21 авг. 2012 г.

Уңғандар беҙҙең арала

Көнһылыу Шәрипова – сауҙа алиһәһе


1986 йылдан кондитер булып эшләп, тәүге торттарын бешереп һөйөндөргән кешеләрҙең балаларын да хәҙер ошо тәмлекәстәр менән тәьмин иткән К.Ғ. Шәрипова һәр кем кемгә яҡшы таныш.

Заманында үҙ эшен 5 килограмм он, бер нисә килограмм шәкәр менән генә башлап ебәргән Көнһылыу Ғәле ҡыҙы Шәрипованың тормошон эшҡыуарлыҡҡа тотонорға теләгән һәр кемгә өйрәнеү китабы итеп бирергә булалыр.Ул етәкләгән «Тәмлекәс» кафеһы кондитерҙары халыҡты үҙенсәлекле формала бешерелгән торттар менән һөйөндөрә. Шуға күрәлер инде уларҙың тәмлекәстәренә Сибай ҡалаһы, Хәйбулла районы халҡы ла яратып заказ бирә.    
 
Көнһылыу Ғәле ҡыҙының районыбыҙҙан берҙән-бер эшҡыуар булып ”Сауҙа-2012” тип аталған I республика фестивалендә ҡатнашыуын бик тә лайыҡлы, ул үткән ҡытыршы юлдарға баһа булғандыр, тип уйлайым. Тәүге тапҡыр уҙғарылған үҙенсәлекле сараға Башҡортостандың иң яҡшы производство һәм сауҙа предприятиелары йыйыла. Ул “Үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙы һайла!” тигән девиз аҫтында үтә.
 
– Башҡортостанда ниҙәр генә етештерелмәй икән! – ти Көнһылыу Ғәле ҡыҙы. – Уларҙың төрлөлөгөнә, матурлығына, зауыҡлығына һоҡланыуымдың иге-сиге булманы. Республиканың иң яҡшы производство, сауҙа предприятиелары ойошторған күргәҙмәлә ниҙәр генә юҡ ине! Айырыуса, милли һәм хәләл аҙыҡ-түлеккә ҙур иғтибар бирелеүе ҡыуандырҙы. Шундай ҙур сауҙа объекттары араһында минең дә фестивалдә ҡатнашыуым оло бәхеткә тиң. Бының өсөн район етәкселегенә, бергә эшләгән Люциә Өмөтбаева, Тәслимә Ишмөхәмәтова, барлыҡ коллективыма, байрамдың бағыусыларына бик тә рәхмәтлемен.
 
Көнһылыу апай өсөн көтөлмәгән, ғүмеренең иң иҫтәлекле мәле була был көн. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың барыһын да төрлө номинациялар буйынса билдәләйҙәр.  Һәм беҙҙең “Тәмлекәс” кафеһы директорына “Иң яҡшы кондитер изделиеларын етештереүсе” номинацияһы бирелә. Көнһылыу Ғәле ҡыҙы махсус диплом һәм “Сауҙа алиһәһе” (“Богиня торговли”) тип аталған статуэтка менән  бүләкләнә.
 
Республика кимәлендәге фестиваль-байрамда ҡатнашып, көс-дәрт алып ҡайтҡан Көнһылыу Ғәле ҡыҙының артабан да эшендә тик уңыштар юлдаш булыуын теләге килә. Районыбыҙҙың билдәле эшҡыуары, шул уҡ ваҡытта хәстәрлекле әсә, өләсәй, алтын ҡуллы хужабикә Көнһылыу Ғәле ҡыҙы киләсәктә беҙҙе юғары ҡаҙаныштары һәм, әлбиттә, тәмлекәстәре менән һөйөндөрһөн.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.