11 авг. 2012 г.

ҠЫШҠА ӘҘЕРҺЕҢМЕ?


     Йорттар ремонтланасаҡ

    Ошо көндәрҙә күп ҡатлы йортта йәшәүселәрҙең йыйылышы үтте. Унда торлаҡ фондына капиталь ремонт яһау мәсьәләһе ҡаралды. Йыйылышта Баймаҡ ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы урынбаҫары М.Ә. Әбүбәкиров, “УК ЖФБ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Р.Р. Байбулатов һәм торлаҡ милекселәре ширҡәттәре вәкилдәре ҡатнашты.
   
     Тәүҙә Р.Р. Байбулатов “2012 йылда күп ҡатлы йорттарҙы капиталь ремонтлау буйынса республика адреслы программаһы” (Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2012 йылдың 16 июлендә ҡабул ителгән 235-се ҡарары менән раҫланған) менән таныштырҙы. Унда торлаҡ фондын капиталь ремонтлау өсөн торлаҡ милекселәренә һәм муниципалитеттарға ярҙам күрһәтеү саралары ҡаралған.
     Баймаҡ ҡалаһында был программа буйынса ун күп ҡатлы йорт ремонтланасаҡ. Программа шарттарына ярашлы, капиталь ремонт эштәренә дөйөм сығымдың 70 проценты республика бюджеты, 30 проценты урындағы бюджет һәм 5 проценты милекселәрҙең үҙ иҫәбенә ҡапланырға тейеш.
     Ремонт эшләнәсәк һәр йортҡа ҡарата аныҡ саралар планы, смета төҙөлгән. Уларҙың ҡыйыҡтары ремонтланасаҡ, файҙаланылған йылылыҡты, һыуҙы һәм электр энергияһын иҫәпләү приборҙары ҡуйыласаҡ, канализация селтәре алмаштырыласаҡ. Башҡарыласаҡ эштәр планына ошо йорттарҙа йәшәүселәрҙең теләктәре лә иҫәпкә алынған.
     М.Ә. Әбүбәкиров, Баймаҡ ҡалаһындағы торлаҡ йорттарҙы ремонтлауға республика бюджетынан 9,8 миллион, ҡала бюджетынан 4,2 миллион һум бүленгән, тип белдерҙе. Торлаҡ милекселәре тарафынан 736 мең һум иғәнә тупланған. Һөҙөмтәлә, йыйылған 14,736 миллион һум ун йортто ремонтлауға тотоноласаҡ. 
     Бөгөн торлаҡ йорттарҙы капиталь ремонтлау өсөн подрядсы ойошманы билдәләргә конкурс иғлан итеү мөһим. Ойошманы һайлап алыу, эштәрҙе контролдә тотоу өсөн йыйылышта ҡатнашыусылар араһынан вәкилдәр һайланды.
     Йыйылыш һуңында торлаҡ йорттарҙа йәшәүселәрҙең теләктәре һәм ялыуҙары тыңланды. Уларға власть вәкилдәре аныҡ яуаптар бирҙе.

     Лилиә ТАКАЕВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.