18 мар. 2012 г.

Ултырыштар


Көн ҡаҙағында – хәүефһеҙ хеҙмәт

Хеҙмәтте нисек хәүефһеҙ итергә, зыянлы һәм хәүефле факторҙарҙы нисек кәметергә, нисек производствола бәхетһеҙ осраҡтар булдырмаҫҡа, профессиональ ауырыуҙарға юл ҡуймаҫҡа? Ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү һәм контролдә тотоу маҡсатында муниципаль район хакимиәте ҡарамағында хеҙмәтте һаҡлау буйынса комиссия эшләй. Уның муниципаль район хакимиәтендә уҙған сираттағы ултырышында был юлы ла көнүҙәк һорауҙар күтәрелде.

Ултырышты комиссия рәйесе, муниципаль район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Константин Замотаев алып барҙы. Иң тәүҙә райондың предприятие-ойошмаларында, хужалыҡтарында янғын хәүефһеҙлеге торошо тураһында янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү бүлеге инспекторы Илдар Хәмитов һөйләп үтте. “Даими тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре бөтә ерҙә лә теүәл үтәлә, тип әйтеп булмай. Ҡайһы бер ойошмаларҙа автоматик сигнализация түгел, беренсел янғын һүндереү ҡорамалдары ла юҡ. Айырыуса был тәңгәлдә ауыл хужалығы предприятиелары һәм ҡала ятаҡтары торошо борсой. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса төрлө сараларға байтаҡ сумма аҡса бүленә, шуға ла был юҫыҡта алға китеш бар, шул уҡ ваҡытта эшләйһе эштәр ҙә күп”, – тине. Уның әйтеүенсә, “Граф күле” турбазаһы, “Орленок” лагеры кеүек объекттарҙа ла хәл итәһе проблемалар бар. 105-се һөнәрселек лицейы ятағында ла автоматик сигнализация юҡ, электр үткәргестәр иҫке. Илдар Хәмитовтың сығышын тыңлағандан һуң, комиссия ағзалары киләһе ултырышҡа атап үтелгән ойошма етәкселәрен саҡырып, булған проблемаларҙы ентекле өйрәнергә, тигән ҡарарға килде.
Артабан райондың ауыл хужалығы предприятиеларында профессиональ ауырыуҙар кимәле тураһында “Роспотребнадзор”ҙың урындағы бүлексәһенең әйҙәүсе белгес-эксперты Лилиә Ғарипова сығыш яһаны. Һуңғы 2-3 йылда район буйынса профессиональ ауырыуҙарға дусар булыусылар һаны артҡан. Мәҫәлән, былтыр “Ялан”, “Богачевка” ЯСЙ-лары, “Аҡморон”, “Таналыҡ” АХК-лары кеүек хужалыҡтарҙан, Баймаҡ АТП-һынан һ.б. бөтәһе 10 кеше профессиональ ауырыу, тип табылған. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: тикшереү күрһәтеүенсә, бөтә осраҡтарҙа ла тиерлек сирҙәр аҙған һәм хроник формаға әйләнгән. Был хеҙмәткәрҙәрҙең ваҡытында медосмотр үтмәүе йәки тейешле кимәлдә тикшерелмәүе менән бәйле. Профессиональ сирҙәр араһында терәк-хәрәкәт ағзалары ауырыуҙары 80 процент, тын юлдары органдары ауырыуҙары – 10, ишетеү органдары ауырыуҙары 10 процент тәшкил итә. Айырыуса көслө тауыш аҫтында, вибрацияла, саңда, көсөргәнештә һәм һыуыҡта эшләүсе тракторсылар профессиональ ауырыуҙарға тиҙерәк юлыға. Былтыр медосмотр үткәреүгә 10 хужалыҡ заявка биргән һәм уларҙың бишәүһенең генә хеҙмәткәрҙәре медицина тикшереүе үткән. Шуға иғтибарҙы айырым йүнәлтергә кәрәк: халыҡты көндәлек аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүсе игенселәрҙең, малсыларҙың һаулыҡ торошон тәүге сиратта ауыл хужалығы идаралығы контролдә тоторға тейеш. Сөнки хужалыҡтарҙа байтаҡтан бирле хеҙмәтте һаҡлау буйынса саралар планы төҙөлмәй, эш урындарына аттестация үткәрелмәй һ.б. Был тәңгәлдә ыңғай яҡтан урындағы МТС-ты телгә алып үтергә була, район буйынса унда ғына хеҙмәтте һаҡлау саралары тейешле кимәлдә ойошторола. Әлбиттә, медосмотр үтеү, аттестация үткәреү кеүек сараларға финанс та талап ителә. Урындағы дауаханаға гарантия хаттары менән йәки хужалыҡ ҡаҙнаһынан аҡса бүлеп, хеҙмәткәрҙәргә медицина тикшереүе үткәреү мотлаҡ икәнлеген етәкселәр онотмаһын ине. Әйткәндәй, бер хеҙмәткәргә медицина тикшереүе үткәреү 600 һум тирәһе тора. 
Ултырышта төбәк социаль страховка фондының Сибай филиалының баш белгесе Әминә Байһарина ваҡытында страховка иғәнәһе түләп барған хужалыҡтарға социаль страховка фондынан хеҙмәтте һаҡлау сараларына аҡса бүлеү мөмкинлеге тураһында әйтеп үтте.
“Аҡморон” АКХ-һы етәксеһе Рәүеф Әсәнов үҙҙәрендә хеҙмәтте һаҡлау буйынса башҡарылған сараларға туҡталды. “Беҙҙә хеҙмәткәрҙәргә инструктаж үткәрелә, махсус кейем бирелә. Әлеге ваҡытта профессиональ сирҙәргә йышыраҡ дусар булған механизаторҙарҙың уртаса йәше – 48-50. Ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре араһында профессиональ сирҙәрҙең артыуын хеҙмәткәрҙәрҙең йәш күрһәткесе менән дә аңлатырға була. Быйыл беҙҙең хеҙмәткәрҙәр тейешенсә медосмотр үтәсәк”, – тине ул. Ултырышта ҡатнашҡан “Таналыҡ” һәм Ленин исемендәге АКХ-лар вәкилдәре лә үҙҙәрендәге эштәр менән таныштырҙы. Комиссия ағзаһы Шәрәфетдин Моталлапов Баймаҡ районында быйыл ҡабул ителгән эш шарттарын яҡшыртыу программаһы тураһында һөйләне.
Дөйөм алғанда, комиссия ултырышы эшлекле шарттарҙа үтте. Яҙғы сәсеү эштәре башланғансы, ауыл хужалығы тармағы хеҙмәткәрҙәре  өсөн медосмотр ойоштороу, һәр урында булған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү маҡсатында тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде. Шулай уҡ апрель айында үтәсәк комиссия ултырышына сығарыласаҡ мәсьәләләр ҙә ҡаралды.  

Сәлимә Кейекбирҙина.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.