9 мар. 2012 г.

8 март — халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө


Һеҙ – донъя йәме, тормош ҡото


Ҡәҙерле һәм һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙар!
Ысын йөрәктән һеҙҙе иң матур яҙғы байрам – Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайым!
Ошо яҡты, ҡыуаныслы мәлдә беҙ – ир-егеттәр – ғаилә усағын һәм именлеген һаҡлаған әсәй-өләсәйҙәргә, тормош юлдаштарыбыҙға, апай-һеңлеләргә, ҡыҙҙарыбыҙға, ғөмүмән, бар гүзәл зат вәкилдәренә сикһеҙ мөхәббәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Һеҙҙең күбегеҙ оло һөйөү менән балаларын тәрбиәләп, мең мәшәҡәттән торған йорт эштәрен башҡарыуҙан тыш, һөнәри эшмәкәрлегендә лә оло уңыштарға лайыҡ була. Юғары эш сифаттарығыҙ, яуаплылыҡ, ойоштороу һәләтегеҙ районыбыҙҙың социаль-иҡтисади, әхлаҡи-мәҙәни үҫешенә ҙур өлөш индерә. Шул уҡ ваҡытта һеҙ йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашаһығыҙ.
Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Аллы-гөллө сәскәләр, матур маҡтау һүҙҙәре, иң ҡиммәтле бүләктәр менән дә һеҙҙең күңел йылығыҙ өсөн рәхмәт әйтеп бөтөрлөк түгел. Шуға күрә көслө зат вәкилдәре һеҙҙе ихтирам итергә, терәк-таяныс, ышаныслы тормош юлдашы, тоғро дуҫтар, иғтибарлы коллегалар булырға тейеш.
Ҡатын-ҡыҙҙың хоҡуғын һәм мәнфәғәтен яҡлау, әсәлекте, ғаиләне һаҡлау – йәмғиәттең үҫеш кимәлен билдәләй. Башҡортостанда был мәсьәләләр сәйәси йүнәлешкә индерелеп, ҙур эштәр башҡарыла. Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар, киләсәктә лә һеҙҙең тормошоғоҙ матди һәм рухи яҡтан яҡшырһын, белемегеҙҙе, даланығыҙҙы артабан үҫтереү, борсоған проблемаларығыҙҙы хәл итеү өсөн бар шарттар булдырылыр, тип ышанабыҙ.
Ысын күңелдән һеҙгә һаулыҡ, мәңгелек йәшлек, әсә бәхете, ғаилә ҡыуаныстары, тыныслыҡ, именлек теләйем! Был көн барығыҙ өсөн ҡыуаныс-яҡтылыҡҡа төрөнөүен, бүләк ителгән сәскә гөлләмәләре һәм йылмайыуҙар бар ғүмерегеҙҙе иғтибар һәм хәстәрлек йылыһына сорнауын теләйем. Бәхетле булығыҙ, яратып, яратылып йәшәгеҙ!
И. СИТДЫҠОВ,
муниципаль район хакимиәте
башлығы.

Нурҙар балҡышы уның күҙҙәрендә...
Ҡалабыҙҙың Малыш биҫтәһендәге “Гөлназ” магазины – һатып алыусыларҙың ихтирамын күптән яулаған сауҙа предприятиеһы. Ҡаланың уңған эшҡыуарҙары Гөлнур менән Рәфҡәт Ибраһимовтар ойошторған сауҙа нөктәһе халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн барыһын да эшләй. Магазинда һатып алыусыларҙы хеҙмәтләндереү кимәленең юғары булыуын, һатыусыларҙың үҙ бурыстарына яуаплы ҡарауын айырым билдәләп үтергә кәрәк. Гөлдәр Буранова – тап шундай уңған һатыусыларҙың береһе.

Гөлдәр Кинйәбай ҡыҙы Ҡыуат ауылында тыуып үҫкән. Һатыусы һөнәрен алғас, ул Баймаҡта бәләкәй баҙарҙа эшләй. Ә “Гөлназ”да ике йыл. Тормош иптәше Мораҙым менән ике бала тәрбиәләйҙәр. Өлкәндәре Ислам 2-се класта уҡый, ә ҡыҙҙары Яҙгөл балалар баҡсаһына йөрөй.
Гөлдәр Буранова яңыраҡ сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыу урындары, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ тармаҡтары араһында “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеменә лайыҡ булды. Эйе, йөҙө яҡты, күңеле матур, өлгөлө хужабикә быға һис шикһеҙ лайыҡлы.
А. Ишназаров.

Ир-егеттәргә өгөт-нәсихәттәрҙән
Яңы быуат үҙ хисабын һүтә,
Тормош ҡына артҡа барғандай.
Һиҙелмәйсә айҙар, йылдар үтә,
Шул ҡояш бары, шул уҡ ай...
Донъя уңға, берсә һулға бәрҙе
Кире ҡайтты иҫке ҡоролош.
Илкәйемдең бик күп иркәйҙәре
Баҙап ҡалды: “Ҡайҙан был тормош?..
Ил терәге булыр аҫыл ирҙәр
Рухы һынып сүгеп ҡалғанда,
Эй, ҡатын-ҡыҙ, һыҡтамайса бер ҙә
Ғаилә тиеп баҫтың ҡалҡандай.
Күптәрҙең бар кәләш йәки әсәй,
Йомшаҡ диван, юрған-яҫтығы.
Ҡатын-ҡыҙ елкәһендә йәшәй
Ир-егеттең теүәл яртыһы.
Кәңәшем бар һеҙгә, ир-егеттәр,
Йәшәү кәрәк шундай шарт менән:
Ҡотла ҡатын-ҡыҙҙы һәр көн иртән
Һигеҙенсе, тиеп, март менән!
Көслө ҡулдар эштән арыһындар,
Көлөп торһон йәрҙәр, әсәйҙәр!
Ожмахтарҙы улар барыһы ла
Беҙҙең аяҡтарға түшәйҙәр.

Шәфҡәт Әбйәлилов, Рәмил Ҡол Дәүләт исемендәге

әҙәби премия лауреаты. Буранбай ауылы.




Сәләмәт рухлы булайыҡ!
Яҙҙың иң тәүге көндәрендә, ҡатын-ҡыҙға ҡояшҡай үҙенең нурҙарын мул итеп өләшкәндә – 8 март байрамын билдәләйбеҙ. Был көндө барыбыҙ ҙа әсәй, өләсәй, әхирәт, апай-һеңлеләребеҙҙе ҡотлайбыҙ. Һәм йылмаябыҙ. Ҡысҡырып көлөргә лә ихласланабыҙ. Ә бит йылмайыу – яҙ билдәһе, баштар юғары күтәрелә, күҙҙәргә нур ҡуна. Әйтерһең дә, алыҫтағы йондоҙ яҡыная һәм уның балҡышынан һәммәбеҙгә лә тигеҙ өлөш сыға. Һәм беҙ, ҡасандыр әсәйҙәрҙе ҡотлаған ҡыҙҙар, үҙебеҙ әсәй, өләсәй булыу бәхетен татыйбыҙ, ҡыҙҙарыбыҙҙы, ейәнсәрҙәребеҙҙе тәбрикләү һөйөнөсөнән кинәнәбеҙ. Үҙебеҙҙең ни тиклем бәхетле икәнлегебеҙҙе тойомлайбыҙ. Сөнки һәр беребеҙ бәләкәй генә донъяның – өйөбөҙҙөң хакимәһе. Һәр беребеҙ балаларын һәм ирен һыйындырыусы, ҡулында йылы аш, йөрәгендә наҙ йөрөтөүсе, яҡындарын барлыҡ афәттәрҙән ҡурсалаусы, көсһөҙ ҙә, көслө лә фәрештә.
Әммә ғаиләнең ҡото ҡатын-ҡыҙҙың рух көсөнә, уңғанлығына бәйле. Ир ҡатыны булыу – үҙе бер һөнәр. Икенсе яртыңдың кеше араһында кемлеге – һинең ижадың емеше. Камилыраҡҡа әйләнгән һайын затлы емеште ауыҙ итергә теләүселәр ҙә табылыуы ихтимал. Ошо мәлдә сабырлыҡ, аҡыл кәрәк тә инде беҙгә, әхирәттәр! Һәр үкенестең дә иртәгә ҡыуанысҡа әүерелеүе ихтимал бит.
Ҡәҙерле әхирәттәр! Яҙҙың тәүге айы һеҙгә яңы һулыш, көс-ҡеүәт, илһам алып килһен. Һөйгәндәрегеҙҙең, балаларығыҙҙың яратыуын тойоғоҙ, ғүмерҙең һәр миҙгеле мөхәббәт, бәхет-шатлыҡтар бүләк итһен. Сәләмәт рухлы булайыҡ, хатта балалар ҙа күтәренке кәйефле, сәләмәт әсәйҙәрҙе ярата бит. Ҡыҙҙарыбыҙҙың алһыу хыялдары тормошҡа ашып, үҙ яртыларын табып бәхетле булһын, кескәй генә ҡулдарында ҡурсаҡтарын һөйгән бәләкәс ейәнсәрҙәребеҙ мөхәббәтле ғаиләлә үҫһен. Ғаилә именлеге, балаларҙың бәхете, илебеҙҙең ныҡлығы ҡатын-ҡыҙҙың дуҫлығында, һөйөүендә булыуын онотмайыҡ. Байрам менән, гүзәл заттар!
Л. ДӘҮЛӘТШИНА,
район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе.

Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар!
Һеҙҙе яҙҙың иң күркәм байрамдарының береһе – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Борон-борондан ҡатын-ҡыҙ йәмғиәттең терәге һәм выжданы, ғаилә усағын һаҡлаусы булды һәм шулай булып ҡала. Хоҙай Тәғәлә ҡатын кешегә иң изге бурыс – әҙәми затҡа йән өрөү һәм ғүмер баҡый кешене һөйөп иркәләү бурысын йөкмәткән. Әлмисаҡтан бирле әсә, тоғро ҡатын ғаилә тотҡаһы булған һәм хәҙер ҙә шулай. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың бөгөнгө һәм киләһе быуыны ла ошо йолаларҙы юғары тотһон һәм дауам итһен.
Матур байрамығыҙ айҡанлы ихлас ҡотлап, аҡ бәхеттәр, шатлыҡ-ҡыуаныстар, ныҡлы һаулыҡ, саф мөхәббәт, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Барлыҡ хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, ә үҙегеҙ ер йөҙөндәге иң гүзәл зат булып ҡалығыҙ!
Һаҡмар” редакция-нәшриәт комплексының
 ир-егеттәре һәм ветерандар советы.

Байрамығыҙ менән!
Урман хужалығында эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм хеҙмәт ветерандарын ысын йөрәктән яҙҙың иң гүзәл байрамы – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Ғүмерҙең оҙонон, сәләмәтлектең ныҡлыһын, тормоштоң йәмлеһен, бәхеттең ташып торғанын теләйбеҙ. Һәр килгән көнгә, атҡан таңға ҡыуанып, яҡындарығыҙҙың изгелеген күреп, уңыштарына һөйөнөп, ҡайғы-хәсрәтһеҙ ғүмер итергә яҙһын. Гел шулай яғымлы, хәстәрлекле булып ҡалығыҙ. Барлыҡ изге уйҙарығыҙ, хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, һөйөп-һөйөлөп йәшәгеҙ!
Баймаҡ урмансылығы ир-егеттәр коллективы
һәм ветерандар советы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.