20 янв. 2012 г.

Тынғы белмәҫ ветеран
Билал ауыл Советының ветерандар советы рәйесе М.М. Айытбаевты районда тынғыһыҙ ветеран, билдәле йәмәғәтсе, халыҡ мәнфәғәтен әүҙем яҡлаусы депутат булараҡ яҡшы беләләр. Морат Мортаҙа улын йыш ҡына район хакимиәтендә, республиканың төрлө ведомстволары етәкселәренең граждандарҙы ҡабул итеү мәлдәрендә, хатта Президент Хакимиәтендә күрергә мөмкин – ул һәр саҡ ябай халыҡ мәнфәғәтен яҡлар өсөн килә. Һәм, әйтергә кәрәк, күп мәсьәләләр уңышлы хәл ителә.

Морат Мортаҙа улы ошо ауылда тыуып үҫеп, ҡанат нығытҡан һәм бар ғүмерен туған хужалығы производствоһын үҫтереүгә арнаған кеше. Уның бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Билалда 7 класты тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлын “Урал” колхозында башлай. Был хужалыҡ 1957 йылда совхозға үҙгәртеп ҡоролғас, балта оҫталары бригадаһы етәксеһе булып китә. Үҙен оҫта ойоштороусы итеп танытҡан егетте “Һәүәнәк” совхозы етәкселеге артабан урман ҡырҡыу һәм файҙаланыу буйынса өлкән мастер итеп үрләтә. М.Айытбаев был яуаплы вазифаны 1995 йылға ҡәҙәр уңышлы тарта. Ошо йылдарҙа ул профком ағзаһы итеп һайлана, “Һәүәнәк” һәм “Күгиҙел” совхоздарының цех комитеты рәйесе була.

Морат Мортаҙа улын, әйтеп үтеүебеҙсә, районда әүҙем йәмәғәтсе булараҡ яҡшы беләләр. Ул бына ике тиҫтә йылға яҡын инде Билал ауылының һәм Билал ауыл Советының ветерандар советын уңышлы етәкләй. Күп тапҡыр ауыл Советы депутаты итеп һайлана. Әле ул район Советы депутаты булып халҡына хеҙмәт итә.
Депутат булараҡ, уға халыҡтың наказдарын үтәү өсөн күп тапҡырҙар төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итергә тура килә. Билал, Өмөтбай ауылдарына газ үткәреү буйынса М.Айытбаев ике тапҡыр Башҡортостан Республикаһы Президентында ҡабул итеүҙә була һәм үҙ һүҙен һүҙ итә. Мәсьәлә ыңғай хәл ителә – бөгөн ике ауылда ла газ үткәргес һалыу дауам итә. Морат Мортаҙа улының тырышлығы һәм ныҡышмалылығы менән хәл ителгән бындай мәсьәләләр бик күп.
М.Айытбаевтың намыҫлы хеҙмәте “Хеҙмәт ветераны”, юбилей миҙалдары, “Социалистик ярышта еңеүсе”, “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” билдәләре, төрлө кимәлдәге Почет грамоталары менән баһалана. Күптән түгел ул ветерандар хәрәкәте үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының Башҡортостан республика Советы президиумының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Ошо көндәрҙә тынғы белмәҫ ветеран үҙенең 80 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне. Әйткәндәй, ул тормош юлдашы Маһира Әһлиулла ҡыҙы менән бына алты тиҫтә йылға яҡын инде татыу ғүмер кисерә. Морат Мортаҙа улын был матур байрамы менән тәбрикләп, һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар, артабан да туған халҡы мәнфәғәтендә ал-ял белмәй эшләүен теләге килә.

А.Салауатов.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.