20 янв. 2012 г.

Мал ҡышлатыу

“Төп маҡсат – малсылыҡты үҫтереү”
Ҡасандыр төп тармаҡтар буйынса элекке позицияларын юғалтҡан, айырыуса малсылығы көрсөккә терәлгән “Рассвет” АХК-һының һуңғы йылдарҙа производствоны үҫтереү йүнәлешендә етди һынылыш яһауы, иң артта һөйрәлеүселәр рәтенән бөгөн тотороҡло эшләүсе хужалыҡтар сафына баҫыуы иғтибарға лайыҡ. Йәш, әммә етерлек эш тәжрибәһе булған белгесте – А.Б. Шәриповты кооперативҡа етәксе итеп тәғәйенләү үҙ һөҙөмтәләрен бирҙе – “Рассвет” АХК-һы әле ауыл хужалығы производствоһын ойоштороуҙа районда лайыҡлы урын биләй һәм күп күрһәткестәр буйынса  башҡаларға өлгө булып тора.

Мал ҡышлатыу миҙгеленә хужалыҡ йылдағыса тейешле кимәлдә әҙерләнде. Тупланған 720 т бесән, 2900 т сенаж, 350 т силос һәм 460 т фураж 585 баш һыйыр малын, шул иҫәптән 250 һауын һыйырын, имен ҡышлатыу һәм уларҙан яҡшы продукция алыу мөмкинлеген бирә. Мал аҙығының сифаты ла юғары, ул 1-се класс талаптарына яуап бирә.

Хужалыҡ рәйесе А.Б. Шәрипов оҙатыуында малсылыҡ комплексының участкаларында булғанда унда миҙгелдең ойошҡанлы барыуына шаһит булдыҡ. Производствоны ойоштороуҙа маҡсатлы программа буйынса эшләү, тейешле хеҙмәт дисциплинаһы һәм малсылар коллективының үҙ бурыстарына яуаплы ҡарауы үҙ һөҙөмтәләрен бирмәй ҡалмай. Бөгөн хужалыҡта көндәлек тулайым һауым 17,2 ц тәшкил итә, был үткән осорға ҡарағанда 9,2 центнерға  күберәк. Көндәлек уртаса һауым кимәле буйынса ла рассветтар уҙған йыл менән сағыштырғанда ҙур үҫешкә өлгәшә. Әгәр ҙә былтыр ошо осорҙа фураждағы һәр һыйырҙан 3,2 кг һөт һауылһа, быйыл – 6,9 кг. Шуныһы үҙенсәлекле, мал көр булыуы менән әллә ҡайҙан күҙгә ташлана. Бында, әлбиттә, рациондың бай булыуы ла мөһим урын биләй. Әйтәйек, бесән, һалам һәм сенаж биреүҙә сикләү юҡ. Ә бына фураж айырым миҡдарҙа бүленә: һауын көтөүенә – 4,5, йәш малға 2-шәр кг. Бынан тыш, малды даими рәүештә патока менән тәьмин итеү ҙә һөт етештереүҙе арттырыу мөмкинлеге бирә.
Кооперативта зоотехния-селекция, тоҡомсолоҡ һәм малды яһалма ҡасырыу процесына иғтибар көслө. Орлоҡ Баймаҡ тоҡомсолоҡ предприятиеһынан алына, нигеҙҙә голштинфриз (“Блондин”) һәм симменталь (“Дзот”) тоҡомлоларыныҡы ҡулланыла. “Мал тотошлайы менән яһалма ҡасырыла, – ти Азат Булат улы, – сөнки был алым үҙен тулыһынса аҡлай. Ошоноң арҡаһында һыйыр-таналарҙы көҙгө-ҡышҡы осорҙа быҙаулатыуға күсерҙек. Һуңғы 1,5 ай эсендә 75 баш быҙау алынды. Йыл башынан 14 үрсем булды.
Таналар менән маҡсатлы шөғөлләнеүҙе дауам итәбеҙ. Йыл да һауын көтөүенең 20-25 проценты тоҡомло йәш мал менән тулылана. Әле малсылыҡ комплексында ошондай 220 баш тана аҫрала, улар йәшенә һәм ауырлығына ҡарап 3 төркөмгә бүленгән. Декабрҙә  шул төркөмдөң береһе – 40 баш ҡасырылды, уларҙан сентябрь-октябрь айҙарында үрсем көтәбеҙ. Был тәңгәлдә беҙ үҙ эшенең оҫтаһы, техник-осеменатор Вәкил Юнысбаев һәм уның ярҙамсыһы Вера Медведеваның эше менән бик ҡәнәғәтбеҙ”.
Малсылыҡ тармағындағы күптән һыналған алым – һыйырҙарҙы ҡалын аҫлыҡ шарттарында быҙаулатыу ысулы хужалыҡта уңышлы ҡулланыла.  Айырым реконструкцияланған базала быҙаулаған һыйырҙар үрсем менән 10-15 көн бергә аҫрала, шунан һуң ғына айырыла. Быҙауҙарға тәүҙә һөт, һуңғараҡ яһалма һөт эсерелә, ҡатнаш аҙыҡтан бутҡа бешереп ашатыла. Уларҙы тәрбиәләү Рәйсә Орлова менән Римма Окинаға ышанып тапшырылған.
Тармаҡтағы уңыштарҙа уның коллективының хеҙмәте ҙур. Һауынсылар Әнзиә Таштимерова, Вәсилә Баймөхәмәтова, Анастасия Баранова, Зәбир Ғибатовтың малсылар бригадаһы, йәш мал тәрбиәләүселәр Андрей Данилов һәм Рәмил Бүләкәровтар, механизаторҙар Әғзәм Әбилев менән Сергей Осиповтар үҙҙәренә тапшырылған бурысты намыҫлы башҡарыуы менән айырылып тора.
“Рассвет” үткән хужалыҡ йылын яҡшы күрһәткестәр менән тамамланы, район хеҙмәт ярышында еңеп сыҡты, социаль гарантияларҙы теүәл үтәне. Әлеге йылға өмөтө ҙур, ышанысы яҡты коллективтың. А.Б. Шәрипов әйтеүенсә, малсылыҡ тармағын артабан үҫтереү, төп баҫымды һөтсөлөккә йүнәлтеү, мал аҙығы таратҡыс, яңы МТЗ тракторҙары һатып алыу күҙ уңында тотола. 

Азамат Мөхәмәтшин.
Айбулат Ишназаров фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.