16 авг. 2012 г.

Яңылыҡтар


Яңы китап донъя күрәсәк

Республикала, шулай уҡ районыбыҙҙа ла “Рәсәй тарихы йылы”на арналған төрлө тематик саралар үтә. Шуларҙың иң һөйөнөслөһө – абруйлы аҡһаҡал, крайҙы өйрәнеүсе Ә.З. Сәйғәфәровтың “1812 йылғы Ватан һуғышында илһөйәр һәм ғәййәр олатайҙарыбыҙ” тип аталған китапты баҫмаға әҙерләүе. Яңы китапта батыр башҡорт яугирҙарының бар Рәсәй өсөн мөһим булған һуғыштағы ҡаһарманлығы һүрәтләнә. Китап һөйөүселәр тарихи яҡтан да ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле мәғлүмәт табасаҡ.  

Ҡыҙҙар тыйнаҡ булһын...

Район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре “Граф күле” балалар лагерында “Ҡыҙҙар йыйнаҡ булһа, егеттәр тыйнаҡ була” тигән “түңәрәк өҫтәл” ойошторған. Сарала ағинәйҙәр ҙә ҡатнашҡан. Уның барышында ҡыҙҙарға әхлаҡ, иман, әҙәп, ғаилә ҡороу кеүек темаларға сығыш яһалған. Шулай уҡ йәш ҡыҙҙарҙы ҡыҙыҡһындырған һәм борсоған һорауҙарға яуап бирелгән.

Балаларҙы һаҡлау өсөн

Районда балаларҙы юл хәл-ваҡиғаларынан һаҡлау өсөн “Иғтибар – балалар!” тип аталған профилактик операция иғлан ителде. Мәғлүм булыуынса, йыл һайын республикала йөҙәрләгән бала аварияға тарып, тән-йәрәхәттәре ала, һәләк булыусылар ҙа бар. Балаларҙың скутерҙа юл-транспорт хәл-ваҡиғаһына тарыу осраҡтары ла йышая. Шуға күрә профилактик операция барышында юлдың хәүефһеҙлеге, мәктәп автобустары тикшереләсәк, балалар менән осрашыуҙар үткәреләсәк.
Г. Иҫәнгилдина.

Иман йорто асыла

24 августа сәғәт 11-ҙә Бетерә ауылында мәсет асыласаҡ. Иман йортон асыу тантанаһына барлыҡ ауылдаштарыбыҙҙы, ҡәрҙәштәребеҙҙе саҡырабыҙ.
Ойоштороу комитеты.

Рәхмәт һеҙгә!

26 июлдән 6 авгусҡа тиклем 6 пенсионер Төркмән дауаханаһының шәфҡәт туташы тәрбиәләүендәге бүлектә һаулығыбыҙҙы нығытып, ял итеп ҡайттыҡ. Медицина хеҙмәткәрҙәре һәр кемде иғтибар менән ҡарай, кәңәштәрен бирә. Ауырыуҙарҙы ҡарау, ашатыу юғары кимәлгә ҡуйылған. Йөҙҙәренән изгелек бөркөлгән аҡ халатлыларға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
У. Ғибаҙуллина.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.