20 янв. 2012 г.

Хәтирәләр

Йәшлегемә ҡайтыр инем...
Фотоальбомды ҡулыма алһам, ғүмер китабымды тотҡандай, һәр ваҡыт йылы хәтирәләргә биреләм. Бына 1981 йылда төшкән фото. Бында беҙ – 12 ҡыҙ – Таулыҡай ауылы фермаһынан 12 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Бәләкәй һәм Күсәбә йылғаларының ҡушылған ерендә урынлашҡан йәйләүгә күсенгән йәштәр. Ағастар араһында йәшенеп кенә ултырған будкалар беҙҙе йылмайып ҡаршы алды. Бында урынлашып йәшәй башланыҡ. Аллаға шөкөр, ауыр һүҙ, бер-береңде рәнйетеү беҙҙең өсөн ят ине.
Бер-береңде хөрмәтләп йәшәү – үҙе оло бәхет булған икән. Сәй эскән саҡта көлөшкән тауыштар әллә ҡайҙа яңғырап торор ине. Һөт ташыған машинабыҙҙың шоферы Салауат ағай Мөхәмәтшинға тынғылыҡ булманы инде ул. Уның тауышын да ишетмәй торғайныҡ.
“Ауылға концерт килә”, – тиһәләр, һауымды тиҙ генә тамамлап, ауылға саба инек. Үҙебеҙ ҙә ураҡ ваҡытында игенселәр алдында концерт менән сығыш яһарға өлгөрә инек.
Тик ике ҡыҙыбыҙ хәҙер арабыҙҙа юҡ инде – йәшләй генә баҡыйлыҡҡа күсте. Йәндәре йәннәттә булһын. Ҡалған ҡыҙҙар, Аллаға шөкөр, матур итеп донъя көтә. Хәмер менән мауығыу тигән нәмә уларға хас түгел.
Үткәндәрҙе,
        матур үткәндәрҙе
Уйҙар менән генә айҡайым...
Киләсәктә йәшлектәге әхирәт ҡыҙҙарыма һаулыҡ, ғаилә именлеге, балалар изгелеген күреп, бәхетле ҡәйнә, өләсәй булып, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәүҙәрен теләйем.
Венера Килдебаева.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.