22 февр. 2012 г.

21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө

Туған телем – үҙем өсөн,
башҡа тел – көнөм өсөн”, –
ти Баймаҡ ҡыҙы, полиглот Ләйсән Мәүлитова
Тел – тере шишмә! Һәр халыҡтың үҙенең генә шишмә сығанағы, уның үҙенсә генә сылтырап ағышы, айырым тәме бар. Шул шишмә моңдарында уның тарихы ла, бөгөнгө йәшәйеше, киләсәге лә. Эйе, телһеҙ халыҡ – илһеҙ. Аллаға шөкөр, барыбыҙҙың да “әсәй” тип асылған наҙлы теле, йәнебеҙ яралған, кендегебеҙ киҫелгән, күңелебеҙ береккән ере бар. Унда беҙҙең яҙмыш, беҙҙең ғүмер.
Телем, илем тип йән атыусы йәштәр бихисап. Шуларҙың береһе – Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты студенты Ләйсән Мәүлитова менән әңгәмә тәҡдим итәм.

Хәйерле көн, Ләйсән! Үҙең менән таныштыр әле.
Мин Күгиҙел ауылында тыуып үҫтем. Урта белемде Баймаҡ лицей-интернатында алдым. Әле БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетының башҡорт-ғәрәп бүлегендә 3-сө курста уҡып йөрөйөм.
Ни өсөн тап был факультетты һәм бүлекте һайланың?
Тел – ул мөғжизә. Уның үҙенсәлектәре бихисап. Бына шуларҙы төптәнерәк өйрәнеү, бөгөнгө тел мәсьәләләренә яҡыныраҡ булырға теләү мине ошонда алып килгәндер. Башҡа диалекттарҙы, халыҡ ижадын өйрәнгәндә телебеҙҙең матурлығына, байлығына хайран ҡалдым. Бына ҡайҙа ул моң шишмәһе һандуғастай, һығылма бил тал сыбыҡтай башҡорт теле!
Ғәрәп теле хаҡында ниҙәр әйтерһең?
Ғәрәп яҙыуҙарын кеше күргәс тә: “Быны нисек өйрәнмәк кәрәк, әллә ниндәй тамғалар?” – тип аптырай. Ул тел ауыр, әммә матур. Күңелеңде һалып өйрәнгәндә генә уның нескәлектәренә төшөнөп була. Илай-илай өйрәнелде инде. Инглиз телен беләм, әле тағы ла ҡытай теле менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башланым. Алфавитта ғынамын әлегә.
Ә киләсәктә ул телдәрҙе нисек файҙаланырға уйлайһың?
Уҡып бөткәс, Алла бойорһа, уҡытыусы ла, тәржемәсе лә булып эшләй аласаҡмын. Сит илдәргә барыу, унда белемемде камиллаштырыу теләге юҡ түгел. Башҡа телдәрҙе өйрәнгән ваҡытта үҙ телемә ихтирамым, һөйөүем бермә-бер артты. Ни тиһәң дә, үҙенсәлекле, иҫ киткес туған телем – үҙем өсөн, башҡа тел – көнөм өсөн.
Уҡыуыңды тамамлағас, диплом аласаҡһың. Һәм унда тел белгесе һәм әҙәбиәтсе тип яҙыласаҡ.
Алла бойорһа. Башҡорт филологияһы факультетын һайлауыма һәр ваҡыт шатланам. Бында мине иң яҡшы, юғары белемле, ғилми дәрәжәле уҡытыусылар уҡыта, янымда – тел мәнфәғәтен ҡайғыртыусы рухташ дуҫтарым. Икенсе йылға беҙҙең факультетта тағы ла төрөк һәм фарсы телдәре бүлектәренең асылыуы көтөлә. Мөмкинлектән файҙаланып, сығарылыш синыф уҡыусыларын үҙебеҙгә саҡырып ҡалам.
Йәштәргә ни әйтергә теләр инең?
Яңы ғына ауылдан ҡалаға килеп, үҙебеҙҙең телебеҙҙән оялып, тартынып, белер-белмәҫ көйө урыҫ телендә ыҡ-мыҡ иткәндәр эсте бошора. Башыбыҙҙы юғары күтәреп, иркен тын алып, күкрәк киреп башҡортса һөйләшәйек. Ил,тел тип йәнен-тәнен аямай көрәшкән ата-бабаларыбыҙ рухына тоғро ҡалайыҡ. Һаҡлайыҡ телебеҙҙе, яҡлайыҡ!
Матур әңгәмәң өсөн рәхмәт, Ләйсән! Уңыштар һиңә!
Әлиә Хәсәнова,
БДПУ студенты, Баймаҡ йәштәре берлеге активисы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.