26 авг. 2012 г.

БАЙРАМДАР

     Сәскәләргә хайран ҡалып


     Матурлыҡ – донъяны ҡотҡарыр... Нисәмә йылдар элек әйтелгән тапҡыр һүҙҙәр хис-тойғоло, хозурлыҡты күрә, аңлай белгән әҙәм балаһының йәшәү рәүешенә әүерелде. 23 августа үткән Сәскә байрамында иһә матурлыҡ ҡына түгел, ә эшһөйәрлек, тырышлыҡ та күп ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыуын иҫбатланы.

     Йыл ҡоро, ямғырһыҙ килеүгә ҡарамаҫтан, район-ҡала мәктәптәре, балалар баҡсалары үҫтергән гөл-сәскә, йәшелсә-емешкә хайран ҡалырлыҡ ине. Хатта ҡойоп яуған ямғыр ҙа байрамдың бәҫен ебәрә алманы, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр: “Ямғырға асыуланып буламы инде!” – тип шаяра-көлә күргәҙмәһе янында ҡалыуҙы хуп күрҙе.
 
     Быйыл Сәскә байрамы “Рәсәй тарихы”, “Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы”на бағышланды. Мәғариф учреждениелары әҙерләгән стендтар ғына түгел, түтәлдән кисә генә өҙөп алынған йәшелсә, сәскәләрҙән эшләнгән композициялар ҙа ошо теманы яҡтыртты.
 
     Шуныһы ҡыуаныслы, мәктәп, балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре күргәҙмә ойоштороп ҡына ҡалмаған, ә мул уңыштарын һатыуға ла сығарған ине. Бында баҙарға ҡарағанда күпкә түбәнерәк хаҡҡа картуф, помидор, баклажан, ҡыяр, алма һ.б. һатылды.
 
     Мәғариф бүлеге һәм йәш натуралистар станцияһы хеҙмәткәрҙәренән торған жюри һәр күргәҙмәне иғтибар менән ҡарап сыҡты. Көслө ямғыр аҫтында торған бер мәктәп, бер балалар баҡсаһы иғтибарһыҙ ҡалманы.
 
     Шулай итеп, конкурсҡа йомғаҡ яһап, мәктәптәр араһында 2-се мәктәп – Гран-при, 4-се менән Иҫке Сибай – беренсе, Урғаҙа менән лицей-интернат –икенсе, Әбделкәрим һәм Ҡолсора өсөнсө урынға сыҡты. Балалар баҡсалары араһында иң яҡшыһы тип “Күбәләк” баҡсаһы иғлан ителде һәм Гран-при тапшырылды. “Әкиәт” – беренсе, “Сәпәкәй”, Йондоҙло”, “Гөрләүек” икенсе урынды яуланы. Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
 
     Эйе, быйылғы еңел булмаған йылда баҡсаларында мул уңыш алып, унан бай йөкмәткеле күргәҙмә әҙерләп, аҙ булһа ла аҡса эшләп өлгөргән мәктәп һәм балалар баҡсалары маҡтау һүҙҙәренә генә лайыҡ. Киләһе йылда ла Сәскә байрамы сәскәләр төрлөлөгө, емеш-еләк, йәшелсә күплеге һәм, әлбиттә, сағыулығы менән ҡыуандырыр, тип ышанабыҙ.
 
     Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.           
     Автор фотолары.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.