2 апр. 2012 г.

ЙӘМӘҒӘТ ОЙОШМАЛАРЫНДА

Баймаҡтарға диплом тапшырылды
 
Хәрби хәрәкәттәр ветерандарының эше юғары баһаланды
Ошо көндәрҙә Өфөлә республика ветерандарының һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙың үткән йыл йомғаҡтарына арналған йыйылышы үтте. Унда беҙҙең райондан хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар советы рәйесе С.Ш. Мирзин етәкселегендәге делегация (составында –  афған яуы ветерандары Камил  Сөнәғәтуллин, Мөхтәр Хәсәнов, Чечен һуғышында булған Альберт Сәғәҙиев) ҡатнашты.
Йыйылышта ветерандарға, шул иҫәптән хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға, һәр яҡлап дәүләт ярҙамы күрһәтеү мәсьәләләре күтәрелде. Шуныһы үҙенсәлекле, хәҙер һәр ветеран республиканың профилакторий һәм госпиталдәрендә бушлай дауаланыу мөмкинлегенә эйә. Бының өсөн урындағы ветерандар йәиһә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар советтарына мөрәжәғәт итеү ҙә етә – ҡалғанын рәйестәр үҙҙәре хәстәрләйәсәк.

Һөйләшеүҙә Сәғит Шәрифйән улы Мирзин етәкләгән Баймаҡ хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар советының эше һәр яҡлап яҡшы тип табылды һәм башҡаларға үрнәк итеп ҡуйылды. Йәштәрҙе хәрби-патриотик рухта тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергәне, хәрби хәрәкәттәр ветерандарына һәм инвалидтарына, һәләк булып ҡалған яугирҙар ғаиләләренә ярҙам итеүҙе ойошторғаны, 112-се Башҡорт атлы дивизияһына БАССР Юғары Советы Президиумының байрағын тапшырыуға 70 йыл тулыуға арналған Республика тантаналы кисәһендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Баймаҡ советы БР Президенты Хакимиәте, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Башҡортостан Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар союзы, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының “
Намыҫ, батырлыҡ һәм дан символы” исемле Дипломы менән бүләкләнде.
– Был йыйылыш бик файҙалы үтте, алға аныҡ маҡсаттар билдәләнде, – ти Сәғит Шәрифйән улы. – Өфөгә барып ҡайтырға район хакимиәте ҙур ярҙам күрһәтте. Әле беҙҙә 606 чечен һәм афған яуы ветераны йәшәй. Уларҙы госпиталь һәм профилакторийҙарға дауаланыуға ебәреүҙе даими ойошторабыҙ, беҙгә мөрәжәғәт итһендәр. Үҙебеҙҙең төбәктә лә матур саралар ойошторорға ниәтләйбеҙ – был хаҡта алдан хәбәр итербеҙ. Ғөмүмән, совет әүҙем эшләргә һәм ветерандар мәнфәғәтен һәр яҡлап ҡайғыртырға тейеш. Был тәңгәлдә беҙ урындағы етәкселәргә ҙур өмөт бағлайбыҙ.

Азамат Мөхәмәтшин.

Һүрәттә: Баймаҡ делегацияһы республика хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар һәм ветерандар союздары ағзалары менән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.