4 апр. 2012 г.

Хаттарҙан юлдар

Мин Билал мәктәбендә уҡыйым. Көрәш һәм бейеү түңәрәктәрендә шөғөлләнергә яратам. Тағы ла мәсеткә йөрөйөм, “Иман нуры” конкурсында ла ҡатнашам.
Минең ике өләсәйем бар, улар Ишһылыу һәм Бибикамал исемле, ә олатайҙарым вафат булған. Билалдағы өләсәйемә барһам, ул мине яҡты йөҙө менән көтөп тора. Мин уларға ярҙам итәм. Гел генә олатайҙарымды иҫкә алып торабыҙ.
Әле тышта йәмле яҙ. Мин рәхәтләнеп уйнайым, китап уҡыйым, әсәйемдәргә ярҙам итәм.
 
Вилүр Зәйнуллин,
7-се класс уҡыусыһы.
 
* * *
Баймаҡтың үҙәк урамы буйлап бер ҡатын атлай. Ул – минең әсәйем. Янынан үткән кешеләр уның нескә яурынына күпме ауырлыҡ төшкәнен белмәй шул. Ул уйсан ҡарашын алыҫ-алыҫ офоҡҡа төбәгән, беҙҙең киләсәкте уйлай, хәстәрләй.
Минең ҡәҙерлемә тәбиғәт башҡорт ҡыҙҙарына хас батырлыҡты, саялыҡты, матурлыҡты йәлләмәгән. Әсәйем беҙҙе яңғыҙ тәрбиәләй, бар ауырлыҡтарҙы бер үҙе кисерә. Ул беҙгә әсәй ҙә, атай ҙа. Өйөбөҙ ҡотло, матур, яҡты, өҫтәл тулы ризыҡ булыуы менән ҡыуандыра. Әсәйебеҙ беҙгә – ике ҡыҙына – кәңәшсе лә, әхирәт тә. Ул гөл-сәскә үҫтерергә, бәйләргә әүәҫ. Ваҡыт әсәйемдең сәстәренә беренсе көмөштәрҙе лә һипте. Аҡ сәстәре уны өлкәнәйтмәй, матурлай ғына. Әсәйем, сәстәрең көмөш, ғүмер көндәрең алтындан ғына булһын!
 
Ынйыгөл ИШБУЛАТОВА,
1-се мәктәптең 6-сы класс уҡыусыһы. 
 
* * *
Бәләкәйҙән генә ата-әсәһеҙ ҡалыуға ҡарамаҫтан, өләсәйем ауырлыҡтарға бирешмәй. Уҡырға, һөнәр алырға мөмкинлек булмағанлыҡтан, икмәк бешереүсе булып эшләй, кешеләргә төрлө эштәрен башҡарырға, балаларын тәрбиәләргә ярҙам итә. Етемлектең әсе һурпаһын татыған өләсәйем ҡартатайым Йомағужа Булатовҡа кейәүгә сығып, етем балаларға әсәй була, үҙе алты балаға ғүмер бирә. Сабыр, миһырбанлы өләсәйем, барыһын бергә туплап, татыу ғаиләләге ул һәм ҡыҙҙарын аяҡҡа баҫтыра. Беҙ, уның ейән-ейәнсәрҙәре, өләсәйебеҙҙең дәртле, эшһөйәр булыуына һоҡланабыҙ, өлкән булһа ла, йәштәрсә зауыҡ менән йәшәргә ынтылыуын хуплайбыҙ. Өләсәйебеҙ ҡул эштәренән өҙөлмәй, беҙҙе лә бәйләү-сигеү серҙәренә өйрәтә. Ауырлыҡтарға бирешмәй, йәшәүҙән йәм табып йәшәгән өләсәйебеҙ һәр кемгә үрнәк ул.
 
Алина ВӘЛИЕВА,
Әбделкәрим мәктәбе уҡыусыһы.
 
* * *
Мәктәбебеҙ – йылы усағыбыҙ. Һыуыҡ көндә йылы усаҡҡа нисек һыйынһалар, беҙ ҙә шулай йылы, ғәзиз, туған мәктәбебеҙгә һыйындыҡ. Беҙ тигәнем – 40, 30, 20, 10 йыл элек Иҫке Сибай мәктәбен тамамлаусы уҡыусылар. Бында беҙҙе бала саҡ дуҫтарыбыҙ, ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙ көтә ине.
Сәстәребеҙҙе ҡырау һуҡһа ла, маңлайҙарға тәүге һырҙар һалынһа ла, үҙебеҙ атай-әсәй, өләсәй-ҡартатай булып бөтһәк тә, беҙ бында үҙебеҙҙе яңы ғына мәктәпте тамамлаусы уҡыусылар итеп тойҙоҡ. Һәр кемебеҙ яратҡан уҡытыусыларыбыҙға йөрәк түрендәге оло рәхмәтебеҙҙе еткереп, баш эйҙек, мәрхүм һәм мәрхүмәләрҙе иҫкә алдыҡ. (Ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын). Кисәлә беҙ бер нисә сәғәткә генә йәшлегебеҙгә – иҫәр саҡтарыбыҙға әйләнеп ҡайттыҡ.
Әлеге ваҡытта балаларға төплө белем биргән мәктәбебеҙгә тағы ла юғарыраҡ уңыштар, Рафиҡов Сәлих Мөхитдин улы етәкләгән мәктәп коллективына ауыр, яуаплы эштәрендә сабырлыҡ, түҙемлек, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйбеҙ.
 
1982 йылдың 10-сы б сығарылыш класы
уҡыусылары исеменән – Ғилминур Юнысбаева (Ҡотлоғәлләмова).
Сәйғәфәр ауылы.
 
* * *
 
Өфө кардиоүҙәк дауаханаһында Баймаҡ районы ҡыҙы, Сибай ҡалаһында йәшәүсе Ғәлимә Исмаҡова менән йәнәш өҫтәлдәрҙә йөрәккә операция яһанылар. Операциянан һуң реанимацияла күрше булырға тура килде. Ғәлимә апай, үҙе саҡ йөрөүгә ҡарамаҫтан, миңә лимонлы сәйҙәр килтереп, хәленән килгәнсә ярҙам итеп йөрөнө.Реанимациянан һуң икенсе палаталарға күскәс, ҡатындар палатаһында уның таҡмаҡ әйткәне ҡолағыма салынды. Ҡараһам, Ғәлимә апай таҡмаҡ әйтеп талғын ғына бейеп йөрөй, ә палаталағылар уға дәррәү ҡул саба. Үҙебеҙҙең башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының шундай дәртле, сабыр булыуына әле һаман да һоҡланып бөтә алмайым. Барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ теләп ҡалам.

Фәнил Йәнйегетов.
Өфө районы, Алексеевка ҡасабаһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.