16 авг. 2012 г.

Ауыл тормошо


Гөрләшеп йәшәйбеҙ!


Йыл башынан Семеновск ауыл Советы биләмәһендә күп кенә эштәр башҡарылды. Шуларҙың береһе Монасип ауылындағы шишмәне төҙөкләндереү булды. Шишмәне бурап ҡыйығын ябыу, кәртәләү Президентыбыҙ Р.З. Хәмитовтың ауыл биләмәләренә маҡсатлы бүленгән аҡсаһына эшләтелде. Был йәһәттән эштәр әле лә дауам итә. Ауыл эсендәге урамға ҡырсынташ түшәү ҙә ошо аҡса иҫәбенә башҡарыласаҡ. Дөйөм алғанда, Монасипта өмәләр үткәреп торабыҙ. Өмәләрҙә ир-егеттәребеҙ бик ихлас ҡатнаша. Ауыл старостаһы Ишмулла Сыңғыҙов әйтмешләй, “барыһы ла үҙебеҙ өсөн бит”. Бына әле лә ауылыбыҙҙы йәмһеҙләп ултырған бер урынды кәртәләп ҡуйҙылар. Наил Мөхәмәтйәров, Вадим Фәйзуллин, Әхәт һәм Хәсән Моталлаповтар, Илнур Хоҙайбирҙин, Һөйөндөк Ғөбәйҙуллиндарҙы билдәләп үтергә була. Ҡыш көндәрендә быуаға шыршы ултыртып, бер түгел, ә ике ҡар тауы яһап, балаларҙы ҡыуандырыусылар ҙа улар булды. 


Изге Ураҙа айы алдынан мәсеттә лә өмәләр уҙҙы. Утын ауҙартылды, уны ярыу, өйөп ҡуйыу, эргә-тирәһен сабыу, эсен аҡлау, йыуыу һ.б. башҡарылды. Бында иһә ир-егеттәрҙән ауыл биләмәһе хеҙмәткәре Тимерйән Раҡаев өлгө күрһәтһә, ҡатын-ҡыҙҙарҙан Софья Күсемова, Зөлхизә Ҡансурина, Рауза Забитова, Тәнзилә Абдуллина, Мәүлиә Әбүбәкерова кеүектәр алдан йөрөй. 

Шундай мәшәҡәттәр менән йөрөгәндә гәзиттә “Ауылдаштарға бушлай концерт” тигән иғлан күҙгә салынды. Хәҙерге заманда кем бушлай сығыш яһай икән тиһәк, Альберт Салауатов булып сыҡты. 

А.Салауатов тормош юлдашы Сулпан Ғәфүрйәнова-Салауатова менән үҙҙәре алып барыусы ла, көлдөрөүсе лә булды. Ауылдаштары менән аралашып, бала сағын иҫләп, хәтирәләргә бирелеп, беҙгә шатлыҡ бүләк иттеләр. Концерт программаһының исеме лә ниндәй бит әле! “Йыр моңдарым тик һеҙҙең өсөн ауылдаштарым” тип атала. Был матур сара Себер яҡтарында эшләп йөрөүселәрҙең ял мәленә лә тура килде. Ҡарамалы, Баймаҡтан килеүселәр булды. 
Изге айҙа беҙҙе ҡыуандырып, тормошобоҙҙо нурландырып, ауылыбыҙға ҡот килтергән Альберт Салауатовҡа ғаилә бәхете теләйбеҙ! 
Бына шулай эшләп тә, күңелле ял итеп тә, гөрләшеп йәшәйбеҙ беҙ ауылдаштар менән. 

М. МУРЗАБАЕВА.
Семеновск ауылы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.