22 февр. 2012 г.

Мәғлүмәт төркөмө – халыҡ араһында

Осрашыуҙан һәр кем ҡәнәғәт ҡалды
Күптән килгән матур йола буйынса, район хакимиәте уҙған йылдағы эшмәкәрлегенә отчет яһау маҡсатында ҡала һәм район халҡы менән осрашыуҙарҙы башланы. Мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар эше буйынса бүлек начальнигы Р.В. Ишембәтов етәкләгән төркөм үткән йома Беренсе Этҡол ауыл биләмәһендәге халыҡ менән осрашты. Осрашыуҙарҙы Беренсе Этҡол ауыл биләмәһе башлығы Г.Й. Азаматова алып барҙы.

Төркөм үҙенең эшен Шүлкә ауылы халҡы менән осрашыуҙан башланы. Урындағы мәктәптә ойошторолған һөйләшеүҙә ауыл халҡы әүҙем ҡатнашты. Төркөм етәксеһе Р.В. Ишембәтов район хакимиәтенең уҙған йылдағы эшмәкәрлеге тураһында отчет биреп, төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә байҡау яһаны, перспектив йүнәлештәрҙе билдәләне. “Район яңы дәүергә аяҡ баҫты, – тине Ришат Вәкил улы, – быны беҙ уҙған йылдағы эш йомғаҡтарына ҡарап та әйтә алабыҙ. Район хакимиәтенең маҡсатлы эше, республика етәкселегенең ярҙамы менән бөгөн халыҡ хужалылығының барлыҡ тармаҡтарын аяҡҡа баҫтырыу, яңы кимәлгә күтәреү буйынса ҙур эш башҡарыла, инвестициялар йәлеп ителә. Райондың үҫешенә төбәкте үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы һәм Республика адреслы инвестиция программалары ла ғәйәт ҙур өлөш индерә. Быйыл да төбәк иҡтисадына яңы һулыш өрөрҙәй эштәр бойомға ашырыласаҡ”.
Артабан төркөм ағзалары халыҡты борсоған һорауҙарға яуап бирҙе. Мәктәпте капиталь ремонтлау, ауыл урамдарын яҡтыртыу, Йылайыр йылғаһы аша күпер һалыу, Беренсе Этҡол участка дауаханаһын ҡабаттан асыу (әйткәндәй, был иң мөһим проблемаларҙың береһе) мәсьәләләре күтәрелде, почтаның ваҡытында килмәүенә ризаһыҙлыҡ белдерелде. Беренсе Этҡол – Шүлкә юлын капиталь ремонтлау кәрәклеге тураһында һүҙ ҡуҙғатылды, берәҙәк эттәрҙең күп булыуы тураһында борсолоу белдерелде. Әйткәндәй, һорауҙарҙың барыһына ла төркөм ағзалары төплө яуап бирҙе, ярҙам вәғәҙәләне.
Ғәҙелбайҙағы осрашыу ҙа бик йылы шарттарҙа үтте. Халыҡ урындағы хужалыҡтың юҡҡа сығыуына, йәштәрҙең күпләп ситкә китеүенә борсолоу белдерҙе. Үҙәк ҡала дауаханаһы врачтарына ҡабул итеүгә инеү мөмкин түгел, газ, эсәр һыу менән тәьмин итеү мәсьәләләре ҡасан тормошҡа ашыр? Кабель телевидениеһы ҡасан булыр? Ни өсөн ДРСУ ауыл юлдарын ҡарамай? Ауылдың 200 йыллығын билдәләү өсөн әҙерлек эштәренә ярҙам булмаҫмы? Бына ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт итте халыҡ. Уларға төркөм ағзалары, ауыл биләмәһе башлығы яуап бирҙе.
Беренсе Этҡол халҡын балалар баҡсаһының авария хәлендә булыуы, Гагарин, С.Юлаев урамдарында электр көсөргәнешенең түбәнлеге, шыйыҡ газ менән ваҡытында тәьмин ителмәүе борсой булып сыҡты. Юл хәрәкәте билдәләре ҡуйыу, “Ашығыс ярҙам” машинаһын яңыртыу, автобустарҙың йөрөү ваҡытын яраҡлаштырыу һ.б. мәсьәләләр көн үҙәгенә сығарылды.
Шуныһы үҙенсәлекле, халыҡ был осрашыуҙарҙан бик ҡәнәғәт ҡалды. Ауылдаштары исеменән сығыш яһап, Шүлкә ауылынан Юламан Раев, Ғәҙелбайҙан Фирғәт Әсәнов, Беренсе Этҡолдан Булат Ғәлин район хакимиәтенең һәм урындағы ауыл биләмәһенең үткән йылдағы эшмәкәрлеген яҡшы баһаланы, бындай осрашыуҙарҙы даими ойоштороу кәрәклегенә баҫым яһаны. Әйткәндәй, быйыл Беренсе Этҡол ауыл биләмәһендә социаль инфраструктураны үҫтереү йүнәлешендә комплекслы эштәрҙе бойомға ашырыу башланасаҡ.
Азамат Мөхәмәтшин.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.