20 янв. 2012 г.

Финанс ярҙам

Һыу ҙа, газ да, ут та булды
Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы – Темәс ауылы йылдан-йыл яңырыу кисерә. Бөгөн бында 1 мең хужалыҡта 3600 кеше йәшәй. Тарихи урындары, арҙаҡлы шәхестәре менән дә танылыу яулаған төбәк ул.
Туғыҙ ауылды берләштергән Темәс ауыл биләмәһендә башҡарыласаҡ бөтә саралар ҙа Төбәкте үҫтереү комплекслы программаһына индерелгән. Республика бюджетынан бүленгән махсус аҡса ярҙамында ауылдарға “зәңгәр яғыулыҡ”, электр энергияһы, һыу селтәре төҙөлә.
Темәс ауылының леспромхоз биҫтәһендә 12 километр оҙонлоҡта газ торбалары һуҙылған. Әлеге ваҡытта урамдарҙа һәм өйҙәрҙә монтажлау эштәре дауам итә. Был уңайлыҡты һәр кем тулы күләмдә файҙаланыр, тип өмөтләнәбеҙ.
Хоҙайбирҙин, Йәштәр, С.Юлаев, Н.Вәлиева, Совет, З.Вәлиди, Аҡмулла урамдарында һыу селтәре яңыртылған. Ғөмүмән, халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү проблемаһы ауылда элек-электән ҡала килде. 1969 йылдарҙа һалынған селтәрҙәр күптән инде туҙған, иҫкергән. Темәс ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы Г.Н. Тайсина белдереүенсә, ауыл буйынса һуҙылған 12 километрға яҡын селтәрҙең ҡалған өлөшөн быйыл яңыртыу күҙаллана.

Электр энергияһы менән тәьмин итеү ҙә шулай уҡ күптәнге актуаль проблемаларҙың береһе. Былтыр ауылдың Мортазин, Йәштәр, С.Юлаев урамдарында заман талаптарына яуап биргән яңы  селтәр төҙөлдө.
Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитов инициативаһы менән ауыл биләмәләренә бүленгән транш та тулыһынса ауылдарҙы төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән. Күпмелер өлөшө урамдарҙы яҡтыртыуға тотонолған. Темәс ауылында автобус туҡталышы павильоны урынлаштырылған, зыяраттың ҡоймаларын яңыртыу ҙа ҡарала. Буяу эштәре көндәр йылыныу менән башланасаҡ.
Икенсе транш Таһир ауылы урамдарын төҙөкләндереүгә файҙаланыла. “Баймаҡ ПМК-һы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт менән төҙөлгән килешеүгә ярашлы юлдарға ҡырсынташ түгеү, тигеҙләү кеүек эштәр ҡаралған.
– Беҙҙең ауыл биләмәһен төҙөкләндереү сараларының Төбәкте үҫтереү комплекслы программаһына индерелеүе оло баһаға лайыҡ, – тине Гөлдәр Нурулла ҡыҙы. – Бындай эштәрҙең барыһы ла халыҡ өсөн эшләнә. Шулай икән, бөтә мөмкинлектәрҙе лә тулыһынса файҙаланырға тырышасаҡбыҙ.
Темәс ауылында Төбәкте үҫтереү программаһына ярашлы сәнәғәт предприятиелары төҙөлөшө киң йәйелдерелгән. Тәүлегенә 70 тонна продукция эшкәртергә яраҡлаштырылған һөт заводы, “Баймаҡ урманы” дәүләт унитар предприятиеһы тарафынан күмер яндырыу цехы төҙөлә. Уларҙың барыһы ла файҙаланыуға тапшырылыу менән ошо төбәктә йәшәүселәр өсөн өҫтәмә эш урындары буласаҡ.

Лилиә ТАКАЕВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.