ” ҒПБ-һында ла был мәсьәләгә иғтибар көслө. Ә бына башҡа хужалыҡтарҙа хәл бөтөнләй икенсе. Ғөмүмән, барлыҡ хужалыҡтар ҙа ужым культуралары сәсеүгә ныҡлы иғтибар бүлергә бурыслы.
Дөйөм алғанда, бөгөн бөтә көс ураҡты һәм мал аҙығы әҙерләүҙе тамамлауға йүнәлтелергә тейеш. Бының өсөн һәр етәксе, белгес, урта звено хужаһы производствоны ойоштороу юлдарын эҙләргә һәм табырға бурыслы.

Азамат Мөхәмәтшин.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.