11 авг. 2012 г.

Яңылыҡтар


     Реконструкция көтөлә

     Ленин исемендәге АХК “500 ферма” республика программаһында ҡатнашыу статусы алды. Сметаға ярашлы “Форсаж” ЯСЙ-һы тарафынан ферманы модернизациялау, ҡоролмалар ҡуйыу 15 миллион һумға баҫасаҡ. Шулай уҡ программала “Рассвет” АХК-һының ҡатнашыуы ла ҡарала. Ике хужалыҡта ла Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты белгестәре тарафынан технологик аудит үткәрелде. Махсус район комиссияһы төҙөлөп, уның тарафынан малсылыҡ базаларында реконструкция һәм капиталь ремонт үткәреүгә яраҡлыҡ тикшерелгән.

     Надежда – икенсе!

     Күптән түгел Силәбе өлкәһенең Варна ҡасабаһында үткән ат спорты ярыштарында “Баймаҡ” ҒПБ-һы һәм Иҫке Сибайҙан “Шөгөров” КФХ-һы арғымаҡтары район һәм Башҡортостан намыҫын яҡлап сығыш яһаны, ҙур еңеүҙәр яулап ҡайтты. “Шөгөров” хужалығының Надежда ҡушаматлы сабыш аты (һыбайлыһы Марат Баязитов) 4000 метр дистанцияла икенсе урын яуланы.    

     Шишмә тәртипкә килтерелде

     Сибай ҡалаһында эшләп килгән “Урал аръяғы” хәйриә фонды үҙенең эшмәкәрлеген февраль айынан алып бара. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ауырыу балаларға ярҙам итеү, “Мир” кинотеатрын ремонтлау һымаҡ ҙур эштәр башҡарылған. Август айы башында фонд тарафынан Моҡас ауылы янындағы шишмә тирәһен тәртипкә килтереү һәм төҙөкләндереү үткәрелде.

     Йәштәр ауылға ҡайта

     Һуңғы йылдарҙа уҡыу йорттарын тамамлап, ауыл хужалығына эшкә ҡайтыусы йәштәрҙең күбәйеүе күҙәтелә. Быға, әлбиттә, яңы эш башлаусы йәш белгестәргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү ҙә ҙур роль уйнай. 2009-2011 йылдарҙа юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаған 16 йәш кеше ошондай ярҙам алған. Әйткәндәй, быйыл 5 белгес райондың ауыл хужалығы тармағына эшкә ҡайтты. Улар “Байҡара”, “Йылайыр” хужалыҡтарында, Баймаҡ тоҡомсолоҡ предприятиеһы, “Урал аръяғы” МТС-ында хеҙмәт юлын башланы.  
     Айбулат ИШНАЗАРОВ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.