2 апр. 2012 г.

Яҙғы сәсеүгә әҙерһеңме?

Ауыл хужалығында һынылыш яһау мөһим
Район башлығы семинарҙа ошондай бурыс ҡуйҙы
Яҙғы баҫыу эштәрен тейешле әҙерлек менән ҡаршы алыу, уны ҡулайлы ваҡытта һәм кәрәкле технологиялар нигеҙендә атҡарып сығыу, ауыл хужалығы тармағы алдында торған проблемаларҙы ваҡытында хәл итеү, был өлкәлә һынылыш яһау – ошо көндәрҙә “Таналыҡ” АХК-һы һәм “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһендә үткән район семинар-кәңәшмәһендә аграрийҙарға шундай мөһим бурыс ҡуйылды. Уның эшендә район башлығы И.Х. Ситдыҡов, урынбаҫары Р.Р. Әбүбәкиров, ауыл хужалығы бүлеге, мәғлүмәт-консультация үҙәге, ветеринария хеҙмәте, ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре һәм баш белгестәре ҡатнашты.

Семинар үҙенең эшен “Таналыҡ” АХК-һының яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлеген ҡарау менән башланы. Әйтергә кәрәк, М.Ш. Абҙаҡов етәкләгән коллективта бөгөн ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә, хужалыҡ яңы миҙгелгә лә әҙерлекте яҡшы алып бара. Мирза Шәкирйән улы әйтеүенсә, сәсеүгә етерлек орлоҡ фонды тупланған, тик арпа менән һолоноң шытыусанлығы 60-70 проценттан артмай. Тимәк, был тәңгәлдә орлоҡто яңыртыу талап ителә.
Хужалыҡтың МТМ-һында техниканы ремонтлау эше тейешенсә ойошторолған. Бөтә цехтар ҙа эшләп тора, ремонтсылар өсөн йылытылған бүлмә бар. Баш инженер С.Р. Ямантаев әйтеүенсә, К-700 тракторына яңы тапшырыуҙар ҡумтаһы, двигатель һатып алынған, тиҙҙән тағы берәүһе Новотроицк ремзаводынан ремонттан ҡайтарыласаҡ. Бынан тыш, МТЗ-82.1 тракторының двигателе капиталь ремонтланған; ДТ-75-теке лә ошондай ремонтҡа йәлеп ителгән. Бер үк ваҡытта тағы бер “Беларусь” тракторының йөрөү өлөшө төҙөкләндерелә. Ғөмүмән, бында ремонт әүҙем бара, сәсеүгә кәмендә 7 техника сығасаҡ.
Семинарҙа ҡатнашыусылар артабан “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһендәге эштәр менән танышты. Шуныһы  үҙенсәлекле, ремонт эштәре бында аҙағына яҡынлаша. Оҫтахана бинаһы йылытыла, ремонт эштәре өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Әле 3 берәмек К-700-ҙөң икәүһе, 2 берәмек “Волгарь” тракторының берәүһе әҙер. Бер Т-4 тракторы ла төҙөк. Ошо көндәрҙә 8 берәмек “Беларусь” тракторының барыһы ла ремонттан сығасаҡ. Әйтергә кәрәк, ваҡытында запас частар алына, бер К-700 тракторына яңы тапшырыуҙар ҡумтаһы ултыртыласаҡ. Баш инженер Х. Ә. Буранбаев әйтеүенсә, ауыл хужалығы машиналарының барыһы ла әҙерлек һыҙығына ҡуйылған.
Хужалыҡтың ырҙын табағы келәттәрендә сәсеүгә етерлек орлоҡ фонды тупланған. Уларҙың шытымы яҡшы, әммә таҙартып бөтөрәһе бар. Бында элиталы орлоҡ та әҙерләнгән, ул предприятиеның үҙенә лә, һатырға ла етәсәк. Унда шулай уҡ ғилми подразделение келәттәрендә һатыуға әҙерләнгән супер элиталы һәм элиталы сорттарҙы ла ҡаранылар.
Семинарҙа ҡатнашыусылар артабан кәңәшмәнең эшенә йомғаҡ яһаны. Мәғлүмәт-консультация үҙәгенең үҫемлекселек буйынса директор урынбаҫары, баш агроном Р.Ғ. Рәхмәтуллин  сәсеү майҙандары структураһы менән таныштырҙы. Радик Ғәле улы билдәләүенсә, быйыл дөйөм сәсеү майҙаны 115 мең гектар (үткән йылға ҡарағанда 4 процентҡа күберәк), шул иҫәптән иген культуралары 64 мең гектарҙа (+1 %) сәселәсәк. Яҙғы бойҙай иһә 36 мең гектарҙы (+6%) биләйәсәк. Мал аҙығы культуралары 11 процентҡа артып, 39 мең гектарҙы тәшкил итәсәк. Иҡтисади файҙалы культуралар: ҡаты бойҙай, борсаҡ, ҡарабойҙай, шулай уҡ кукуруз майҙаны арта. Иген культуралары орлоғо етерлек һалынған – 13,2 мең тонна. Әммә шул уҡ ваҡытта 400 тонна борсаҡ һәм 70 тонна гибридлы кукуруз орлоғо алаһы бар. Бынан тыш, 200 тонна иген культураларының элиталы орлоғо кәрәк буласаҡ. Әйткәндәй, баш агроном ҡара пар ерҙәрен эшкәртеү, әсе тупраҡлы ерҙәрҙе эзбизләү, минераль ашламалар ҡулланыу, ағыулау препараттарын эффектлы файҙаланыу мәсьәләләренә лә ентекле туҡталып үтте.
Артабан Россельхознадзорҙың референт үҙәгенең Баймаҡ филиалы директоры М.У. Солтанов, мәғлүмәт-консультация үҙәге инженеры У.Р. Ғәйнуллин, Гостехнадзор инспекцияһы начальнигы Б.М. Байрамғолов үҙ өлкәләре буйынса мәғлүмәт бирҙе. Сығыштарҙан һуң шундай картина күҙ алдына баҫа: күп хужалыҡтарҙа әле булһа орлоҡ тейешле кондицияға еткерелмәгән (Ленин исемендәге АХК һәм “Толпар” ЯСЙ-һынан башҡа), хеҙмәтсәндәр медосмотр үтмәгән, техосмотр буйынса ла хәл яҡшынан түгел. Әйткәндәй, 12 апрелдә “Уңыш” АХК-һында техникаға техосмотр үткәреү буйынса төбәк семинары үтәсәк.
Һуңынан Р.Р. Әбүбәкиров һәм И.Х. Ситдыҡов семинар-кәңәшмәнең эшенә йомғаҡ яһаны. Унда “Таналыҡ” АХК-һы һәм  “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһенең был сараға яҡшы әҙерләнеүе билдәләнде. Ә дөйөм алғанда, район аграрийҙарына иҡтисади-производство күрһәткестәрҙе күтәреү өсөн эшләйһе лә әле эшләйһе. Быны үҙенең сығышында район башлығы айырым билдәләп үтте. Илшат Хәмит улы хужалыҡтарҙа кисекмәҫтән хәлде яйға һалырға, яҙғы баҫыу эштәрен лайыҡлы ҡаршы алырға, малсылыҡ тармағын күтәрергә ҡушты. Сәсеүҙе тейешле кимәлдә үткәреү өсөн дәүләт тарафынан ярҙам буласаҡ – бының өсөн республика бюджетынан 60 млн һум самаһы аҡса бүленәсәк. Тик үҙебеҙгә лә тырышырға, агросәнәғәт комплексын һаҙлыҡтан сығарыу өҫтөндә ал-ял белмәй эшләргә кәрәк. Ә инде хужалыҡ милкен туҙҙырыусылар, уға ҡул һуҙыусы етәкселәр менән һөйләшеү ҡаты буласаҡ – был проблема етди контролгә алынасаҡ.

Азамат Мөхәмәтшин.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.