21 авг. 2012 г.

Рейд

Сүп-сарҙан ҡасан ҡотолорбоҙ?

Күл буйында ял итеүселәрҙән ҡый ғына ҡала


Районыбыҙҙың йөҙөк ҡашы булған Талҡаҫ, Граф күлдәре, Ғәҙелша шарлауығы бөгөн ярҙам һорай. Тәбиғәт мөғжизәләренең тирә-яғын сүп-сар баҫҡан, шешәләргә күмелгән. Һүҙ юҡ, көндәрҙең ҡояшлы, ҡоро тороуы халыҡты йылға буйҙарына, күлдәргә ҡыуа. Ләкин  беҙҙең тәбиғәткә булған мөнәсәбәтебеҙ ниндәй? Ял итеү ҡағиҙәләрен күҙәтәбеҙме? Ошо һорауҙарға яуап эҙләп, Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының Сибай төбәк комитетының әйҙәүсе белгесе-эксперты Ғ.Р. Сафиуллин менән рейдҡа сыҡтыҡ.

Беренсе сиратта Талҡаҫ күленә юл тоттоҡ. Бында, ғәҙәттәгесә, халыҡ бик күп. Машиналарҙағы номерға ҡарап, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Ханты-Манси автономлы округынан, хатта Мәскәүҙән ял итергә килеүселәрҙе күрергә мөмкин.

Талҡаҫ буйын бер нисә кеше ҡуртымға алған. Тәүҙә “Таулы күл” ЯСЙ-һы биләмәһенә юлланабыҙ. Шлагбаумдан үтеп күлгә яҡынаябыҙ. Һаҡсы беҙҙең һорауыбыҙға яуап биреп, күл буйын аҙнаһына 2-3 тапҡыр йыйыштырабыҙ тиһә лә, бында бер ерҙә лә таҙалыҡ күрмәнек. Ҡайҙа ҡарама – сүп-сар, шешәләр... Ял итеүселәрҙең бер төркөмөнә яҡынайып, тәьҫораттары менән ҡыҙыҡһынабыҙ.
 
– Бөгөн тәүгә ял итергә килдек. Талҡаҫ буйы оҡшай, ләкин яр буйы ҡыйлыҡҡа әйләнгән, – тине Йомаштан килгән Гүзәл Баййегетова. – Бында урынлашыр алдынан башта эргә-тирәне таҙартып алдыҡ. Үҙебеҙҙең ҡыйҙарҙы иһә бына һауытҡа йыйып барабыҙ.
 
Башҡа ял итеүселәрҙән дә шундай яуап ишеттек. Бөтә ерҙә лә усаҡ яғылған, шешлек бешә, ашъяулыҡтарға табын ҡоролған. Бындай “байрам табыны”нан һуң, әлбиттә, сүп-сар тау-тау булып өйөлөп ҡала.
 
Был урындан сыҡҡанда һаҡсынан “Таулы күл” ЯСЙ-һы хужаһының исем-фамилияһын, телефонын һораныҡ. Ләкин ул үҙенең кемгә эшләп йөрөгәнен дә “белмәй” булып сыҡты. Ял итергә килеүселәрҙән ни өсөн 300 һум түләттергәндәрен, был суммаға ниндәй хеҙмәт инеүе тураһында ҡыҙыҡһынһаҡ та, яуап ала алманыҡ. Юлға арҡыры торған шлагбаумды асып индергән өсөн генә 300 һумды ҡалдырып китәбеҙ түгелме? Ә уның эргәһендә генә гөрләп эшләп торған “Ҡороған ағас буйында” пляжында бөтөнләй икенсе күренеш. Бер ерҙә лә сүп-сар күрмәҫһең, бөтә ерҙә таҙалыҡ хөкөм һөрә. Күңелле музыка уйнай, кафе эшләй. Һыуҙа үҙеңде нисек тотоу хаҡында аңлатҡан мәғлүмәт таҡтаһы ла бар. Ишбирҙенән балалары, туғандары менән ял итергә килгән Ләйсән Дәүләткилдина үҙенең һоҡланыуын йәшермәне. Йылайырҙан килеүселәр ҙә ҡәнәғәт ине.
 
“Таған” туристик кемпинг хужаһы Р.М. Яхина беҙҙе үҙе ҡаршы алып, ял итеү уңайлыҡтары менән таныштырҙы. Бөтә ерҙә таҙалыҡ, клумбаларҙа сәскәләр үҫә.
 
Талҡаҫ буйын ҡуртымға алып та, эш күрһәтмәгән урындар бөгөн борсолоу тыуҙыра. Тирә яғын сүп-сар баҫҡан. Шунда уҡ берәүҙең машинаһын йыуып торғанын күреп эргәһенә ашыҡтыҡ. Ләкин ул беҙҙе шәйләп, тайыу яғын ҡараны. Таксистар машиналарын йылға, күл буйҙарына алып барып йыуыуҙары тураһында борсоулы сигналдар йыш ишетелә. Уларҙың хужаларына иҫкәртеү яһалыуға ҡарамаҫтан, әле булһа закон боҙоуға баралар. Был иһә уларға Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 8.13-сө статьяһына ярашлы, физик берәмектәргә – 2 мең һумға, юридик берәмектәргә 4 мең һумға тиклем штраф һалыу менән янай.
 
– Талҡаҫ күле һыуына яһалған анализ һөҙөмтәһенә ҡарағанда, унда яғыулыҡ-майлау материалдарының саманан артыҡ булыуы күренә, – тине Ғ.Р. Сафиуллин. – Машиналарҙы йылғала йәки уның ярында йыуыуҙары, күл буйына яҡын ҡуйыуҙары шундай һөҙөмтәгә килтерә лә инде.   
Ағастан ҡуйылған сүп-сар ташлау контейнерҙарын ял итергә килеүселәр утын итеп яғып бөткәндәр.
 
– Талҡаҫ күлен ҡуртымға алыусылар бындағы таҙалыҡты, тәртипте лә күҙәтергә бурыслы. Күлдең көньяғын “Талҡаҫ” шифаханаһы ҡуртымға алған, бындағы ләм сығанаҡтарын улар дауалауҙа ҡулланалар, ләкин күлде таҙа тотоу талаптарын күҙәтмәүҙәре аңлашылмай, – тине Ғ.Р. Сафиуллин. – Талҡаҫ күлен таҙартыу буйынса махсус программа әҙерләнә. Ошо көндәрҙә проект документтары ҡараласаҡ.
 
Граф күлендә хәлдәр тағы ла аяныслыраҡ. Тәғәйен генә хужаһы булмағанлыҡтан, тош-тош урында өйөм-өйөм сүп-сарҙан тау хасил булған. Кем ҡайҙа теләй ҡыйын шунда ташлай, күрәһең. Мәңге серемәҫ пластик шешәләрҙән ҡотолоу юлы бармы икән? Кемдер балыҡ ҡармаҡлай, кемдер ял итергә килгән. Ләкин уларҙан һуң өйөм-өйөм булып ҡый ҡалыуына шик юҡ.
 
Ғәҙелша шарлауығында иһә башлыса Сибай ҡалаһы халҡы ял итә. Бындағы халыҡ та үҙҙәренең түбән мәҙәнилеген күрһәтә: ҡайҙа ҡарама – сүп-сар, шешәләр, ҡағыҙҙар... Дөрләп янған усаҡтарға ҡарап, сәстәрең үрә торор! Шундай ҡоро, эҫе көндә лә һаҡһыҙлыҡ күрһәтәләр! Энәлек ағастарына иһә төрлө сепрәк-сапраҡ бәйләп бөткәндәр. Бында килеүселәр үҙҙәренең кире энергияларынан, ауырыуҙарынан шулай “ҡотолоу” юлын тапҡан.
 
Тәбиғәтебеҙгә ҡарата битарафлыҡ хәүефкә һала. Беҙ киләсәк быуынға нимә ҡалдырырбыҙ? Бер тамсы һыуға тилмереп ултырмаһаҡ ярар ине.
– 25 августа Сибай төбәк комитеты районда экологик өмә ойоштороу инициативаһы менән сыға, – тине Ғ.Р. Сафиуллин. – Һәр кем ошо сараға ҡушылып, үҙ ихатаһын ғына түгел, ял иткән урынын да сүп-сарҙан таҙартыуға ихлас ҡушылһын ине.
Шулай итеп, дуҫтар, тәбиғәт ҡомартҡыларын яҡлау һәм һаҡлау маҡсатында бөтәбеҙ ҙә экологик өмәгә!
 
Лилиә ТАКАЕВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.