27 мар. 2012 г.

Һөйләшеүгә саҡырабыҙ

Ат көтөүҙе тәртипкә һалыу – көнүҙәк мәсьәлә
Шәхси хужалыҡтағы йылҡы малын йәйге осорҙа көтөүҙе ойоштороу – иң актуаль мәсьәләләрҙең береһе. Был проблема бигерәк тә Урал аръяғында, шул иҫәптән Баймаҡ районында, бик киҫкен тора.
Әгәр ҙә 90-сы йылдарҙа районда 800-гә яҡын ат булһа, бөгөн тик Темәс ауыл биләмәһендә генә лә 522 баш (теркәлгәне генә) йылҡы иҫәпләнә. Әлбиттә, халыҡтың малсылыҡ тармағын үҫтереүгә ныҡлап тотоноуы ҡыуаныслы, әммә һәр нәмәлә тәртип булырға тейеш. Хәҙер ауылдарҙа быҙау, ҡаҙҙар урынына ҡарауһыҙ аттар йөрөүе ғәҙәти күренешкә әүерелде. Улар сәсеүлектәрҙе, бесәнлектәрҙе тапай, тәбиғәткә ҙур  зыян килтерә. Әйтәйек, үткән йылда ғына игенселек менән шөғөлләнгән 3-4 фермер мал тапау арҡаһында уңышын бөтөнләй йыйып ала алманы, гектарлап бесәнлектәр юҡҡа сыҡты.
Бының сәбәбе нимәлә һуң? Ул ат тотоусыларҙың малдарын көтөүгә ҡыумауына, айырым көтөүсе ялламауына бәйле. Ҡайһы бер хужалар йылҡыларының ҡайҙа йөрөгәнен дә белмәй, хатта бикләнгән малдарын  да алырға килмәй (ҡасан сығарырҙарын ситтән күҙәтеп йөрөй).
Ошо көндәрҙә ауыл биләмәләрендә 2012 йылда  шәхси хужалыҡтарҙағы малды көтөүҙе ойоштороу буйынса ҡарарҙар ҡабул ителде. Улар нигеҙендә һәр ауылда мал көтөүҙе ойоштороу, көтөүселәр яллау ҡарала. Әйтәйек, Темәс ауыл биләмәһендә быйыл бар аттарҙы ла элекке кеүек урманға – элекке “Һәүәнәк” совхозының һауын көтөүе, йәш малдар ятҡан йәйләүҙәренә ебәреү буйынса ҡарар ҡабул ителде. Малдарын көтөүгә ҡушмаусылар административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Был тәңгәлдә хоҡуҡ һаҡлау органдары хәлде аңлап эш итергә бурыслы.
Әле малдарҙы биркалау, аттарҙы тамғалау эштәре бара. Бында берәү ҙә ситтә ҡалмаһын.
Шуны ла әйтергә кәрәк, һәр фермер үҙенең иген баҫыуҙарына ҡарауылсы (объездчик) ялларға бурыслы. Минеңсә, кем объездчик тотмай, ул үҙе яуапҡа тарттырылырға тейеш. Былтыр Темәс ауыл биләмәһендә Баймаҡ МТС-ы баҫыу ҡарауылсыһы ялланы, тик эш аты менән тәьмин итмәне. Объездчик мотоциклы менән йөрөнө. Был хәл “Һәнәк” журналына ғына ебәрерлек шәп материал булды. Бындай осраҡта объездчик та,  МТС хужалары ла административ яуаплылыҡҡа тарттырылырға тейештер.
Иген баҫыуҙарына төшкән, көтөүһеҙ йөрөгән мал эйәләренә ҡарата ҡаты саралар ҡулланырға кәрәк. Хәҙер районда ит комбинаты бар, әгәр ҙә хужаһы малын 3 көн эсендә килеп алмаһа, шунда ебәрелһен. Бәлки, ошондай киҫкен сара күргәндә, ҡайһы бер ғәмһеҙ хужалар, ниһайәт, уйланырға мәжбүр булыр ине. Ғөмүмән, был ҙур проблемаға сик ҡуйылырға, уны хәл итеүгә  бөтә органдар ҙа йәлеп ителергә тейеш.
Беҙҙең халыҡ ғүмер буйы мал аҫрап йәшәгән һәм йәшәһен дә. Быға берәү ҙә ҡаршы түгел. Тик һәр нәмәлә тәртип булырға тейеш. Ошо проблема буйынса башҡаларҙың да фекерен белге килә. Был тәңгәлдә Ленин исемендәге АХК-ның иген баҫыуҙарын һаҡлау тәжрибәһе иғтибарға лайыҡ тип уйлайым. Һәр хәлдә, беҙ үҙ еребеҙҙә тәртип булдырырға, законды теүәл үтәргә тейешбеҙ. Ә уларҙы үтәмәүселәргә, аңларға теләмәүселәргә ҡаршы бергәләп көрәшәйек!


Р. Йәнсурин,
Темәс ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы.

Редакциянан. Автор бик етди мәсьәлә  күтәрә.  Ысынлап та, мал көтөү проблемаһы бер ҡасан да көн үҙәгенән төшкәне юҡ. Уның тейешенсә хәл ителмәүе арҡаһында ауыл хужалығының ниндәй ҙур зыян күреүе берәүгә лә сер түгел. Шуның өсөн проблеманы яйға һалыу — бөгөнгө көндөң иң актуаль мәсьәләләренең береһе булып тора.
Мал көтөүҙе тәртипкә һалыу мәсьәләһе буйынса һеҙҙең уй-ниәттәрегеҙ нисек? Әйҙәгеҙ, гәзит биттәрендә  фекер алышайыҡ. Һеҙҙән хаттар, шылтыратыуҙар (тел. 2-14-99) көтәбеҙ.
 

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.