30 мар. 2012 г.

Эшлекле сәфәрҙәр

Урмансылар берләшә
 
27 мартта Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министры Р.Б. Нәбиуллин беҙҙең районда эш сәфәре менән булды.


Муниципаль район хакимиәтенең ултырыштар залында райондың урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре, ағас эше менән шөғөлләнеүсе эшҡыуарҙар һ.б. ҡатнашлығында кәңәшмә үтте. Тәүҙә муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов кәңәшмәгә йыйылыусыларҙы эш тәртибе һәм ҡараласаҡ мәсьәләләр менән таныштырҙы. 
Артабан Рәжәп Байғондо улы үҙенең эш сәфәренең маҡсаты тураһында һөйләне. Хәҙерге көндә беҙҙең районда ағас эше менән шөғөлләнеүсе 80-гә яҡын шәхси эшҡыуар теркәлгән. Төрлөһө-төрлө ерҙә йәшәгән, төрлө күләмдәге ағас менән эшләгән шәхси эшҡыуарҙар үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнай.  Ә республикабыҙҙың ҡайһы бер райондарында ошо йүнәлештә шөғөлләнгән эшҡыуарҙар бер ойошмаға  берләшеп, уға тигеҙ өлөш индергән һәм, һөҙөмтәлә, ҙур эш күләме алып, заманса технологияларға нигеҙләнеп, сифатлы һәм һорау менән файҙаланған  ағас материалдары етештереүгә, уны табыш менән һатыуға өлгәшә. Был ысынлап та үҙен аҡлай, ти министр. Мәҫәлән, Ҡариҙел районында ошондай йәмғиәттең эше күптән яйға һалынған, уларҙың тәжрибәһен өйрәнеү башҡаларға ла ҡамасауламаҫ ине. Баймаҡ ҡалаһында йәки эрерәк бер-ике ауылда ағас етештереү буйынса завод асып, производствоны яйға һалыу мөмкинлеге бар. Был осраҡта завод төҙөүгә үҙ өлөшөн индергән һәр эшҡыуар, акционер булараҡ, даими табыш ала ала, шулай уҡ һатып алыусы йәки заказсы эҙләү ҙә күпкә еңелләшә. Район эшҡыуарҙары сифатлы продукция менән үҙебеҙҙең төбәктең генә түгел, Ырымбур, Ҡаҙағстан һатып алыусыларын да йәлеп итә ала, быныһы бәхәсһеҙ. Заказсылар ҙа бер ергә генә мөрәжәғәт итеп, кәрәкле продукцияны бер урындан ғына тейәп алып китә алыр ине, йәғни эште ағымға ҡуйырға була.
“Яңыраҡ Башҡортостан Президенты Р.З. Хәмитов Бөрйән районындағы сәфәрендә урындарҙа эске ресурстарҙы ҡулланыу, шуларға нигеҙләнгән производстволарҙы үҫтереү тураһында һүҙ ҡуҙғатҡайны. Был үҙ сиратында халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыуға этәргес көс буласаҡ, тип белдергәйне ул. Тап ошо эске ресурстарҙы аҡыл менән, төптән уйлап тотонорға кәрәк. Әлеге ваҡытта райондың 41 эшҡыуарынан торған “Баймаҡ урман етештереүселәр берлеге” ЯСЙ-һы төҙөлгән. Әгәр бер фекергә килеп, эштәр яйға һалынһа, киләсәктә эшҡыуарҙар, ағастан материалдар етештереүҙән тыш, урманды кире тергеҙеү менән дә шөғөлләнәсәк. Шулай уҡ ҡалдыҡһыҙ производство булдырырға мөмкинлектәре лә бар. Дөйөм алғанда, ҙурыраҡ эштәргә тотоноу мәле етте. Шуға ла һеҙгә бергә ойошорға тәҡдим итәм”, – тине Рәжәп Байғондо улы.

С. Кейекбирҙина.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.