21 авг. 2012 г.

Яңылыҡтар

Умартасылар ярыша

25 августа Өфөнөң “Аҡбуҙат” ипподромында Башҡортостан Республикаһы умартасыларының конкурсы үтәсәк.

Башҡаларға өлгө күрһәтеп

Ленин исемендәге АХК районда иң беренсе булып мал аҙығы әҙерләүҙе тамамланы. Бөтәһе 910 тонна бесән, 4500 тонна сенаж, 510 тонна фураж әҙерләп һалынған. Шартлы һәр баш малға ҡарата 17 центнер (фуражды иҫәпкә алмағанда) тупланған, был төбәктә иң юғары күрһәткес.
Хужалыҡта малсылыҡ базаларын ваҡытында ремонтлау сараһын күрҙеләр. Бөгөндән кооператив малдарҙы ҡабул итеүгә әҙер.

Колледждың абруйы ҙур

Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы Урал аръяғы райондары өсөн техник белгестәр әҙерләүгә ҙур өлөш индерә. Бөгөн уҡыу йортонда абитуриенттар ҡабул итеү дауам итә. Колледж нефтсе, газсы, энергетик һ.б. һөнәр эйәләре сығара, һәм бөгөн улар хеҙмәт баҙарында ҙур һорау менән файҙалана. Ошо уҡыу йортон тамамлаусыларҙың артабан Рәсәй, донъя кимәлендә танылған предприятиеларҙа   эшкә урынлашыуы ла ҙур нәмә тураһында һөйләй. Уҡыу йортоноң педагог-белгесе Г.Х. Әминева әйтеүенсә, быйыл колледжға килеүселәр һаны күп.
А. МӨХӘМӘТШИН.

Ураҙа байрамын ҡаршылап

Ошо кесаҙнала Таулыҡай ауылы мәсетендә өмә үтте. Ураҙа ғәйете алдынан иман йорто тағы ла матурайып, таҙарып, нурланып ҡалды. Был сарала ҡатнашҡан Ф.Кейекбаева, Н.Ғимранова, С.Салихова, М. Әсмәндиәрова, Д.Үҙәнбаева, З.Солтанова, З.Күсәрбаева, Х.Фәхретдинова, Й.Исламғолова, мәктәп уҡыусылары З.Моталлапова һәм Гөлфизә менән Наҙгөл Мөкминеваларға ҙур рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Аллаһы Тәғәлә сауабын насип итһен.
А. Баййегетова, клуб мөдире.

Балаларға ярҙам

Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге иғлан иткән “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!” акцияһы дауам итә. Уның маҡсаты – аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларға ярҙам итеү. Шуныһы һөйөнөслө, Яраттан шәхси эшҡыуар Әлфиә Ғәҙелшина ҡыҙҙар өсөн өр-яңы блузкалар һәм итәктәр тапшырған да инде. Шулай уҡ социаль хеҙмәткәрҙәр  Фатима Әбүлғазина, Камила Ямғурова акцияла әүҙем ҡатнашып, үҙ бүләктәрен килтергән. 31 авгусҡа тиклем барған шәфҡәтлелек сараһына башҡалар ҙа әүҙем ҡушылыр, тип ышанабыҙ.

Һеҙҙең өсөн уҡытыусылар

Район китапханаһында “Һеҙҙең өсөн уҡытыусылар!” тип аталған махсус күргәҙмә асылды. Унда мәғариф хеҙмәткәрҙәре өсөн төрлө әҙәбиәт, методик ҡулланмалар, электрон китаптар бар. Шулай уҡ уҡытыусылар класс сәғәте үткәреү өсөн тәҡдим ителгән сценарийҙар менән дә таныша ала.
Г. ИҪӘНГИЛДИНА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.