22 февр. 2012 г.

Кәңәшмәләр

Шифаханала – ветерандар пленумы
Билдәле булыуынса, үткән аҙнала “Талҡаҫ” шифаханаһында урындарҙағы ветерандар советтары рәйестәренең бер аҙналыҡ ялы ойошторолдо. Улар унда һаулыҡтарын нығытып ҡына ҡалманы, төрлө сараларҙа ла әүҙем ҡатнашты.
Йома көндө шифаханала Баймаҡ районы ветерандар советының 4-се пленумы уҙғарылды. Унда муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары И.Ә. Зәйнуллин, Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссариатының Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ, Йылайыр райондары буйынса бүлек начальнигы Х.Х. Хәмитов, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлеге начальнигы Т.Н. Денисова, үҙәк ҡала дауаханаһының баш врачы урынбаҫары М.С. Сәғитова ҡатнашты. 
 
Йыйылышты асып, ветерандар советы рәйесе Т.Ш. Бикҡолов ошондай әүҙем ял ойошторғандары өсөн район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡовҡа рәхмәт белдерҙе.
Унан һуң ойошма рәйесе урынбаҫары М.З. Иҫәнғолов ветерандар советының барлыҡҡа килеү тарихы, эш маҡсаттары тураһында һөйләне, үткән йылға йомғаҡ яһаны, пландар менән таныштырҙы.

Артабан йыйылышта ҡатнашыусыларҙың сығыштары тыңланды. Уларҙа ветерандарҙы әүҙем тормошҡа йәлеп итеү, төрлө программаларҙа, атап әйткәндә “Халыҡ университеты”нда, социаль туризм буйынса ял итеүҙә ҡатнаштырыу, һаулыҡ һаҡлау мәсьәләһе буйынса һорауҙар, тәҡдимдәр яңғыраны. Әйткәндәй, һуңғыһына М.С. Сәғитова яуап бирҙе. Ул участка дауаханаларының ябылыуы һуңғы йылдарҙа барған һаулыҡ һаҡлау системаһындағы яңыртыу процесы һөҙөмтәһе тип аңлатты.
Был учреждениеларҙа эш, дауалау шарттары үҙәктә, ҡалала урынлашҡан дауахана менән бер иш түгел, – тип белдерҙе Мәпрүзә Сәйетмагомбет ҡыҙы. Ул шулай уҡ инвалидлыҡ биреү, уны юллау, ветерандар госпиталенә дауаланырға барыуҙы ойоштороу тәртибен аңлатты.
Ярат ауылы ветерандар советы рәйесе С.С. Үҙәнбаев урындағы почтальон үҙ эшен тиҙерәк башҡарһын өсөн уға халыҡтан аҡса йыйып, велосипед алып биреүҙәре тураһында белдерҙе.
Хәрби комиссар Х.Х. Хәмитов иһә үҙ сығышында 1990 йылдың 12 июненән һуң мәрхүм булған ветерандарға ҡәбер ташы ҡуйыу тәртибен аңлатты һәм уға ниндәй документтар юллау кәрәклеген төшөндөрҙө.
Пленум барышында шулай уҡ ветерандар советының әүҙем ағзаларына Маҡтау ҡағыҙҙары һәм аҡсалата премиялар тапшырылды.
Сараны йомғаҡлап, И.Ә. Зәйнуллин бөгөн районда бик ҙур эштәр башҡарылыуын, ветерандарҙың йәштәргә өлгө булыуын белдерҙе.
А. Ишназаров.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.