2 апр. 2012 г.

һөйөнөслө яңылыҡ

Тағы ла дүрт инәйгә бәхет йылмайҙы
 
Районыбыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын һәм уларҙың тол ҡалған ҡатындарын ҡыуандырып, торлаҡ алыуға сертификат тапшырыу дауам итә. Ошо көндәрҙә район етәксеһе И.Х. Ситдыҡов Темәстән Зәлифә Ноғоман ҡыҙы Ҡаҙаҡбаева, Билалдан Бибикамал Ғиззәт ҡыҙы Зәйнуллина, Абҙаҡтан Зәкирә Мөхәмәтдин ҡыҙы Сәхәүетдинова һәм Әбделкәримдән Ғәрифә Ибраһим ҡыҙы Ғәбитова инәйҙәрҙе ошо һөйөнөслө ваҡиға менән тәбрикләне.
 

Илшат Хәмит улы: “Бөйөк Ватан һуғышының ауазы йылдар төпкөлөндә ҡалһа ла, һеҙҙең тормош иптәштәрегеҙҙең сәләме һаман килеүе, уларҙың баҡыйлыҡта ла ғаиләһен хәстәрләүе әһәмиәткә, хөрмәткә лайыҡ. Хәҙерге көндә районға 419 торлаҡ сертификаты килде. Ололарҙың ғүмер көҙөндә йылы, уңайлы шарттарҙа йәшәүе беҙҙең өсөн бигерәк тә ҙур ҡыуаныс”, – тине.
Эйе, республикала ошондай торлаҡ сертификатын 4 мең самаһы ветеран һәм тол ҡатын алып һөйөнгән. Беҙҙең райондың был йәһәттән беренсе булыуы хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлеге начальнигы Т.В. Денисованың тырыш хеҙмәтенең емеше.
Артабан инәйҙәрҙе ҡыуаныслы көндәре менән район хакимиәте башлығы урынбаҫары И.Ә. Зәйнуллин, ветерандар советы рәйесе Т.Ш. Бикҡолов, Т.В. Денисова тәбрикләне. Бәхетле сертификат эйәләре һәм уларҙың балаларына торлаҡ һатып алыуҙың тәртибе өйрәтелде, яңы фатирҙа ейәндәр, балалар түгел, ә оло кешеләр үҙҙәре йәшәргә тейеш икәнлеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Илебеҙ иң ауыр мәл кисергән саҡта тырышып эшләгән, балалар үҫтергән, һәр яҡлап үрнәк булған инәйҙәрҙең яңы фатирҙарында ҡыуанып-һөйөнөп, бала игелеген күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйбеҙ.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.