21 авг. 2012 г.

Төнгө ҡаланан репортаж

Илерткән дә, иҫерткән дә, юлдан да яҙҙырған мәл


Төнгө тормош... Был һүҙҙәрҙе ишеткәс кемдер йылмайыр, икенселәр көлөмһөрәп кенә ҡуйыр, бәғзеләр: “Ҡояш байығас шашып йөрөүселәрҙең көнитмеше бит ул”, – тип ҡулын һелтәр. Шулай ҙа яныбыҙҙа ҡәрҙәштәребеҙҙең ниҙәр менән янып йәшәүе, ҡала урамдарының ҡараңғыла ни өсөн тынмауы, хатта ауыл урамдарында ла таңға тиклем эт өрҙөртөүселәрҙең нимә менән мәшғүл булыуы һәр кемгә ҡыҙыҡтыр. Шуға күрә төнгө Баймаҡ тураһындағы репортажға рәхим итегеҙ.


Заман башҡа – заң башҡа

Һәр әҙәм балаһы мәңге йәш булып ҡалғыһы киләлер. Хәйер, кеше үҙенең олоғая барыуын һиҙмәй ҙә, ә янындағы балаларының ҙурайыуына, оло тормошҡа аяҡ баҫыуына ҡарап билдәләйҙер. Минең дә төнгө Баймаҡ тураһындағы репортажды тәүге тапҡыр 2000 йылда эшләүемде иҫәпкә алғанда (артабан улар һәр йыл дауам итте һәм итә), үҙемә ошо теманы яҡтыртыусы “ветеран” кеүек күренеп китәм. Шуға күрә 13 йыл эсендә ҡалабыҙҙың ҡараңғы мәлен үҙ итеүселәр нисек һәм ҡайһы яҡҡа үҙгәреүен айырым-асыҡ әйтә алам.
Ҡала урамдарының төнөн гөжләп тороуын һәр кем беләлер. Шуныһы ҡыҙыҡ, йәй мәле булғанғамы икән, ул эш көндәрендә лә тынмай. Эңер төшөү менән Баймаҡтың һәр мөйөшөнән йәштәр С.Юлаев проспектына ағыла башлай. Модалы кейенгән, үҙҙәре лә сафлығы, матурлығы менән айырылып торған ҡыҙҙар һәм егеттәргә һоҡланмау мөмкин түгел (үкенескә, күптәренең был ҡиәфәте өйөнән сыҡҡандан һуң 1-2 сәғәткә генә етә). Етәкләшеп барған парҙарҙы күреп мөхәббәт тураһындағы иң бөйөк һүҙҙәр, йырҙар хәтергә килә. Әлбиттә, уларҙың юл уртаһында тороп, янынан үтеп барған ололарға иғтибар ҙа итмәй үбешеүе иң йәшерен хис-тойғоларҙың серлелеген юғалта кеүек. Күрәһең, заман башҡа – заң башҡа, тиеүҙәре шул булалыр.

Машина юлы малайҙар өсөнмө?

Ҡараңғы төшә башлау менән юл да “йәнләнә” башланы. Скутерға ултырған 10-12 йәшлек малайҙарға ҡарап (бәлки, улар тағы ла кесерәктер), нимә уйларға ла белмәнем. Төнөн ата-әсәһе нисек, нимә уйлап сығарып ебәргәндер инде. Ә балалар иҫе лә китмәй, проспект буйлап юғары тиҙлектә елгән сит ил машиналары менән уҙыша. Юл хәрәкәтен күҙәтеү тураһында уйлап та бирмәйҙәр, дөрөҫөрәге улар ҡағиҙәләрҙе белмәйҙәрҙер ҙә. Шулай аптыранып торғанда, скутерҙағы бер бала яныма ғына килеп туҡтаны. Тегенән: “Һине ата-әсәйең эҙләйҙер. Машина төкөп китмәһен! Ниңә йортоң янында ғына йөрөмәйһең? ” – тип һорайым. Уныһы иренеп кенә: “Улар минең ҡайҙа йөрөгәнемде белә. Ниңә эҙләһендәр?” – тип артабан елдерҙе.
Скутерҙағы балалар ҡайҙа барып оса инде, тип хәүефләнеп торғанда, төнгө урамда мотоциклға атланған үҫмерҙәр күренә башланы. Кемеһелер ҡыҙҙарҙы ултыртып алған. Улар өсөн дә бар ҡыҙыҡ машиналар менән уҙышыуҙа булып сыҡты. Ҡурҡыныс тауыш менән елгән машина, мотоцикл, скутерҙарға ҡарап, быларҙың юлына йәйәүле килеп сыҡмауын ғына теләнем. Сөнки уларҙың туҡтап өлгөрөүе бик тә икеле ине. Район хакимиәте бинаһы алдында ҙур тиҙлек менән йөрөгән сит ил машиналарында ултырған йәштәр ҙә тәҙрәһенән шешәләрен, тәмәке төпсөктәрен ырғытып, юлында осраған парҙарҙы ҡурҡытыуҙан ҡыҙыҡ табып, һаһылдашып көлөп, тегеләй-былай йөрөп алғас, урам буйлап осто.

Һыра шешәһе... “ҙурайған”

Хәтерегеҙҙәме, өлкәндәр, һеҙ әле яңыраҡ ҡына йәштәрҙе 0,5 литрлыҡ быяла һыра шешәһе тотоп йөрөгән өсөн шелтәләй инегеҙ? Хәҙер, “мода” үҙгәргән икән. Йәштәр 2,5 литрлыҡ һыраны алып йөрөйҙәр. Эйе, бер яҡтан пластик һауыттың ярылмаясағынан, уны ҡорал итеп һуғыша алмаясаҡтарынан күңел тынысланғандай. Әммә нығынып етмәгән үҫмерҙең организмына ҡойолған һыраның күләме тураһында уйлаһаң, ҡурҡыныс булып китә.
Төнгө магазиндар янына йыйылған кешеләргә күҙ һалһаң, уларҙың бала ғына булыуын күреп ғәжәпкә ҡалаһың. Ҡыҙҙар ҙа тәмәкене элек йәшеренеп, ҡасып-боҫоп ҡына тартһа, хәҙер магазин яҡтыһына тороп, иҫе лә китмәй борҡота ғына.
Ошондай магазиндарҙа эшләгән бер һатыусынан төнгө һатып алыусылар тураһында һораштым. “Әлбиттә, төнөн күпселек йәштәр йөрөй. Һыра, джин-тоник, тәмәке – иң үтемле тауар. Бер үк йәштәр йөрөй, уларҙы йөҙгә белеп бөткәнбеҙ инде. Йәш ҡыҙҙар күп килә. Араларында иҫеректәре йыш осрай”, – тине. “Үҫмерҙәргә тәмәке, иҫерткес эсемлектәр һатырға ярамағанын беләһегеҙме?” – тигәс: “Хәҙерге йәштәрҙең йәшен йөҙөнә, ҡиәфәтенә ҡарап асыҡлап буламы?” – тип һорауға-һорау менән яуап ҡайтарҙы.

Кафела ҡыҙҙар... йоҡлай

Төнгө 12-ләрҙә урамға сыҡҡан йәштәр, дөрөҫөрәге үҫмерҙәр, икеләргә иҫерә башлай. Ҡулдарына тотҡан ҙур һауытлы һыра ҡулдан-ҡулға күсә. Етмәһә – тағы барып алалар. Тик аҙаҡҡа табан уларҙың ҙур шешәгә көстәре лә етмәй. Кемеһелер эскәмйәлә, икенсеһе яҡындағы ҡыуаҡ аҫтында ойой.
Төнөн йәштәр ҡайҙа бара ала һуң? Магазиндар, туҡталыштарҙа ултырырға теләмәгәндәре йәйге кафеға йүнәлә. Касса янында “18 йәшкә тиклемгеләргә һыра һәм тәмәке һатылмай”, “23.00 сәғәттән һуң юғары градуслы һыра һатыу тыйыла!”, “22.00 сәғәттән иртәнге алтыға тиклем 18 йәшкә тиклемгеләргә ололарҙың оҙатыуынан тыш һәм иҫерткес эсемлектәр һатылған урындарға килеү рөхсәт ителмәй!” кеүек иғландар эленгән. Әммә кафела “ял итеүселәргә” ҡарап, был тыйыуҙарҙың ҡағыҙҙа ғына ҡалыуын аңларға була.
Бына ике йәш ҡыҙ башын өҫтәлгә һалып ойоп ултыра. Өҫтәлдә эсеп бөтөлмәгән һыра шешәләре, тәмәке, телефондары ята. Уларҙың янындағы өҫтәл артында күмәкләп ултырған йәш егеттәр ҡыҙҙарға төртөп-төртөп ниҙер һөйләй. Уларының өндәшерлек хәле булмағас, бер егет яндарына уҡ барып баҫты. Яурынына ҡағылып та, өндәшмәгәс: “Бесполезно, труп!” – тип уҫал шаяртып ҡуйҙы. Егеттәр ҡыҙҙарҙың ниндәй файҙаһын күрергә уйлағандарҙыр инде, уныһы беҙгә ҡараңғы булып ҡала.

Енси тәрбиә лә кәрәк

Йәштәрҙең эскелегенән тыш, тағы бер проблема көнүҙәккә әйләнеп бара. Хатта ярҙам һорап оран һалырлыҡ тип әйтер инем. Ул – ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең аҙғын енси тормош алып барыуы. Әлбиттә, йәштәрҙең барыһын да бер ҡалыпҡа һалырға ярамай, шулай ҙа йәш быуынға тейешле енси тәрбиә бирмәүебеҙ һиҙелә. Ышанмаған кешеләргә төнөн генә түгел, хатта таңға ҡарай ҙа (алтыларға тиклем) парк, М. Йәлил  урамындағы күпер һ.б. шундай аулаҡ ерҙәрҙә йөрөп сығырға була. Йәштәрҙең ер йөҙөнә төшөп өлгөргән яҡтылыҡҡа ла иғтибар бирмәй, үҙ эше менән мәшғүл булыуын күреп, уңайһыҙ хәлгә ҡалыусылар бихисап. Иртән йүгерергә сыҡҡан (иншалла, һау-сәләмәт тормошто хуп күргән кешеләребеҙ ҙә күбәйә) йәки ҡаҙ көтөп йөрөүселәр йыш шундай “мөхәббәт” уйынына тап була.
Әҙәп-әхлаҡ кеүек юғары төшөнсәләргә иғтибар ҙа бирмәйек, ти. Сөнки әйтеп китеүемсә, заман башҡа – заң башҡа хәҙер, тип йәшәүселәр күп. Бындай фекер бигерәк тә йәшлеккә хас. Асыҡ дәлил – гражданлыҡ никахтарының күбәйеүе. Йәштәр Хөкүмәт алдында ла, Хоҙай алдында ла яуаплылыҡ тоймай йәшәй-йәшәй ҙә, күпмелер ваҡыттан мөнәсәбәтен өҙөп, икенселәре менән йәшәй башлай. Хәйер, һүҙ уның тураһында түгел.

СПИД – аҡылһыҙлыҡҡа “бүләк”

Район-ҡалала көндән-көн нығыраҡ таралған СПИД ауырыуы тураһында уйлаһаң, был ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең яҙмышы, ғүмере өсөн борсолоу уяна. Бөгөн районда 65 ВИЧ инфекциялы бар (әлегә билдәле булмағандары хаҡында уйлаһаң ҡот осмалы һандар!). Ә бит бер нисә йыл элек СПИД-ҡа тарыусылар бармаҡ менән генә һанарлыҡ ине. Улары ла ситтә уҡып йөрөгән йәштәр, кемдеңдер йоғонтоһона бирелеп, юлдан тайпылған наркомандар ине. Хәҙер ВИЧ-инфекция күберәк енси юл менән тарала. Әгәр йәштәребеҙ төн һайын 2,5 литрлыҡ бер нисә шешә һыра һемереп, енси бәйләнешкә инеп көн итеүҙе хуп күрһә, әлбиттә, киләсәктә ВИЧ-инфекциялылар һаны тағы ла артасаҡ. Шуға күрә ата-әсәләргә балаһына “Теләһә нисек йөрөмә!” тиеүҙән тыш, уға енси тәрбиә биреү тураһында ла уйланырға кәрәктер.
Районыбыҙҙың билдәле табип-гинекологы Л.В. Хисмәтуллинаның бер осрашыу мәлендә: “Беҙ һәр саҡ ауылдарҙа ҡыҙҙарҙың саф, инсафлы булып ҡалыуҙарына ҡыуана торғайныҡ. Үкенескә ҡаршы, “цивилизация” хәҙер уларға ла барып етте. Ауыл ҡыҙҙары араһында үҫмер саҡтан енси тормош менән йәшәй башлағандар күбәйҙе. Улар ауырға ҡала, төрлө ауырыуҙарға дусар була”, – тигән борсолоуҙары ата-әсәләр күңеленә барып етмәне, буғай. Сөнки ҡалала ғына түгел, ә районыбыҙ ауылдарында ла ҡыҙҙарҙың яҙмышын селпәрәмә килтергән төнгө тормош дауам итә.

Иҫерек атайҙар, иҫерек әсәйҙәр...

Кемдер: “Төнөн йәштәр генә йөрөймө ни? – тип һорар. Юҡ, әлбиттә. Халыҡ ижады үҙәге алдындағы аллеяла көн һайын тәмәке тартып, һыра һемереп ултырған әсәйҙәрҙе лә осратырға була. Бала коляскала йоҡлай йәки эргәһендә йүгереп йөрөй, ә ҡатындар үҙҙәренсә ял итә. Ҡайһы саҡта атай менән әсәй бергә сыға. Уларҙың янында яңғыраған ете ҡатлы һүгенеү һүҙҙәре бар Баймаҡҡа булмаһа ла, ярты проспектты яңғыраталыр ул. Ир һәм ҡатындың үҙ-ара һуғышып, талашып китеүе, янындағы сабыйҙың илауы ла бер кемде лә аптыратмай хәҙер. Кеше барыһына ла күнегә тиҙәр. Беҙ ҙә ғаиләләрҙең ошо рәүешле ял итеүенә өйрәнеп барабыҙ, буғай.
Шулай, үҙәк майҙанда 1-2 йәшлек тирәһендәге балаһын коляскаға ултыртҡан иҫерек йәш ирҙе осратырға тура килде. Сайҡала-сайҡала килгән атаһына ҡарап бала үҙ телендә ниҙер һөйләгән була. Был хәҙер баланы ҡолата инде, тип уйлап та өлгөрмәнем, коляска ауып та китте. Баланың аяҡтары имен генә булыуын теләп, уны күтәреп алам. Ҡурҡҡан сабый бер нисә секунд өндәшмәй ҡарап торҙо ла, илап ебәрҙе. Әмәлгә, уның менән барыһы ла яҡшы булып сыҡты. Ата кешенең нимә һөйләгәнен аңларлыҡ та түгел. Быларҙы нимә эшләтергә тип аптыранып торғанда, ике ҡатын килеп сыҡты. Береһенең ҡулында әлеге 2,5 литрлыҡ һауыт. “Нимә бында кеше иренә бәйләнеп йөрөйһөң?” – тип һуҡрана башланылар. Сабый әсәһен танып, уға ынтылды. Ошондай атай -әсәй менән йәшәгән балаға эстән генә матур теләктәр теләп, ситкә китеүҙе хуп күрҙем. Сөнки был күренеш ғаиләнең йәшәү рәүешенә әүерелеүе һиҙелеп тора ине.

Балалар ҙа урамда

Төнгө ике тирәһендә халыҡ ижады үҙәге янында йөрөгән ике малайҙы күреп туҡтарға тура килде. Төнөн нимә эшләп йөрөүҙәрен һораша башланым. Өндәшмәйҙәр. 6-7 йәшлек балаларҙан өйҙәренең ҡайҙа булыуын һорағас: “Беҙ урамда яңғыҙ түгел. Әсәйҙәребеҙ менән сыҡтыҡ. Улар беҙгә ошонда яҡтыла торорға ҡушты. Хәҙер киләләр, магазинға киттеләр, туңдырма алалар...”
Төнгө икелә “туңдырма ашағыһы” килгән ҡатындар егерме минуттан һуң такси менән килеп туҡтаны. Ҡулдарында тотҡан шешәләрен күреп, малайҙарҙың да кәйефе төштө. Ярай әле, балаларына “Чупа-чупс” булһа ла алғандар. “Ниңә малайҙарҙың яңғыҙын ҡалдырып йөрөйһөгөҙ?” – тип һорағас: “Унда һинең ни эшең бар. Яҡында ғына өләсәләре йәшәй. Бер-бер хәл булһа, шунда йүгерерҙәр ине. Йөрөмә әле башты ҡатырып. Аҡыл өйрәтеүселәр күбәйә лә китә”, – тип әрләп, һүгенә-һүгенә халыҡ ижады үҙәгенең артына барып ултырҙылар.
Бында ике ҡатындан башҡа ла кешеләр етерлек булып сыҡты. Кемеһе эсә, кемеһе тарта, кемеһе ҡосаҡлаша тигән кеүек. Ярты төн уҙыуға ҡарамаҫтан, коляскалы ҡатындарҙың күп булыуы ғәжәпләндерҙе. Күптән йоҡларға тейеш булған сабыйҙарҙы урамда этеп алып йөрөгән әсәләр тураһында ниҙәр әйтергә була? Ә бит халҡыбыҙ элек-электән эңер төшкәс баланы тышҡа сығарырға ярамауы, ауырыу ҡағылыу хәүефе барлығы тураһында иҫкәртеп килә.
Таңға ҡарай ҙа урамда кешеләрҙең һаны кәмемәүе ғәжәпләндерҙе. Айырыуса, машиналарға тейәлгән йәштәрҙең күплеге, һаман да юғары тиҙлек менән унда-бында осоуы, тәҙрәһенән теләһә нәмә ташлауы хәүефкә һалды. Уларҙың айныҡ булмауы бер ниндәй экспертизаһыҙ ҙа беленеп тора. Ә күпме ғүмер шулай йәшләй генә өҙөлөп, юҡҡа сыға! Йәшлек дыуамаллығы ата-әсәләрҙең мәңгелек ҡайғыһына, күҙ йәштәренә әүерелә.

“Ял итеү урыны кәрәк!”

Әлбиттә, төнгө тормош элек-электән булған һәм буласаҡ. Таңға тиклем киске уйындарҙа бейегән, аҡ ҡайындар янында серләшкән, һөйгәненең йорто янында гармун тартҡан, йырлаған мәл беҙҙең өсөн әкиәт булып тойола. Хәйер, 2000 йылдарҙа ла төнгө Баймаҡта гитара тауыштары, уға ҡушылып йырлаған йәштәр тауышы ишетелә ине әле. Ә хәҙер уныһы ла юҡ. Йәш саҡта һәр кемдең кистәрен тышҡа сығыуы, дуҫтары менән осрашыуы ла бәхәсһеҙ. Беҙҙең маҡсатыбыҙ – балаларыбыҙҙы төрлө хәүеф-хәтәрҙән һаҡлау. Сөнки хәҙерге заманда эскелек, СПИД-тан тыш наркомания ҡурҡынысы ла бар. Йәштәр менән һөйләшкәндә: “Хәҙер Баймаҡта ла наркотик һатып алыуҙың бер ҡыйынлығы юҡ, ә үҫемлек наркотиктар – наркотик түгел”, – тигән фекер яңғырауы һиҫкәндергәйне. Бәлки, был һүҙҙәрҙә аҙыраҡ шаштырыу ҙа барҙыр, әммә район-ҡалала наркомандарҙың барлығын һәр кем яҡшы аңлай, белә бит. Тимәк, улар ҡайҙандыр был үлемесле ағыуҙы ала. Төн ҡараңғылығына инеп сумған ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең ысынында нимә менән шөғөлләнеүен беҙ бит барыбер белә алмаясаҡбыҙ.
Шулай уҡ күпселек йәштәребеҙҙең ял итергә Сибай, Магнитогорск ҡалаларына йөрөүе лә билдәле. Уларҙың күбеһе студенттар йәки эшләп йөрөгән юғары белемле ҡыҙҙар һәм егеттәр. “Үкенескә ҡаршы, Баймаҡта беҙгә ял итеү урыны юҡ. Төнгө тормоштоң тик шундай кире күренештәргә ҡайтып ҡалыуы ла ошоға бәйле”, – ти улар.
Йәштәр күрше ҡалаларҙа бильярд клубтарына йөрөй, дискотекаға бара икән. Ысынлап та, ҡалала ҡыҙҙар һәм егеттәр өсөн ял итеү урыны булдырыу мөһим. Бәлки, шул саҡта беҙ уларҙы урамдарҙан йыйып алырбыҙ, нимә менән шөғөлләнеүҙәре лә билдәле булыр. Сөнки урамға патруль менән сыҡҡан хоҡуҡ һаҡсылары ғына кемдеңдер ғәзиз балаһын енәйәтселәрҙең ҡулынан, наркотиктарҙан, уйламағанда килеп тыуған фажиғәле осраҡтан һаҡлап ҡала алмай.
Әлбиттә, төнөн тышҡа сыҡҡан, дуҫтары менән осрашҡан бар йәштәрҙе ҡырын эштәрҙә ғәйепләп булмай. Улар араһында матур йөрөгән, тәрбиәле ҡыҙҙар һәм егеттәр бар. Әммә төнгө тормоштоң кеше ғүмерен юҡҡа сығарырлыҡ, юлдан яҙҙырырлыҡ  көскә эйә булыуы хаҡында ла онотмайыҡ.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.