18 мар. 2012 г.

Яңылыҡтар


Депутат ҡабул итә
20 мартта көндөҙгө сәғәт 10-дан 12-гә тиклем муниципаль район хакимиәтенең йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә муниципаль район Советына 13-сө һайлау округынан депутат Сәйғәфәрова Динара Юрис ҡыҙы граждандарҙы ҡабул итә.

Олпат юбилей айҡанлы
24 мартта сәғәт 11-ҙә халыҡ ижады үҙәгендә элекке партия хеҙмәткәре, Ленин ордены кавалеры, билдәле ғалим, фәнни хеҙмәттәр авторы, профессор В.С. Мәҡсүтовтың 80 йәшлек юбилейына арналған ҙур сара уҙасаҡ. 

Контракт буйынса хеҙмәт
БР хәрби комиссариатының Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйынса бүлеге Тажик Республикаһы биләмәһендә урынлашҡан хәрби частарҙа контракт нигеҙендә хәрби хеҙмәт итеү өсөн яҡшы физик әҙерлекле һәм психик яҡтан тотороҡло кандидаттар араһында һайлау үткәрә. Контракт нигеҙендә хеҙмәт итеү мәсьәләләре буйынса 2012 йылдың 30 мартына тиклем хәрби комиссариаттың 16-сы бүлмәһенә йәки 3-16-30 телефоны аша мөрәжәғәт итергә була.
“Флера дуҫтарын йыя”
Киләһе дүшәмбелә район китапханаһында 15 сәғәттә яҡташыбыҙ, һәүәҫкәр композитор, шағирә һәм рәссам Флера Шәрипованың ижад кисәһе үтәсәк. 
C. КЕЙЕКБИРҘИНА.

Турнир көтә!  
Республикала иғлан ителгән Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арнап, балалар ижады үҙәгенең шахмат клубында 24 мартта “Атай, әсәй һәм мин – шахмат ғаиләһе” исемле район турниры уҙғарыла. Заявкалар 21 мартҡа тиклем ҡабул ителә.
А. ИШНАЗАРОВ.

Ҡышты оҙаттыҡ
Әбделкәрим ауылында ҡышты оҙатыу байрамы шаулап-гөрләп үтте. Үҙҙәренең көстәрен һынап ҡараусылар өсөн төрлө спорт ярыштары ойошторолдо, халыҡ таланттарынан торған матур концерт ҡуйылды. Эҫе сәй табыны артында ҡоймаҡ, бәлештәр менән һыйланыу байрамға үҙе бер йәм өҫтәне. Йәрминкәлә ҡатнашыусылар ҙа күп булды.
Х. Йәнбирҙин, 
Әбделкәрим ауыл хакимиәте белгесе.

Эстафета дауам итә
Ауыл биләмәләре араһында иғлан ителгән һәм Рәсәй тарихы йылына арналған “Хәтерләйбеҙ, баш эйәбеҙ” эстафетаһы дауам итә. 12 мартта Таулыҡай ауыл биләмәһе Ишбирҙегә килеп, тантаналы шарттарҙа эстафетаны тапшырҙы. Урындағы “Атайсал” клубы ағзалары һәм “Хәтирә” фольклор ансамбле ҡунаҡтарҙы йылы ҡаршы алды. Осрашыуҙа тарих биттәренә байҡау яһалды, хәтирәләр иҫкә алынды. 
19 мартта Ишбирҙе ауыл биләмәһе эстафетаны Түбә ауылына тапшырасаҡ.

Гөлсирә Вәлиева.
Ишбирҙе ауылы.  

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.