27 мар. 2012 г.

Осрашыуҙар

Һирәктәр өлөшөнә тейгән бәхет
Флера Шәрипованың «Йырҙарым һеҙҙең өсөн» китабына фатиха бирелде
Була бит шундайҙар: үҙҙәре шул тиклем ябай, уларға барыһы ла ылыға, ә аралаша башлаһаң, унан да талантлыраҡты табыуы мөмкин түгел. Күптән түгел үҙәк район китапханаһында осрашҡан яҡташыбыҙ Флера Шәрипова ла тап шундай булып сыҡты. Күҙҙәренән моң-нур түгелгән  ханымдың шағирә, композитор, йырсы, рәссам кеүек һәләттәргә эйә булыуы уның ижад кисәһенә килгәндәрҙең барыһында ла сикһеҙ  һоҡланыу уятты. Флера ханым сығышы менән Йылайыр районынан булһа ла, Баймаҡ ҡалаһында 3-сө мәктәптә, балалар баҡсаһында эшләгән. Әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында йәшәй.
Флера Шәрипованың ижадын яратыусылар ул көндө “Йырҙарым һеҙҙең өсөн” исемле китабының исем туйына йыйылды. Йыйынтыҡ район типографияһында донъя күргән. Унда уның шиғырҙары, йырҙары, һүрәттәре ингән.

Ләйсән Солтанғолова менән Дилара Сәфәрғәлина алып барған матур осрашыуҙы Флера ханымдың берсә һағышлы, берсә дәртле йырҙары, ҡатын-ҡыҙ күңеленең төрлө торошон сағылдырған ихлас шиғырҙары тағы ла йәнләндереп ебәрҙе. Муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдус Зәйнуллин: “Шиғырҙарығыҙҙы уҡып сыҡҡандан һуң бер нәмәгә инандым – һеҙҙең ижадта кешеләргә яҡтылыҡ өләшеү сағыла. Шул яҡтылыҡ шиғыр, йыр, картина булып тамашасы күңеленә яҡты эҙ һала”, — тине, матур-матур теләктәргә ҡушып, сәскәләр гөлләмәһе менән бүләк тапшырҙы. Флера Ғабдулхай ҡыҙының тоғро дуҫы, режиссер-сценарист, “Йән ҡартаймай” йырына клиптың авторы, Баймаҡ ҡыҙы Дилә Мөхәмәтйәрова шағирәнең шиғырҙарын бөтә йөрәктән матур итеп һөйләне.
Кисәлә ағинәйҙәр, “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары, Флераның элекке коллегалары, туғандары, ҡыҙы Эльза, ижадына табыныусылар — уның менән бәйле матур ваҡыттарҙы иҫкә төшөрҙө, йылы теләктәрен еткерҙе, кисәнең төп героиняһын сағыу-сағыу сәскә гөлләмәләренә күмде. Әсәһе урынына ҡалған Рәйсә Хәсәнова уның ата-әсәһенең танышыу тарихын ҡыҙыҡ итеп бәйән итте. Луиза Дәүләтшина был матур кисәне һинд киноһы менән сағыштырҙы, китапхананың тағы ла бер китапҡа байыуын ҡыуанып әйтеп үтте. Кисә һуңында Флера Шәрипова үҙәк район китапханаһына йыйынтыҡтарын бүләк итте.
Талантты Хоҙай бер бирһә, мул ғына бирә бит. Ошондай һирәктәр өлөшөнә тейгән бәхеткә эйә булған гүзәл ханымға артабан да тыуған яҡтан алған дәрт-илһамды эшкә егеп, тағы ла күркәм шиғырҙар, йырҙар, һүрәттәр ижад итергә яҙһын!

Айгөл Иҙелбаева.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.