18 мар. 2012 г.

Рәсми бүлек


Ҡала Советы ултырышы үтә

2012 йылдың 19 мартында 14 сәғәттә 1-се мәктәптең актовый залында Баймаҡ ҡалаһы ҡала биләмәһе Советының ойоштороу ултырышы үткәрелә. 
Ултырышҡа ҡала биләмәһе Советы депутаттары, ҡаланан һайланған район Советы депутаттары, предприятие, ойошма һәм учреждение етәкселәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, эске эштәр бүлегенең участка хеҙмәткәрҙәре, мәктәп директорҙары, балалар баҡсалары мөдирҙәре, өҫтәмә белем биреү учреждениелары етәкселәре саҡырыла.

Йылдың ҡоро килеүе көтөлә

Быйыл яҙғыһын Башҡортостанда ҙур ташҡын көтөлмәй, тип фаразлай синоптиктар. 10 мартҡа ҡарата ҡарҙағы һыу запасы бынан алдағы йылдарҙағы уртаса күрһәткестәрҙең 50 процентынан да түбәнерәк. Шул уҡ ваҡытта һыу ятҡылыҡтарында боҙ ҡалынлығы һәм тупраҡтың туңыу тәрәнлеге норманан күпкә юғары, хатта 100 сантиметрға барып етә. “Өҫтән” ирей башлаһа, йылғалар ярҙарынан сығыуы ихтимал, тик ҙур ташҡын булмаясаҡ. Был хаҡта республиканың ташҡынға ҡаршы комиссияһы ултырышында Башҡортостан гидрометеорология үҙәге етәксеһе Юрий Феропонтов һөйләне. 

РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса дәүләт идаралығы начальнигы урынбаҫары Зәкир Хужахмәтов хәбәр итеүенсә, ведомство мәғлүмәттәре буйынса 14 муниципаль районда 61 ауыл-ҡаланы һыу баҫыуы мөмкин. Уларҙа бөтәһе 10,5 мең кеше йәшәй.
Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: Башҡортостан гидрометеорология үҙәге етәксеһе ҡоролоҡҡа йыш дусар булған  Урал аръяғы райондарына ла иғтибар бүлде. Йылайырҙа һыу запасы норманың 47, Аҡъярҙа – 54, Мораҡта – 59, Баймаҡта 41 процентын ғына тәшкил итә.
Һыу ресурстары федераль агентлығының Кама идаралығы начальнигы урынбаҫары Сергей Горячев фекеренсә, 2010 йылдағы хәлдәрҙең ҡабатланыуы ихтимал. Ул саҡта һыуһаҡлағыстарҙы тултырыу өсөн һыу етмәгәйне. Хәл ер аҫты һыуҙарының да төпкә китеүенә бәйле киҫкенләшә бара. “Башкиргеология” мәғлүмәттәре буйынса хәҙерге ваҡытта ер аҫты һыуҙары уртаса күрһәткестәрҙән 4 метрға түбәнерәк һәм 2010 йыл менән сағыштырғанда 10-40 сантиметрға аҫтараҡ”, – тине ул. Ошоға бәйле,  республиканың ташҡынға ҡаршы комиссияһы ташҡынды имен үткәреү бурысын ҡуя. Халыҡты һәм предприятиеларҙы һыу менән етерлек кимәлдә тәьмин итер өсөн һыу туплап ҡалыу зарур. 
Ташҡын апрелдең беренсе декадаһында көтөлә.
«Башинформ».

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.