22 февр. 2012 г.

Мәҙәниәт


Йырлап-бейеп йәшәүҙәре бер ғүмер...

Темәстәр “Мираҫ” фестиваль-смотрын башланы 
 

Районыбыҙҙа тематик үҙешмәкәр смотр-конкурсын үткәреп, яңы таланттар билдәләү, һуңынан еңеүселәрҙең концертын ойоштороу матур йолаға әүерелгән. 16 февралдә халыҡ ижады үҙәгендә Рәсәй тарихы йылына арналған “Мираҫ” район фестиваль-конкурсы старт алды. Үҙенсәлекле сараны башлау хоҡуғы темәстәргә тапшырылғайны. 
Тамашасыларҙы милләтебеҙҙең тарихын, уларҙың көнитмешен һүрәтләгән бай йөкмәткеле күргәҙмә ҡаршы алды. Нимә генә юҡ ине бында! Һоҡланғыс һүрәттәр һалып сигелгән яҫтыҡтар, таҫтамалдар, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейеме, бәйләмдәр, һунарсыларҙың табышы булған йәнлек тиреләре, күҙҙең яуын алған һуғылған балаҫтар... Шулай уҡ төрлө дарыу үләндәре, емеш-еләк. Халыҡ медицинаһы менән шөғөлләнгән Лилиә Ишбаева: “Беҙҙең тәнебеҙгә лә, йәнебеҙгә лә дауа булған дарыу үләндәре аяҡ аҫтында түшәлеп үҫә. Беҙ уларҙың ҡәҙерен генә белмәйбеҙ. Дарыу үләндәрен белеп файҙаланыу кешегә ауырыуҙарын тиҙерәк еңергә мөмкинселек бирә, төрлө сирҙән профилактикалау сараһы булып тора”, – тине. 
Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары И.Ә. Зәйнуллин темәстәрҙе тәбрикләп: “Быйыл район смотрының Темәс ауыл биләмәһе сығышынан башланыуы яҡшы күренеш. Сөнки темәстәрҙең сараға ныҡлы әҙерлеге уларҙың бай йөкмәткеле күргәҙмәһенән үк күренә. Ошондай милли ҡомартҡыларҙы һаҡлаған кешеләр һоҡланыу һәм ихтирам тойғолары уята. Ысынлап та, халҡыбыҙҙың тарихын беҙ һаҡларға, киләсәккә аманат итеп тапшырырға бурыслыбыҙ. Бының өсөн ошондай саралар, күргәҙмәләр ойошторолорға тейеш”, – тине. 
Темәстәрҙең концерты милләтебеҙҙең бар яҙмышын үҙ эсенә алған башҡорт халыҡ йыры “Урал”дан башланды. Уны ҡурайҙа һыҙҙырып, оҫталыҡ менән Айбулат Ахунйәнов башҡарҙы.
 Был концертта иң тетрәндергәне – Нәркәс Ахунйәнова башҡарыуындағы “Сәлимәкәй” йыры булыуы менән бар тамашасылар ҙа килешер тип уйлайым. Йәш баланың йөрәгендә күпме моң ята, ә тауышының көсө һәр кемдең һушын алғандай тойолдо.
 Ғөмүмән, темәстәрҙең концерты үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ булыуы менән айырылды. Мәҫәлән, “Фир-фрау”, “Тимербайҙың балалары”, “Кәкре урам көйҙәре”, “Зимагор еңгәйҙәр”, “Ирәндек аша” бейеүҙәре тамашасы өсөн яңылыҡ ине. Шулай уҡ “Ғилмияза” фольклор коллективы, “Серҙәштәр” вокаль ансамбле концерттың айырым бер биҙәгенә әүерелде. Инәйҙәрҙең матур, сағыу милли кейемдәрҙе үҙҙәре тегеп кейеүе айырыуса оло иғтибарға лайыҡ. Асия инәй Бикбованың ижад иткән шиғырын, Илгизә Изгинаның “Оҙон сәс” бейеүен, Әлфиә Әхмәтшинаның “Ҡышҡы сейә” йырын һ.б. сығыштарҙы ла тамашасылар бик йылы ҡабул итте.
Р.Х. Йәнсурин Темәс ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа төрлө концерттар, спектаклдәр йыш ҡуйылыуы, халыҡ янып эшләгән кеүек күңелле ял итә белеүе, уларҙа йыр-моңға ғашиҡ һәм маһир кешеләр йәшәүен билдәләп, “Мираҫ” смотр-фестиваленең уңышлы үтеүен теләне.
 Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була тиһәләр ҙә, темәстәр һынауҙы уңышлы һәм юғары кимәлдә үтте. Тамашасыларҙың һөйөүен яулап өлгөргән һәүәҫкәр артистарға оло рәхмәтебеҙҙе белдереп, уларҙы Баймаҡ сәхнәһендә йышыраҡ күрербеҙ, тип ышанабыҙ.
 
  Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
  Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.