31 авг. 2012 г.

Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы

“Атайым менән йәшәргә теләйем!”


Бала... Донъялағы иң ғәзиз, иң яҡын йән эйәһе. Үкенескә ҡаршы, арабыҙҙа ошо гонаһһыҙ сабыйҙарға хыянат иткән, уларҙың тормошон кескәй саҡтан тамуҡҡа әйләндергән ата-әсәләр, өләсәй-ҡартатайҙар бар.

Район хакимиәтенең балиғ булмағандар эше һәм балаларҙың хоҡуғын яҡлау буйынса комиссияһы үҙенең ултырышына насар йәшәгән, эскелеккә һабышҡан кешеләрҙе саҡырып, уларҙың улдарының һәм ҡыҙҙарының яҙмышын хәл итә. Сираттағы шундай сара Аҡморонда үтте. Уның эшен район хакимиәте башлығы урынбаҫары И.М. Йәндәүләтов етәкләне. Комиссияла 6 ғаиләлә тәрбиәләнгән балаларҙың яҙмышы хәл ителергә тейеш ине. Әлбиттә, был кешеләрҙе ғаилә тип атауы бик ауыр.

Тәүге булып башланғыс кластарҙа уҡыған ейәнен тәрбиәләгән өләсәйҙең эше ҡаралды. Уның 32 йәшлек ҡыҙы әсәлек хоҡуғынан күптән мәхрүм ителгән. Ҡатын әсәһе һәм балаһы менән бергә йәшәргә тейеш булмаһа ла, өйҙән сығырға теләмәй. Ул йыш ҡына йортҡа әшнәләрен йыя, эскелек ойоштора. Балаһын ғына түгел, әсәһен дә туҡмауҙан тартынмай. “Бер һүҙ ҙә әйтә алмайым, осора һуға ла ҡуя”, – тине оло йәштәге ҡатын илап.
 
Әммә урындағы балиғ булмағандар эше буйынса комиссия ағзалары әйтеүенсә, бәлә баланың әсәһе генә түгел, ә өләсәй кешенең дә эсеүендә. “Ул айыҡ булғанда бала ла ҡараулы, дәрестәрен дә бергә әҙерләйҙәр. Эсһә – туҡтай алмай, малайҙың яҙмышы өсөн борсолабыҙ”, – тине ауылдаштары.
 
Борсолорлоҡ та шул: өләсәй эскән саҡта өйҙөң ҡото китә, бала ас йөрөй. Ҡатындарҙың шешәләштәре малайҙы ла юлдан яҙҙырыуы йәки туҡмауы бар бит.
Комиссияның ҡарары менән өләсәйҙе Сибай наркология дауаханаһына дауаланырға ебәрергә хәл ителде. Әгәр ҡатын холҡон төҙәтергә теләмәһә, малайға етемдәр йортонда тәрбиәләнергә тура киләсәк.
 
1982 йылғы йәш ҡатын аралашҡан әхирәттәре, дуҫтары – барыһы ла шешә менән бик дуҫ булғанға юлдан яҙғандыр, тип уйлайым. Хәйер, уның төҙәләсәгенә, өс балаһын етем итмәйәсәгенә ышанам. Матур ғаиләлә тәрбиәләнгән, мәктәптә яҡшы уҡыған, үҙе лә бик эшһөйәр, һылыу ҡатындың яҙмышы айырыуса ҡатмарлы. Яратып сыҡҡан тормош иптәштәренең йәшләй вафат булыуы ла, уның йөрәгенә ауыр яра булып ятҡан. Күрәһең, әсә кеше хәмер менән онотолорға ла теләгәндер. Шулай ҙа уның: “Башҡа бер ҡасан да бындай комиссия алдына баҫмаясаҡмын!” – тигән антына ышанырға булалыр, тип уйлайым. Ауылдаштары әйтеүенсә, ҡатын балаларын яҡшы ҡарай, матур итеп кейендерә, таҙа йәшәй. Шуға күрә “ҡара исемлеккә” инеү уның өсөн ғүмерлек һабаҡ булғандыр.
 
Йөҙөнә ҡарап йәшен билдәләп булмаған, нимә һөйләгәнен үҙе лә аңламаған ҡатынды яңы эсә башлағандарға ғибрәт өсөн күрһәтергә лә булыр ине. Хәҙер ул өлкән улдары менән бергә ултырып эсә башлаған икән. Үҫмер улы аслыҡ-яланғаслыҡтан мәктәпкә йөрөргә тартына, төрлө эштә йөрөп икмәклек аҡса эшләргә мәжбүр. Кесе улын атаһы үҙенә алған. Бала Өфөлә интернатта уҡый. Тик ҡатын был ире менән законлы никахҡа тормағас, төрлө ҡаршылыҡтар килеп тыуа. Мәҫәлән, ата кеше балаһын ҡайҙалыр алып барыу өсөн ҡатындан ышаныс ҡағыҙы яҙҙыртып алырға мәжбүр. Ә уныһының айыҡ саҡтары бик һирәк була. Шуға күрә ир комиссияның үҙен атай итеп рәсмиләштерергә ярҙам итеүҙәрен үтенде. Малай ҙа: “Мин тик атайым менән йәшәргә теләйем”, – тигән теләк белдерә икән.
 
Әсә кешенең насар шарттарҙа йәшәүен, бигерәк тә бүлмәһенең санитар нормаларына тап килмәүен, йәғни һәр саҡ ҡот осмалы бысраҡ булыуын, ашарға булмауын иҫәпкә алып, баланы ата тәрбиәһендә ҡалдырырға хәл ителде. Ир һәм ҡатынға ЗАГС-ҡа барып баланы рәсмиләштерергә ҡушылды. 10 йәшлек малайҙың артабанғы яҙмышы өсөн күңел тынысланды. Сөнки уның атаһы яҡшы шарттарҙа йәшәй, үҙ эше бар, ә иң мөһиме –ул балаһын ярата, уның киләсәге өсөн борсола. Ҡатынға үҫмер улын мотлаҡ мәктәпкә ебәрергә ҡушылды. Уҡытыусылар әйтеүенсә, шул осраҡта ғына улар малайҙы контролдә тота аласаҡ.
 
1982 йылғы йәш ҡатын үҙе әле бала ғына булып күренде. Шуға ҡарамаҫтан, уның юлдан яҙып барыуы, ныҡлап эскелеккә һабышыуы борсоуға һалды. Бер көн коляска этеп барған әсә урамда ҡолай. Юлда имгәкләп йөрөгән йәш ярымлыҡ бала, иҫерек әсәне машиналар урап үтергә мәжбүр була. Ғаилә башлығы ситтә эшләй. Ул аҙнаһына бер тапҡыр ҡайта. Атай кеше өйҙә саҡта өс балаһына аш бешереп ашата, өҫ-башын тәрбиәләй. Ул эшкә китеү менән кескәйҙәр өсөн ауыр көндәр башлана: әсә көн-төн иҫерек, ашарға юҡ. Шуға күрә балалар йыш ауырый, тән ауырлыҡтары ла тейешле кимәлдән күпкә түбәнерәк. Комиссия уларҙың йортона барған саҡта кескәй бала ас, ә өйҙә ашарға бер тәғәм ризыҡ булмай. Сабыйға ҡатҡан икмәкте ебетеп ашатырға мәжбүр булалар.
 
Был осраҡта ла ҡатынды ашығыс рәүештә дауаланырға ебәрергә хәл ителде. Ир кеше бындай тәҡдимгә ҡыуанып китте: “Дауаланһын, ә балаларҙы әлегә әсәйем ҡарар”, – тине ул. Ҡатыны ла төҙәлергә, эсмәҫкә һүҙ бирҙе.
 
1983 йылғы ир йәш тә 3 айлыҡ балаһы, ата-әсәһе менән килде. Был сабыйҙың да әсәһе эсә икән. Ул Силәбе өлкәһендә ире булыуға ҡарамаҫтан, Аҡморонда ла ғаилә ҡорған. Хәҙер улын ҡайны-ҡәйнәһенең ҡарамағына ҡалдырып, аҙғын тормош алып бара. Силәбе өлкәһендәге ҡыҙын ундағы ҡайны-ҡәйнәһе ҡарай. Ошондайҙар хаҡында кәкүк әсә тип әйтәләрҙер, күрәһең. Ул ғына түгел, ҡатын янъял ҡуптара, иренә, ҡайны-ҡәйнәһенә ташлана, тәҙрәләрҙе яра. Улын тәрбиәләмәй, аҙғын тормош алып барған ҡатынды әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итергә ҡарар ителде.
 
Ике ейәнен тәрбиәләгән өләсәй комиссия ултырышына иҫерек килеп инде. Малайҙарҙың икеһе лә ауырый, дауалауға мохтаж, әммә улар бер кемгә лә кәрәкмәгән булып сыҡты. Әсә кеше балаларын ҡанһыҙ рәүештә, хатта сыбыртҡы менән дә туҡмай икән. Балалар йыш ҡына ауыл ҡыҙыра, тәмәке тарта башлаған, шырпы менән дә шаяралар. Комиссия ағзалары был йортҡа барып боҙолған, ашарға яраҡһыҙ итте бешереүҙәрен күреп, борсоуға ҡала. Өләсәй иҫерек, малайҙар урамда ас йөрөй. Комиссия балаларҙың әсәһен саҡыртырға хәл итте. Шулай уҡ малайҙарҙың атаһын табыу кәрәклеге лә билдәләнде. Сөнки улдарын күрергә килгән ирҙең ҡатыны тарафынан ҡыуып ҡайтарылыуы асыҡланды.
 
Комиссия ағзаһы, уның һәр эшендә ҡатнашҡан нарколог А.Х.Ҡашҡаровтан был кешеләрҙең тура юлға баҫыу ихтималлығын һораным. “Бер-икәүһенең генә айнығып, яҡшы тормошҡа ҡайтыуы бар. Күреүегеҙсә, күптәренең кешелектән сығыуы йөҙөнә сыҡҡан. Уларға нимә тип әйтһәң дә, янаһаң да, өгөтләһәң дә – аңламаясаҡтар. Уларҙың уйы бер – ҡайҙан эсергә табырға”, – тине.
 
Район хакимиәтенең балиғ булмағандар эше һәм балаларҙың хоҡуғын яҡлау буйынса комиссияһы ҡалала йәки ауылдарҙа күсмә ултырыштар үткәреп, балаларҙың киләсәген хәстәрләй, уларҙы хәүеф янаған йорттан йолоп ала. Бында тикшерелгән ата-әсәләр йә ул һәм ҡыҙҙарынан яҙа йәки барыһын да аңлап, ваҡытында ярҙам ҡулы һуҙған өсөн рәхмәтен әйтеп, эскелектән ваз кисә. Шулай ҙа арабыҙҙа бәхетле, балаларҙың шат тауыштары яңғыраған ғаиләләр көндән-көн күбәйә генә барыр, тигән ышаныста ҡалабыҙ. 
 
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.