16 авг. 2012 г.

Һайлау–2012


Кандидаттарҙы теркәү дауам итә


Районда алдағы мөһим ваҡиғаға – Башҡортостан Республикаһы өсөнсө саҡырылыш Баймаҡ районы муниципаль район Советына депутаттар һайлауға әҙерлек бара. Әлеге ваҡытта территориаль һайлау комиссияһы депутатлыҡҡа кандидаттарҙан ғаризалар ҡабул итеү һәм кандидаттарҙы теркәү менән мәшғүл.


Уҙған йомала муниципаль район хакимиәтенең ултырыштар залында урындағы территориаль һайлау комиссияһының сираттағы ултырышы уҙҙы. Көн тәртибенә ете мәсьәлә сығарылды. Ултырышты территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Ш.Ш. Моталлапов алып барҙы. Ул әлегә тиклем башҡарылған эштәргә байҡау яһаны һәм алдағы һайлауҙарҙы тейешенсә үткәреү өсөн күрелгән саралар тураһында һөйләне. Хәҙерге көнгә ҡарата муниципаль район Советына депутатлыҡҡа 12 кеше үҙ-үҙен, ә “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы райондағы барлыҡ 19 округ, КПРФ 3 округ буйынса үҙ кандидаттарын күрһәткән. 

Ултырышта ҡатнашыусы территориаль һайлау комиссияһы ағзалары бирелгән ғаризаларына ярашлы, кандидаттарҙы теркәү, кандидаттар исемлеген раҫлау, сәйәси партияларҙың вәкәләтле вәкилдәрен теркәү һ.б. тураһында ҡарарҙар ҡабул итте. Шулай уҡ һайлау комиссияларының асыҡ эшмәкәрлеген тәьмин итеү, һайлаусыларҙың хоҡуҡи мәҙәниәтен һәм әүҙемлеген күтәреү маҡсатында киң мәғлүмәт саралары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы мәсьәлә лә күтәрелде. Бынан тыш, инвалид һайлаусылар менән айырым эш алып барыу кәрәклеге лә һыҙыҡ өҫтөнә алынды.  Әйткәндәй, урындағы Пенсия фонды мәғлүмәттәре буйынса әлеге мәлдә районда төрлө төркөмгә ҡараған һәм һайлау хоҡуғы булған 4854 инвалид иҫәпләнә.  

Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: территориаль һайлау комиссияһы депутатлыҡҡа кандидаттарҙан ғаризаларҙы 18 авгусҡа тиклем ҡабул итәсәк. Эш графигы: көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем, ял көндәрендә сәғәт 9-ҙан төшкө 1-гә тиклем.

Сәлимә Кейекбирҙина.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.