30 мар. 2012 г.

Беҙҙең интервью

Биш йыл эсендә – 500 ферма!
 
Башҡортостанда биш йыл эсендә 500 һөтсөлөк фермаһы тергеҙеләсәк һәм файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Был хаҡтағы Республика программаһы 2012-2016 йылдарға иҫәпләнгән. БР Ауыл хужалығы министрлығында программаны тормошҡа ашырыу мәсьәләһе тикшерелеп кенә ҡалмай, ә республикала яңы проектты башлауға булышлыҡ иткән ғәйәт ҙур саралар атҡарыла. Ошо темаға беҙ БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Н.А. Коваленко менән әңгәмәләшәбеҙ.

– Николай Анатольевич, “500 ферма” программаһы идеяһы ҡайҙан килеп сыҡты?
– Был республика маҡсатлы программаһы “2012-2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында 500 һөтсөлөк фермаһын комплекслы модернизациялау. Һөт малсылығын үҫтереү һәм һөт етештереүҙе арттырыу” тип атала һәм ул БР Президенты Р.З. Хәмитовтың ҡушыуы буйынса беҙҙең Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан эшләнде. 2011 йылдың апрелендә БР Хөкүмәте һәм РФ һөт етештереүселәренең Милли союзы араһында Башҡортостан Республикаһында һөтсөлөк тармағын үҫтереүгә йүнәлтелгән сараларҙы бойомға ашырыу буйынса Килешеүгә ҡул ҡуйылды. Республиканың бөтә райондарында ла дөйөм алғанда 500 ферма модернизацияланасаҡ.

– Программаның маҡсаты нимәлә?
– Был документ һөт малсылығын тотороҡло үҫтереү өсөн иҡтисади, технологик һәм социаль шарттар тыуҙырыу нигеҙендә ауыл хужалығы предприятиеларының финанс-иҡтисади хәлен нығытыуға йүнәлтелгән. Анализдан күренеүенсә, республикала реконструкцияға 564 һөтсөлөк фермаһы мохтаж. Былтыр Программала ҡатнашыуға 105 ферма аудит үтте. Әле Ауыл хужалығы министрлығына бирелгән документтарҙы ентекле тикшереү бара.
Технологик аудит үткәреүҙе ойоштороу мәсьәләләре менән БР Ауыл хужалығы министрлығы һәм Башҡортостандың һөт союзы шөғөлләнә.
Программаны тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тиҙҙән БР Ауыл хужалығы министрлығында үтәсәк ҙур кәңәшмәлә ҡараласаҡ. Шул уҡ ваҡытта таратмалы мәғлүмәт материалын әҙерләү буйынса эштәр алып барыла. Министрлыҡта был ҙур эште башҡарыу менән шөғөлләнгән яңы бүлек булдырыласаҡ.
– Программаны тормошҡа ашырыуҙа муниципаль райондарҙың ҡатнашыуы ҡаралғанмы?
– Муниципаль райондар иңенә инфраструктура объекттары төҙөү, территорияларҙы төҙөкләндереү, проект-смета документацияһын әҙерләү йөкмәтелгән. Шулай уҡ улар залог биреү, һалым һәм аренда түләүҙәре ставкаларын кәметеү, программаны тормошҡа ашырыуҙы ойоштороу, һөт һәм һөт ризыҡтарын пропагандалау буйынса эшләргә тейеш.
– Был проект ниндәй һөҙөмтәгә өлгәшергә мөм-кинлек бирәсәк?
– 2011 йылда тулайым һөт етештереү бөтә төр хужалыҡтарҙа 1 млн 680 мең тонна булһа, 2016 йылға инде ул 2 млн 220 мең тонна тәшкил итергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта мал һанын – 9, продуктлылыҡты 1,2  тапҡырға, хеҙмәт етештереүсәнлеген 25 процентҡа еткереү күҙ уңында тотола. Программа тейешле хеҙмәт шарттары тыуҙырырға һәм бер меңгә тиклем яңы эш урындары булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Һәр фермала ике йорт төҙөлөп, бер меңгә яҡын ғаилә торлаҡ менән тәьмин ителәсәк.
– Фермаларҙы модернизациялауға түгелгән инвестиция сығымдарына субсидия ҡаралғанмы?
– Субсидия төҙөлөш-монтаж эштәренә, силос-сенаж ҡоролмалары төҙөүгә ҡаралған. Шулай уҡ ҡоролмалар (50 %), ауыл хужалығы техникаһы (40 %) һатып алыуға ла биреләсәк. Тоҡомло мал һатып алғанда ла ярҙам ҡаралған.
– Был программала  кем ҡатнаша ала?
– Кәмендә 300 баш һыйыры, технологик аудиттың ыңғай һығымтаһы, яҡшы финанс торошо булған ауыл хужалығы тауар етештереүсеһе ҡатнаша ала. Бизнес планы буйынса бер  йылда продуктлылыҡты 4 процентҡа арттырыу, һөт етештереүҙе, быҙау алыуҙы арттырыу күҙ уңында тотолорға тейеш.
Әлбиттә, яңы эш булғас, һорауҙар ҙа күп. Әммә ҡурҡырға ярамай, БР Ауыл хужалығы министрлығы яғынан программала ҡатнашыусы һәр кем яҡлау һәм ярҙам табасаҡ. Беҙҙә бының өсөн махсус бүлек булдырыла.

В. Аптикаева.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.