26 авг. 2012 г.

ХОҠУҠ ҺАҠЛАУ

     Балаға ла, ата-әсәгә лә... АЛИМЕНТ

     Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 38-се статьяһына ярашлы, әсәлек һәм балалыҡ, ғаилә дәүләт яҡлауы аҫтында һанала. Баланы тәрбиәләү, уның тураһында хәстәрлек күреү – ата-әсәнең мөһим бурысы. Ә инде 18 йәшен тултырған граждандар хеҙмәткә яраҡһыҙ ата-әсәһен ҡарарға тейеш. Был закон буйынса нығытылыуы хаҡында ла оноторға ярамай. Юғиһә, йыш ҡына ауырыу өлкән кешеләр бер ниндәй ярҙамһыҙ яңғыҙ ҡала. 

     Шулай уҡ РФ Ғаилә кодексына ярашлы, балиғ булмаған һәм балиғ булған инвалид балаларҙы ҡарау ата-әсәгә йөкмәтелә. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, бала дәүләт учреждениеһына алынып, тулыһынса уның тәьминәтендә булған осраҡта ла, ата-әсә был бурыстан азат ителмәй.  

     Законды үтәмәүселәргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла. Ата-әсәнең алимент түләмәүе генә түгел, ә үҙенең килемен, эш йәки йәшәү урынын үҙгәртеүе хаҡындағы мәғлүмәтте йәшереүе лә хоҡуҡ боҙоуға инә.
 
     Хеҙмәткә яраҡһыҙ булып 55 йәшен тултырған ҡатындар, 60 йәштән өлкәнерәк булған ирҙәр, I һәм II төркөм инвалидтар һанала. Ата-әсә пенсия алһа ла, балаларынан алимент түләтә ала. Был осраҡта түләүҙәрҙең күләме генә үҙгәрә.
 
     Алимент түләргә теләмәй ҡасып йөрөүселәр РФ Енәйәттәр кодексының 157-се статьяһына ярашлы хөкөм ителә. Уның буйынса мәжбүри эштәр, 3 айға тиклем арест һәм бер йылға иректән мәхрүм итеү ҡаралған.

     И. МОРТАЕВ,
     район прокуроры ярҙамсыһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.