2 апр. 2012 г.

Халыҡ иғтибарына

Сәлиә Мырҙабаева:
Һәр ветеранға – яҡшы фатир

 
(Граждандарҙың мөрәжәғәттәре һөҙөмтәләре буйынса комментарий)
Депутатҡа мөрәжәғәттәрҙе социаль проблемаларҙың үҙенсәлекле индикаторы, тиһәң дә була. Федераль Йыйылыш Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева һүҙҙәре буйынса, мөрәжәғәттәр һаны артҡандан-арта бара. Иң мөһим һорауҙарҙың береһе – Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, һуғышта һәләк булған яугирҙарҙың,  Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың һәм инвалидтарының ғаилә ағзаларын торлаҡ менән тәьмин итеү.

– Бөйөк Ватан һуғышынан һуң күп йылдар үтһә лә, һуғыш ветерандары һәм инвалидтары әле булһа үҙҙәренең хоҡуҡтары боҙолоуға зарлана, – ти депутат. – Ветерандарҙан ғаризалар даими рәүештә килеп тора. Күп осраҡта улар муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәте ҡарамағындағы комиссияларҙың торлаҡ бинаһының йәшәүгә яраҡлы йәки яраҡһыҙ тип билдәләүе тураһындағы һығымтаһына нигеҙләнеп,  уларҙы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған кешеләр исемлегенә индермәүҙәренә зарлана.
Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаеваның һорауы буйынса Башҡортостан Республикаһы Прокуратураһы тарафынан әҙерләнгән мәғлүмәттәр торлаҡ биргәндә, шул иҫәптән торлаҡ комиссияларының нигеҙһеҙ ҡарарҙары арҡаһында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының һәм уларҙың тол ҡатындарының хоҡуҡтары боҙолоу факттарын раҫлай.
– Башҡортостан Республикаһы Прокуратураһы мәғлүмәттәре буйынса һәр ерҙә хоҡуҡ боҙоу осраҡтары теркәлә. Мәҫәлән, бер ҡалала Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын торлаҡҡа мохтаж булараҡ иҫәпкә ҡуйыуҙан законһыҙ рәүештә баш тартыу осрағы теркәлгән. Ысынында ветеран уңайлыҡтары, газы, һыуы булмаған һәм мейес менән йылытылған ябай ауыл өйөндә йәшәгән, пенсия юллау маҡсатында ҡалалағы ҡыҙының фатирында теркәлгән булған. Тағы ла бер осраҡ: ветеран үҙенең ҡатыны менән ауыл өйөндә йәшәй. Бер ниндәй уңайлыҡтары юҡ. Чиновниктар улар йәшәгән өйҙөң майҙаны билдәләнгән норманан күберәк, тип тапҡан. Урындағы үҙидара органдары ветерандарҙы торлаҡ иҫәбенә ҡуйыу мәсьәләһен формаль рәүештә генә, ғаиләнең һәр ағзаһына тап килгән торлаҡ иҫәбе нормаһын ҡарап ҡына хәл итә. Шул уҡ ваҡытта РФ Торлаҡ кодексы тарафынан билдәләнгән талаптарға яуап бирмәгән бинала йәшәүсе, биләгән майҙанына ҡарамаҫтан, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж, тип һанала. Нигеҙһеҙ рәүештә иҫәпкә ҡуйыуҙан баш тартыу ветерандарҙың хоҡуҡтарын боҙа. Ә уларҙың хоҡуҡтары “Ветерандар тураһында”ғы федераль Закон һәм Рәсәй Президентының 2008 йылдың 7 майындағы 714-се Указы менән гарантиялана. Шул уҡ ваҡытта 2012-2014 йылдарға бюджет буйынса  мөрәжәғәтнамәһендә РФ Президенты тарафынан 2012 йылдан да ҡалмайынса Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеү проблемаһын тулыһынса хәл итеү бурысы ҡуйылды. Шулай уҡ Хөкүмәт етәксеһе Владимир Путин да социаль характерҙағы, шул иҫәптән ветерандарға ярҙам күрһәтеү буйынса дәүләт бурыстары бойомға ашырылырға тейеш, тип белдерҙе. Шуны ла өҫтәп әйткем килә: торлаҡҡа хоҡуҡтарын тергеҙеү өсөн судҡа мөрәжәғәт итеүсе ветерандарҙың эше күп ваҡыт улар файҙаһына ыңғай хәл ителә – уларҙы йәшәгән урыны буйынса торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж кешеләр исемлегенә индерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барлыҡ оло кешеләр ҙә төрлө объектив сәбәптәр арҡаһында, шул иҫәптән ирекле эксперт баһаһы үткәреүгә байтаҡ ҡына финанс саралары талап ителгәнгә был мөмкинлек менән файҙалана алмай, – ти Сәлиә Мырҙабаева.
“Ветерандар тураһында”ғы федераль Законға ярашлы, Рәсәй Федерацияһы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙы һәм инвалидтарҙы, вафат булған фронтовиктарҙың ғаиләләре ағзаларын торлаҡ менән тәьмин итеү вәкәләттәрен субъекттарҙың дәүләт органдарына тапшырҙы. Был вәкәләттәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн РФ субъекттары заявкалары буйынса федераль бюджеттан етерлек кимәлдә аҡса бүленә. Заявка торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар иҫәбендә торған ветерандар исемлеге нигеҙендә формалаша.
Республиканың ғәмәлдәге норматив акттары муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәте ҡарамағындағы торлаҡ комиссияларына берҙәм талаптар ҡуймай, уларҙың эшен координациялаусы башҡарма власть органы ла билдәләнмәгән. БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы торлаҡ биналар менән тәьмин итеү рәүешендә социаль ярҙам сараларына хоҡуғы булған граждандарҙың республика исемлеген генә алып бара. Берҙәм координация органы мотлаҡ кәрәк, тип иҫәпләйем һәм уны тиҙерәк ойоштороу өсөн БР Президентына мөрәжәғәт иттем. Тик шулай ғына бөтә кимәлдәге власть органдары менән берлектә беҙ Бөйөк Ватан һуғышының һәр ветеранын яҡшы торлаҡ менән тәьмин итә алабыҙ. Был – беҙҙең бурыс, – тип һүҙен тамамлай Дәүләт Думаһы депутаты.
Белешмә өсөн:
2008 йылдың 7 майындағы РФ Президенты Указына ярашлы, торлаҡ биналарға мохтажлыҡ кисереүселәр иҫәбенә тороусы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, вафат булған фронтовиктарҙың ғаилә ағзаларын торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн федераль бюджеттан республикаға 2011 йылда 1 млрд 646 мең һум аҡса бүленде. Атап үтелгән категория граждандарҙың 4401-е торлаҡ менән тәьмин ителде. Быйыл иһә ошо маҡсатта 545,5 миллион һум бүленә, ул БР төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетына күсә. РФ субъекттары мониторингы мәғлүмәттәре буйынса 2011 йылдың 1 декабренә ҡарата торлаҡ иҫәбенә 7874 ветеран ҡуйылған. Сағыштырыу өсөн: күрше Татарстан Республикаһында иҫәпкә ҡуйылған ветерандар һаны – 17238 кеше, йәғни беҙҙәгегә ҡарағанда 2,2 тапҡырға күп. Унда ла шул уҡ иҫәп нормаһы ҡулланыла – 1 кешегә 12 квадрат метр. Ошоға тиклем торлаҡ шарттарын 14244 кеше яҡшыртҡан.

Сәлимә Кейекбирҙина әҙерләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.