18 мар. 2012 г.

Кәңәшмәләр


Файҙалы һөйләшеү

15 мартта халыҡ ижады үҙәгендә райондың крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, шәхси предприятие етәкселәре, үҙ эшен асырға теләүселәр өсөн «Асыҡ ишектәр» көнө уҙҙы. «Баймаҡ» мәғлүмәт-консультация үҙәге ойошторған был сара «түңәрәк өҫтәл» рәүешендә үтте һәм үҙенең конструктив йүнәлешле булыуы менән айырылып торҙо. Ҡатнашыусылар унда үҙҙәрен борсоған күп һорауҙарға төплө яуап алды.
Тәүҙә муниципаль район хакимиәте башлығының  ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Р.Р. Әбүбәкиров сығыш яһаны. Ул үҙенең телмәрендә тармаҡтың торошона байҡау яһап, ауыл хужалығы предприятиеларындағы эштәр менән таныштырҙы. 
Мәғлүмәт-консультация үҙәгенең баш юрисы Н.А. Филина  крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының һалым органында теркәлеү, юридик бурыстар һәм муниципаль район милкендә булған ауыл хужалығына тәғәйенле ерҙәрҙе ҡуртымға биреү шарттары менән таныштырҙы.        
Артабан үҙәктең белгес-эксперты Ф.Баййегетов 2012 йылда биреләсәк дәүләт ярҙамдары, уларҙың кемдәргә тапшырылыуы, ниндәй документтар кәрәклеге хаҡында әйтеп үтте. Фәйез Ғәзиз улы шулай уҡ “Ғаилә һөт фермаһы”, “Эш башлаусы фермер”, “Старт-ап” программаларының шарттары, уларҙа ҡатнашыусыларға талаптар, был программаларға ҡағыласаҡ дәүләт ярҙамы тураһында мәғлүмәт еткерҙе. Залдағыларға бәләкәй формалы ауыл хужалығы предприятиелары тарафынан дәүләт статистикаһына тапшырыласаҡ отчеттар, уларҙың төҙөлөү формаһы тураһында ла әйтелде. Етәкселәргә был документтарҙы ваҡытында тапшырыу мөһим, сөнки тап ошо отчеттар аша дәүләт яғынан субсидиялар бүлеү ҡаралған. 
“Түңәрәк өҫтәл” барышында шулай уҡ Рәсәй ауыл хужалығы банкының Баймаҡтағы өҫтәмә офисының баш иҡтисадсыһы Г.Ш. Ҡашҡарова ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәрен кредитлау, КФХ-ларға  кредит тапшырыуҙың бар төрҙәре, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары һәм шәхси предприятиелар өсөн иҫәп-хисап счеты асыу буйынса мәғлүмәт еткерҙе. 
Унан һуң баш агроном Р.Ғ. Рәхмәтуллин яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек, орлоҡ материалы,  льготалы хаҡ менән бүленәсәк дизель яғыулығы тураһында таныштырып үткәс, мәғлүмәт-консультация үҙәгенең баш бухгалтеры Г.А. Ишҡыуатова пенсия иғәнәләрен түләү тәртибе, һалым органдарына бирелгән отчеттарҙы интернет аша ебәреү мөмкинлеге тураһында һөйләне. Райондың ветеринария хеҙмәте етәксеһе А.А. Иҫәнов йәмәғәт һәм шәхси секторҙағы малды яһалма ҡасырыу һәм биркалау, тоҡомсолоҡ предприятиеһы начальнигы Н.Ғәликәева йәмәғәт һәм шәхси секторҙағы йылҡы малын тамғалау буйынса сығыш яһаны. 
Кәңәшмә һуңында баҫыуҙарҙы мал тапау, пай ерҙәрен тапшырыу, үҙ эшен башлаусыларға, бизнестың тәүге стадияһында булғандарға дәүләт ярҙамы һымаҡ һорауҙарға төплө яуап бирелде. 
“Түңәрәк өҫтәл”де йомғаҡлап, Р.Р. Әбүбәкиров бәләкәй формалы ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәренә, үҙ эшен асырға теләүселәргә бар һорауҙар менән “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәгенә мөрәжәғәт итергә саҡырҙы.
А. Ишназаров. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.