18 мар. 2012 г.

18 март – сауҙа, халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре көнө


Заман менән йәнәшә

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ – ул йәшәйешебеҙҙең үтә мөһим, әммә күп мәшәҡәтле һәм ҡатмарлы бер тармағы. Беҙҙең үҙебеҙҙе нисек тойоуыбыҙ, кәйефебеҙ тап ошо тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлегенә, үҙ бурыстарын нисек үтәүенә бәйле. Торлаҡ йорттарҙа яҡты, йылы, таҙа һәм бар уңайлыҡтар булыуы әллә күпме ойошманың, уларҙа эшләгән бихисап хеҙмәткәрҙең көндәлек эшенән  тора. 

Әлеге ваҡытта ил буйынса коммуналь-торлаҡ өлкәһендә реформалар дауам итә. Идарасы компаниялар барлыҡҡа килә, йорт комитеттары, советтары төҙөлә, ғөмүмән, был өлкәләге закондарға бер туҡтауһыҙ тиерлек үҙгәрештәр, өҫтәмәләр индерелә, яңылары ҡабул ителә... Заман менән бергә атларға ынтылған кешеләргә  уңайлы шарттар тыуҙырыу, яңы талаптарға яуап биргән сифатлы хеҙмәт күрһәтеү ҙә еңел түгел. Ҡулланыусылар йылылыҡ, яҡтылыҡ, һыу һ.б. өсөн тарифтар артыуына әсенһә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре бынан ярты быуат элек, хатта унан да күберәк алда төҙөлгән йорттарҙың, ундағы инженер селтәрҙәренең иҫкереүе, туҙыуы арҡаһында ыҙалай. Нисек кенә булмаһын, әлегә был өлкәлә булғанды һаҡлап, бәпләп торорға ғына ҡала. 

Ҡалабыҙҙың торлаҡ-коммуналь хужалығында ла, алға китеш менән бер рәттән, хәл итәһе проблемалар ҙа бар әле.  Был тәңгәлдә йыйылған мәсьәләләрҙе хәл итеүгә урындағы һәм республика етәкселеге лә  етди иғтибар бирә. Мәҫәлән, 2012 йылға Башҡортостан Республикаһы тарафынан ҡабул ителгән республика адреслы инвестиция программаһы ҙур өмөттәр уята. Уға ярашлы, райондың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенә республика бюджетынан байтаҡ аҡса бүленәсәк. Был сараларға ҡаланың Көньяҡ биҫтәһе һыу һәм электр менән тәьмин ителәсәк. Бынан тыш, быйыл Ҡуянтау һәм Аҡморон ауылдарында һыу үткәргестәр реконструкцияланасаҡ. Беренсе һәм Икенсе Этҡол ауылдарында һыу үткәргестәр төҙөләсәк. Программаға Күлтабан ауылында урам-ара һыу үткәргестәрҙе реконструкциялау ҙа индерелгән. Атап үткән барлыҡ объекттар буйынса ла проект-смета документтары әҙерләнә. 
Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: республика адреслы инвестиция программаһына ярашлы, Урғаҙа ауылында таҙартыу ҡоролмалары төҙөү өсөн дә аҡса бүленә. Уның заказсыһы – БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы. БР ауыл хужалығы министрлығы тәҡдиме менән “Таҙа һыу” федераль маҡсатлы программа буйынса Ишмырҙа ауылында һыу үткәргес төҙөлөшөн тамамлау планлаштырыла. Шулай уҡ ҡалала һәм ауылдарҙа газ үткәргестәр төҙөү эше лә дауам итәсәк.

Ҙур яуаплылыҡ тойоп
“Водоканал” ЯСЙ-һына ҡала халҡы өсөн  өҙлөкһөҙ һыу сығарыу  һәм тәьмин итеү, ҡалдыҡ һыуҙарҙы таҙартыу бурысы йөкмәтелгән. Предприятие шулай уҡ ойошмаларға һәм шәхси берәмектәргә ассенизация хеҙмәте күрһәтә, һыу һәм канализация үткәргестәр ремонтлай һәм төҙөй.
2011 йылда 689 мең кубометр һыу сығарылған һәм шуның 532 мең кубометры, шул иҫәптән халыҡҡа 403 мең кубометры һатылған. Төп эшмәкәрлектән 16190 мең һумлыҡ килем алынған. 
Шуны әйтеп үтергә кәрәк: ҡала буйынса һыу селтәрҙәре ныҡ иҫкергән, йәғни 73 проценты тулыһынса туҙған. Был күтәрелгән һыу күләменең 24 процентын юғалтыуға килтергән.
Ҡала буйынса һыу менән тәьмин ителгән 105 предприятиеның 101-ендә һыу иҫәпләгестәре ҡуйылған. Коммуналь торлаҡ буйынса 85 йорттоң 60-ында, йәғни 71 процентында һыу иҫәпләгестәре бар. 
Былтыр предприятие эшселәре тарафынан 2746 мең һумға 2864 метр оҙонлоҡта һыу үткәргес торбалары алмаштырылды. Был эштәр Азанов, Белов, Куйбышев, Тыныслыҡ, Мортазин, С.Юлаев, Тухачевский, Юбилей, Әхмәтов урамдарында башҡарылды. Шулай уҡ һыу бүлеү колонкалары, янғын гидранттары, ҡоҙоҡтар, насостар, задвижкалар ремонтланды. Ремонт-төҙөлөш эштәренә 3873 мең һум аҡса тотонолдо. Быйыл иһә Революцион, С.Юлаев, Матросов, Шайморатов урамдарында һыу үткәргес торбалары, Лермонтов урамында канализация селтәре яңыртыласаҡ.

Ҡалала тәртип өсөн
“БРСУ” МУП-ы ҡалабыҙҙа объекттарҙы тәрбиәләп тотоу һәм ремонтлау, уларҙы төҙөкләндереү, урамдарҙы яҡтыртыу, шулай уҡ көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу менән шөғөлләнә. 
2011 йылда башҡарылған эштәр күләме 11,2 миллион һум тәшкил иткән. Предприятие коллективы 12 күп ҡатлы йорт ихатаһы алдын капиталь ремонтлаған, бының өсөн республика бюджетынан байтаҡ аҡса бүленгән. Ҡала буйынса 1 километрҙан ашыу рәшәткә һәм 700 метр оҙонлоҡта тимер ҡойма эшләнгән. Шулай уҡ 6 автобус туҡталышы павильоны яңыртылған. Урамдарҙы тейешенсә яҡтыртыуға ла ҙур иғтибар бирелә. Мәҫәлән, былтыр Мифтахов, Рәсәй, Сөләймәнов, Йәштәр, Ҡарлы урамдарына яҡтылыҡ лампалары ҡуйылған. Предприятиеның ҡала юлдарын ҡарҙан таҙартыу өсөн махсус техникаһы бар, урамдарҙы сүп-сарҙан таҙартыуға алты хеҙмәткәр беркетелгән.
Ҡаланы йәшелләндереүгә лә предприятие эшселәре ҙур көс һала, быға йыл һайын үҙебеҙ ҙә шаһитбыҙ: ҡала урамдары төрлө йәшеллеккә,  аллы-гөллө сәскәләргә күмелә. Былтыр ғына 2 меңдән ашыу йәш ағас үҫентеһе ултыртылған. 
“БРСУ” МУП-ы берәҙәк мал һәм эттәр проблемаһын да хәл итеүгә етди иғтибар бүлә.

Йылы булһын йорттар
Ресурс менән тәьмин итеүсе ойошма булараҡ, “Йылылыҡ селтәре” ЯСЙ-һы быйылдан башлап йылылыҡ өсөн аҡсаны ҡулланыусыларҙан туранан-тура, йәғни аралашсыһыҙ йыя башланы. Быға күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр ҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Әлеге ваҡытта ҡулланыусыларҙың йылытыу системалары менән бәйле булған көндәлек һорауҙары оператив режимда хәл ителә.
Предприятиела планлы ремонт эштәре, йылылыҡ-техник ҡорамалдарға, ҡаҙандарға, фильтрҙарға, төтөн һурғыстарға, циркуляция насостарына ревизия ваҡытында эшләнә, манометрҙар һәм башҡа   иҫәпләгестәр даими рәүештә дәүләт тикшереүе үтә. 
Быйыл йылытыу миҙгеле аҙағына 1-се һәм 2-се ҡаҙанлыҡтар биналарында косметик ремонт эштәре башҡарыу планлаштырыла. Бынан тыш, миҙгел тамамланғас, ҡаланың “А” һәм “Б” микрорайондарында йылылыҡ трассалары торбаларын алмаштырыу күҙаллана. Сентябрҙә йылылыҡ трассаларында гидроһынауҙар үткәреләсәк. Шулай уҡ Урғаҙала ҡаҙанлыҡ операторҙары өсөн диспетчер пункты төҙөү планлаштырыла.

Халыҡ мәнфәғәтен күҙәтеүселәр
“Баймаҡ ҡалаһы торлаҡ фонды менән идара итеү компанияһы” ЯСЙ-һы ҡарамағында 2455 фатирҙы, йәғни 108,5 мең квадрат метрҙы үҙ эсенә алған 89 торлаҡ йорт. Уларҙа бөтәһе 4485 кеше теркәлгән. 
Йәмғиәттең төп бурысы – халыҡҡа уңайлы йәшәү шарттары булдырыу, йорт яны биләмәләрен тәртиптә тотоу, төҙөкләндереү буйынса сифатлы хеҙмәттәр күрһәтеү. Йәмғиәт эшселәре тарафынан уҙған йылда байтаҡ эш башҡарылған. Мәҫәлән, ойошма 8 күп фатирлы ҡатлы йортҡа капиталь ремонт яһау буйынса планлаштырылған күләмде уңышлы үтәп сыҡҡан һәм 10 миллион һумдан ашыу аҡсаны үҙләштергән. Былтыр 522 квадрат метр майҙанда йорт ҡыйыҡтарына ремонт эшләнгән. Әйткәндәй, әлеге ваҡытта 26 торлаҡ йорттоң ҡыйығына капиталь ремонт талап ителә. Күп фатирлы ҡатлы йорттарға 29 һыуыҡ һыу иҫәпләү приборы ҡуйылған. 
Республика бюджеты саралары иҫәбенән ҡалабыҙҙың йорттар янындағы 7,287 мең квадрат метр асфальт-бетон япмалар ремонтланған. Быйылға был юҫыҡта эш планы – 8,854 мең квадрат метр. 
Күрһәтелгән хеҙмәттәр өсөн былтыр халыҡтан 43,6 миллион һум аҡса йыйып алынған. Был күрһәткес 2010 йыл менән сағыштырғанда 108,8 процент тәшкил итә.
С. Фәритова әҙерләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.