2 апр. 2012 г.

Тарих биттәренән

Өмөтбай менгиры
 
Өмөтбай ауылы янындағы Әүлиә тауы хаҡында күптәр ишетеп-күреп беләлер, моғайын. Уға илткән юлдың тапалып бөтөүе бынан халыҡтың өҙөлмәүе тураһында һөйләй. Уның итәгендәге урман араһында ҙур булмаған аҡлан бар, әйтерһең дә, тәбиғәт тап ошонда туҡтап ял итергә, сәй эсергә саҡыра. Килеүселәр тау башына күтәрелгәс, ҡыҙыл кирбес менән уратып алынған Әүлиә ҡәберлеге янында әруахтарға бағышлап аят уҡый, ил-йортҡа именлек, үҙҙәренә һаулыҡ теләп, тейешле йола үтәй. Сәй эсеп алғандан һуң ошонда уҡ ятып бер аҙ серем итеп алырға кәрәк икән. Фәҡәт йоҡлаған ваҡытта ғына Әүлиә дауаһы килешә, тиҙәр.

Элегерәк тауҙың көнсығыш битләүенән шишмә лә аҡҡан. 1970 йылдарҙа ауылға шоссе юл һалынғас, уны быуалар. Күлдең яҫылығы яҡынса 620 кв.м. Ауылдың һәр балыҡсыһы унда балыҡ ебәрер булған. Әүлиә күленең батҡағы һәр ауырыуға ла шифа, тиҙәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа дөйөм көтөүгә йөрөмәүсе берәҙәк малдың күлде саңдау урынына әйләндереүе күңелде ҡыра...
Әүлиә тауы топонимикаһы тураһында легендала алыҫ Урта Азия тарафтарынан ҡайтып килеүсе мосафир телгә алына. Дәрүиш әүлиәлек һәләтенә эйә булған, өмөтбайҙарҙы ауылға яҡынлашып килеүсе ҡаза тураһында иҫкәрткән. Тыуған иленә ҡайтып етә алмаҫын һиҙгән дәрүиш ауылда йәшәргә ҡалған, вафаты еткәс, ҡаршылағы тауҙың башына ерләргә васыят иткән. Ауыл халҡы был Аллаһ бәндәһен мосолмандарса ҡәҙерләп  ерләгән.
Легенданың икенсе вариантында беҙҙең төбәктә өс бер туған әүлиәнең йәшәүе тураһында бәйән ителә. Сөләймәнова Зифа инәй үҙенең ағаһы Нуриман бабайҙан был Аллаһ бәндәләренең исемен яҙып алып ҡалған. Өмөтбай әүлиәһенең исеме-Бағыусман, Баймырҙа ауылында – Биәсмән әүлиә, Әхмәт ауылы (Әбйәлил районы) әүлиәһе – Бағырусман булған. Әүлиә ҡәберҙәре янында аттар үҙенән-үҙе туғарылған, ер һөрөүсе тракторҙар туҡтап ҡалған.
Әүлиә тауының төньяғында вертикаль рәүештә ҡаҙып ултыртылған таш бағана тора. Уның оҙонлоғо 1,5 м, ҡалынлығы – 15 см. Таш бағана тураһында мәғлүмәт йыйған саҡта миңә Рәхимйән ағай:  “Атайым үҙенең олатаһынан, ә ул үҙенең олатаһынан таш бағана тураһында һорағас, ул да белмәгән”, – тип яуап биргәйне. Тимәк, Әүлиәнең таш бағанаһы бик боронғо ҡомартҡы.
Археологтар таш бағаналарҙы менгирҙар тип атай. Менгир һүҙе бретон (Франция) теленән  men – таш,  hir – оҙон тип тәржемә ителә. Менгирҙарҙы тәүбашлап бронза быуаты кешеләре ҡора башлаған, тип фаразлай ғалимдар.
Донъялағы иң ҙур менгир Англияла, Родстонск менгиры.  Уның ауырлығы 40 т. Рәсәйҙә Хакасия республикаһы менгирҙар менән дан тота.
Башҡортостанда иң билдәле менгирҙар – Учалы районы Ахун ауылы янындағы мегаликтик комплекс. Уларға яҡынса 3 мең йыл.
Өмөтбай менгиры ошо төбәктә йәшәгән мәжүси халыҡтың йола башҡарыу, изге көстәргә табыныу урыны булыуы мөмкин. Ауылдың муллаһы Ҡотлогилдин Таштимер ағай уны берәй билдәле кешенең ҡәбер ташы булыу ихтималлығын әйткәйне.
Әүлиә тауы Ҡуһаил тауы һуҙымының иң көньяҡ түбәһе. З.Вәлидиҙең “Хәтирәләр” китабында Ҡуһаил һүҙе тәржемәһен табырға мөмкин. Ҡуһаил – изге тигән төшөнсәгә эйә. Тимәк, әлмисаҡтан ауылым янындағы Әүлиә, Ҡуһаил тауҙары изге урындарҙан һаналған. Кешеләр был төбәккә ниндәйҙер өмөт, бай өмөт менән килгәндәр. Ауылдың атамаһы ла ошо ниәттәрҙе аңлатмаймы икән?

Айҙар Мәжитов, тарих уҡытыусыһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.