20 янв. 2012 г.

Тәрбиә

Балаларҙы милли рухта үҫтерәйек
Тыуған илгә, милләткә, телгә һөйөү тәрбиәләүҙә халыҡ педагогикаһы ҙур роль уйнай. Бәләкәстәрҙе башҡорт халҡының милли кейеме, музыка ҡоралдары менән таныштырып, бейеү-йырҙарын өйрәтеп, беҙ уларҙа сәнғәткә һөйөү тойғоһо уятабыҙ. Был бер яҡтан эмоциональ хис-тойғоларҙы үҫтерһә, икенсе яҡтан телмәргә йоғонто яһай.
Халыҡ ижады менән таныштырғанда балаларҙың уйлап сығарыу һәләте, ижадҡа ынтылышы, тирә-яҡҡа ҡарашы формалаша. Ә сәнғәт әҫәрҙәре, милли биҙәктәр, орнаменттар, ҡул эштәре менән таныштырып, уларҙа эстетик тәрбиә менән берлектә үҙ милләте өсөн ғорурлыҡ тойғолары үҫтерәбеҙ. Ғөмүмән, халыҡ педагогикаһы Башҡортостандың яңы гражданинын тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай.

Ғалим К.Д. Ушинский халыҡ педагогикаһын тәрбиә эшендә мөһим факторҙарҙың береһе, тип иҫәпләй. “Халыҡта ниндәйҙер билдәле бер характерлы тәрбиә системаһы йәшәп килә... Тик халыҡ тәрбиәһе, йәғни уның педагогикаһы ғына тарихи дәүер осоронда иң йәнле орган булып ҡала”, – тип яҙған Ушинский.
Беҙ барыбыҙ ҙа яратып уҡыған, тыңлаған әкиәттәр халыҡ педагогикаһының төп компоненттарына инә. Улар яҡшылыҡты айыра белергә, туғанлыҡ, дуҫлыҡ кеүек һүҙҙәрҙе төптән аңларға өйрәтә.
Афористик жанрҙар халыҡ ижадында иң боронғо һәм үҙенсәлекле жанрҙарҙың береһе. Йомаҡ-мәҡәлдәрҙе икенсе төрлө “Боронғолар һүҙе” тип тә әйткәндәр. Мәҡәлдәрҙә өгөт-нәсихәт, кәңәш биреү ысулдары төп урында тора. Әйтем-мәҡәлдәр ололар һүҙенә ҡолаҡ һалырға, ихтирам итергә өйрәтә. Эшкә, хеҙмәткә оло хөрмәт менән ҡарарға саҡырған мәҡәлдәр күп. Тыуған илгә һөйөү тойғолары тәрбиәләүҙә лә уларҙың роле әйтеп бөтөргөһөҙ. Мәҡәлдәрҙе тәрбиә эшендә ҡулланыу яҡшы һөҙөмтә бирәсәк. Йыр-бейеү, өзләү, төрлө милли музыка ҡоралдары менән танышыу балаларға сәнғәт донъяһына юл асырға булышлыҡ итә.
Тәрбиә эше дөйөм бер принципҡа ҡоролорға һәм берҙәм булырға тейеш. Әлбиттә, тәрбиә эше тик тәрбиәселәрҙән генә тормай, ғаилә һәм йәмғиәттең йоғонтоһо ла ҙур. Кескәйҙәрҙә үҙе йәшәгән еренә һөйөү тәрбиәләгәндә халыҡ педагогикаһына таянмау мөмкин түгел. Сөнки фән дә уның нигеҙендә барлыҡҡа килгән бит.

Лилиә ЛАТЫПОВА,
Муллаҡай ауылының
“Сулпылар” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.