31 авг. 2012 г.

Йылы һүҙ – йән аҙығы

Һинең менән ғорурланабыҙ, әсәй !


Әсәй... Күҙҙәремде йомоп, бер нисә секундҡа тымып ҡалам. Шунда уҡ әсәйемдең тауышын ишеткәндәй булам. Уны башҡа бер кем менән бутауы мөмкин түгел. Хатта ҙурайып, оло тормош юлына аяҡ баҫҡас та, әсәйҙең тауышы, күҙҙәре, ҡулдары һәр саҡ иҫтә.

Ҡояшлы 1 сентябрь алдынан һеҙгә үҙемдең әсәйем—Зәйтүнә Әбдрәхим ҡыҙы Кирәева тураһында бәйән иткем килә. Минең ҡәҙерле кешем Аҡморон ауылында ишле һәм татыу ғаиләлә донъяға килә. Мәктәпте тамамлап, төҙөлөштә ике йыл эшләгәндән һуң (был барыһы өсөн дә мотлаҡ үтәлергә тейешле бурыс булған), имтихандарҙы уңышлы тапшырып, Өфө медицина училищеһына уҡырға инә. Артабан йүнәлтмә буйынса “Йылайыр” совхозына эшкә ебәрелә. Ошонда ул үҙенең мөхәббәтен – беҙҙең атайыбыҙ Кәрим Лоҡман улы Кирәевты осрата. Улар өйләнешеп матур ғаилә ҡора. Әсәйем 1960 йылдан 1992 йылға тиклем Йылайыр дауаханаһында, атайым да ғүмер буйы совхозда эшләне.

Атайым һәм әсәйем өс бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Беҙгә тормошта үҙ урыныбыҙҙы табырға ярҙам иттеләр. Һәр кемгә ярҙам итергә ашыҡҡан, сабыр, аҡыллы әсәйемде коллективында ғына түгел, ә бар районда ихтирам иттеләр. Оҙайлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн әсәйебеҙ күп һанлы Почет грамоталары, шулай уҡ “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” исемен алды. Ул мәлдә был бик ҙур баһа булып һаналды. Шулай совхоздың дирекцияһы һәм профкомы исеменән Почет грамотаһы һәм ҡиммәтле бүләк менән бүләкләнде.
 
Эшендә янып эшләгән кеүек, өйҙә лә барыһына ла өлгөрҙө ул. Әсәйемдең бәлештәренең тәме әле лә тел осомда. Иртә менән тороп бешергән тәмлекәстәре иртәнге ашҡа һәр саҡ әҙер булыр ине.
 
Ошондай матур, тулы бәхетебеҙ мәңге дауам итер кеүек ине. Тик 1996 йылда атайыбыҙ фажиғәле рәүештә һәләк булды. Ул йылдарҙың беҙҙең өсөн ни тиклем ауыр булыуын! Тик беҙҙе тағы бер уңалмаҫ ҡайғы һағалап торған икән—2009 йылда ағайыбыҙ фажиғәле һәләк булды. Әсәйемдең күҙҙәрендәге осҡондар һүрелеп-һүнеп ҡалғандай булды.
 
Әммә тормош бер нәмәгә ҡарамай дауам итә. Хәҙер беҙҙең әсәйебеҙ хаҡлы ялда. Шуға ҡарамаҫтан, уның янынан кеше өҙөлмәй. Кемдер кәңәш һорап, икенселәр сәй эсергә, өсөнсөләр яратҡан Зәйтүнә апайҙарының хәлен белешергә килә. Әсәйем барыһы өсөн дә яғымлы, матур һүҙҙәрен таба, күңел йылыһын йәлләмәй өләшә. Ә каникул ваҡытында йортонда шат балалар тауыштары яңғырай. Уның 5 ейәне һәм бер бүләһе бар. Беҙ барыбыҙ ҙа ҡәҙерле кешебеҙҙе яратабыҙ, ихтирам итәбеҙ. Эйе, әсәйебеҙҙең уның өсөн өҙөлөп торған балалары, ихтирам иткән ауылдаштары бар, тик һаулығы ғына юҡ шул.
 
31 августа донъялағы иң һөйөклө кешебеҙ 75 йәшен билдәләйәсәк. Был көндө уға мең-мең мәртәбә ныҡлы һаулыҡ һәм оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ.
 
Тыуған көнөң менән, хөрмәтле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ! Беҙ һинең әсәлек батырлығың алдында баш эйәбеҙ. Һине бик ныҡ яратабыҙ һәм һинең менән ғорурланабыҙ.
 
Бар яҡындарың исеменән – ҡыҙың Альбина.
 
Йылайыр районы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.